Якаб-Хедь | |
---|---|
венг. Jakab-hegy | |
Якаб-Хедь һәм Урта Дунай уйһыулығы | |
Характеристикалары | |
Абсолют бейеклеге | 602 м |
Урынлашыуы | |
46°05′ с. ш. 18°08′ в. д.HGЯO | |
Страна | |
Тау һырты йәки массив | Мечек |
![]() |
Якаб-Хедь[1] (Якабхедь; мадьярса Jakab-hegy — «Иаков тауы») — Көньяҡ Венгрияның Мечек һыртының көнбайышындағы иң бейек тауы. Бейеклеге 602 м[2].
Якаб-Хедь тауы Печ ҡалаһының төньяҡ-көнбайышында урынлашҡан. Ул Урта дунай уйһыулығы өҫтөнән ҡалҡып күренә. Аяҙ көндө Якаб-Хедь тауынан Көнсығыш Мечектың 682 метр тәшкил иткән иң бейек Зенгё нөктәһен күрергә була.
Тау палеозой эраһында барлыҡҡа килгән һәм пермь ҡомлоғонан ойошҡан[3]. Эрозия тәьҫире һөҙөмтәһендә бер нисә ҡая ҡоролмаһы барлыҡҡа килгән, атап әйткәндә, «Бабаш Серкёвек» («Кешегә оҡшаған таштар рәте») һәм «Жонгоркё» («Жонгор ташы»)[4].
Якаб-Хедтә Венгрияның берҙән-бер ҙур урана ятҡылығы урынлашҡан. Уны сығарыу Совет Социалистик Республикалар Союзы ярҙамында 1950-се йылдарҙа башланған. Таҙартылған уран использовался 1982 йылдан Пакш АЭС-ын (атом электростанцияһын) эксплуатациялау өсөн файҙаланылған. Һалҡын һуғыштың тамамланыу осоронда уран сығарыуҙың ҡиммәткә төшөүе һәм хаҡтарҙың арзанайыуы арҡаһында 1990-сы йылдарҙа шахталар ябылған[5].
Борон замандарҙан уҡ тауҙа кешеләр йәшәгән. Тимер быуаты осоронда тауҙа Гальштат культураһы һәм кельттарҙың мөһим оппидумы һәм сәйәси үҙәгенә әйләнгән ҙур форт ҡоролған. Римлеләр баҫып алғандан һуң, форт ташландыҡ хәлгә килгән, ләкин уның ҡәлғә нығытмалары ҡалдыҡтары әлегә тиклем беленеп тора.
Урта быуаттарҙа ташландыҡ ҡәлғә уртаһында ҙур булмаған ауыл барлыҡҡа килгән. Уны ҡурсалаусы кеше Иаков Зеведеев йәғни Изге Иаков булған — тауҙың исеме шуға бәйле бирелгән. 1225 йылда тауҙа Паулиндар ордены монастырына нигеҙ һалынған, ул Венгрияны төрөктәр оккупациялағанға саҡлы эшләгән. 1736 йылда ул яңыртып төҙөлгән, ләкин 1828 йылда уны бөтөргәндәр, һәм шунан бирлпе ул ташландыҡ көйө тора. Беҙҙең көндәргәсә тик емереклектәре генә һаҡланып ҡалған[6].