Ҡадирилек

Ҡадирилек
ғәр. الطَّرِيقَةُ الْقَادِرِيَّةُ
Нигеҙләү датаһы XII быуат
Кем хөрмәтенә аталған Абдул-Кадир аль-Джилани[d]
Нигеҙләүсе Абдул-Кадир аль-Джилани[d]
Вики-проект Проект:Ислам[d] һәм Проект:Суфизм[d]
 Ҡадирилек Викимилектә

Ҡадирилек (ғәр. القادرية‎; рус. Кадирия) — Ғабдул Ҡадир Жиләни (1078—1166) нигеҙләгән суфый тәриҡәте.

XIII быуат аҙағына нығынып бөтә.

Киң таралған тәриҡәттәрҙең береһе. Тарафдарҙары Алыҫ һәм Яҡын Көнсығышта, Африкала, Испания һәм ислам донъяһының башҡа төбәктәрендә йәшәй.

Экстатик һәм теософик-спекулятив элементтарҙың булмауы һәм суфыйлыҡты әхлаҡи-этик тәғлимәт тип трактовкалау тәриҡәттең айырмалы үҙенсәлеге булып тора.

Туғанлыҡ башлығының үҙәк ғибәҙәтханаһы һәм резиденцияһы Ғабдул Ҡадир Жиләни ҡәбере эргәһендәге мемориаль комплекста урынлашҡан (Бағдад).

Тәриҡәттә ҡаты аскетизм (заһитлыҡ) тыйылған.

Эмблемаһы — өс рәттә 5-әр, 6 һәм 7 таж япраҡтары теҙелгән йәшел роза. Уларға исламдың биш нигеҙе, имандың алты бағанаһы, ете һүҙҙән торған зекер мәғәнәһе һалынған[1].

Тәриҡәткә нигеҙ һалыусы булып хәнбәли һәм шәфиғи мәҙһәбтәр хоҡуҡ белгесе фаҡиһ Ғабдул Ҡадир Жиләни иҫәпләнә. Уның шәжәрәһе дүртенсе хаҡ хәлифәгә — Али ибн Әбү Талипҡа барып тоташа, тип иҫәпләнә[2].

Абдул Ҡадир Ғилани 50-гә яҡын китап авторы. Тарихи хроникалар Ғабдул Ҡадир Жиләниҙе суфый тип телгә алмай[2].

Ислам. Энциклопедический словарь. Ответственный редактор С. М. Прозоров. М.: Наука. ГРВЛ, 1991.