Яфет (йәһ. יֶפֶת Yép̄eṯ, pausa теле יָפֶת Yā́p̄eṯ; грек. Ἰάφεθ Iápheth; лат. Iafeth, Iapheth, Iaphethus, Iapetus) — Башланмыш китабында Нухтың өс улының береһе, унда ул Нухтың иҫерек булыуы һәм Хамдың ҡарғауы тураһындағы хикәйәлә роль уйнай, ә һуңынан Халыҡтар таблицаһында Эгей диңгеҙе, Анатолия һәм башҡа урындарҙағы халыҡтарҙың ата-бабаһы булып тора.[1] Урта быуат һәм иртә хәҙерге европа традицияларында ул европа халыҡтарының ата-бабаһы тип һаналған,[2][3][4] шул уҡ ваҡытта ислам традициялары уның вариҫтары иҫәбенә ҡытай халҡын да индерә[5].
Яфет (יפת y-p-t) атамаһының мәғәнәһе бәхәсле. Атамаһының мәғәнәһенә ике мөмкин булған сығанаҡ бар::
- әрәмей теленән алынған тамыры פתה (p-т-һ), оҙонайтырға/киңәйтергә мәғәһендә
- йәһүди теленән алынған тамыры יפה (y-p-һ), матур мәғәнәлә, шулай исем "мутарлыҡ" аңлата алған.
Яфеттың 7 балаһы булған: Ғүмәр, Магог, Мадай, Яван, Тувал, Мешех һәм Тирас. Ғүмәрҙең улдары: Ашкеназ, Рифат һәм Тоғарма. Явандың ул-нәҫелдәре: Элиша (Елиса), Таршиш, Киттим (Кипр утрауында йәшәүселәр) һәм Доданим (Родос утрауында йәшәүселәр).