Ғәзәли Сәлимә | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ |
---|---|
Гражданлыҡ | Алжир |
Тыуған көнө | 1958[1] |
Тыуған урыны | Буира[d] |
Һөнәр төрө | журналист, борец за права женщин, яҙыусы, хоҡуҡ яҡлаусы |
Биләгән вазифаһы | депутат[d] |
Уҡыу йорто | Университет Алжира[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Партия трудящихся[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Предпочитаемое местоимение | Ошибка Lua в Модуль:Wikidata на строке 301: Неизвестный тип сущности.. |
Ғәзәли Сәлимә Викимилектә |
Ғәзәли Сәлимә (рус. Салима Гезали, франц. Salima Ghezali; 1958, Буира, Француз Алжирында тыуған) — алжир хоҡуҡ яҡлаусыһы, журналистка, яҙыусы һәм сәйәсмән. Сахаров исемендәге һәм Улоф Пальме премиялары лауреаты (1997).
Ғәзәли Сәлимә 1958 йылда Француз Алжирында тыуған. 1980-се йылдарҙа ул алжир феминист хәрәкәтенә ҡушылып китә[2]. Үҙенең һүҙҙәре буйынса, уның быуынын Алжирҙың үҙаллылыҡ өсөн һуғышында ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙ һалдаттар өлгөһө илһамландыра һәм ҡатын-ҡыҙ тиң хоҡуҡлы булырға тейеш икәнлегенә инандыра[3] . Ул педагог белеме ала һәм профсоюз эшмәкәрлегенә тотона[4] .
Ғәзәли — ҡатын-ҡыҙ хоҡуҡтары, демократия һәм кеше хоҡуҡтарын өсөн көрәш активисткаһы, «Европа һәм Мәғриб ҡатын-ҡыҙҙары» (франц. Femmes d'Europe et du Maghreb) ассоциацияһына нигеҙ һалған, Ҡатын-ҡыҙҙар үҫешенә булышлыҡ итеү ассоциацияһы президенты, NYSSA ҡатын-ҡыҙҙар журналы мөхәррире. 1993 йылда Алжир La Nation аҙналыҡ баҫмаһы мөхәррире булып китә[5][6].
1991 йылда Алжир граждандар һуғышы барышында Сәлимә Ғәзәли пацифистар позицияһында тора. La Nation кеше хоҡуҡтарын һәм һүҙ азатлығын яҡлап, хөкүмәт эшмәкәрлеген дә, исламсылар эшмәкәрлеген дә тәнҡитләп тора[5]. 1996 йылда аҙналыҡ тыйыла. 2011 йылда ул яңынан интернетта сығарыла башлай. Ғәзәли эшмәкәрлеге өсөн күп бүләктәргә лайыҡ була[5].
2017 йылдың майында Ғәзәли Социалистик көстәр фронтынан депутат итеп һайлана. 2018 йылдың 23 сентябрендә Әхмәт Ғәид Сәләхҡә асыҡ хат менән мөрәжәғәт иткәндән һуң мандатынан мәхрүм ителә[7].