Ҡалпаҡ

Ҡалпаҡ
Рәсем
Дәүләт  Ҡаҙағстан
Ил  Башҡортостан Республикаhы
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән Кейеҙ баҫыу[1], овчина[d][2], sable[d][3] һәм Йөн (материал)[4]
 Ҡалпаҡ Викимилектә

Ҡалпаҡбашҡорттарҙың боронғо милли баш кейеме. Ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙ ҙа кейгән.


Тәғәйенләнеше һәм эшләнеше

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
ир-ат ҡалпағы

Ир-ат өсөн ҡалпаҡ тирәсләп, кейеҙҙән йәки һаламдан үреп эшләнгән. Был баш кейемен эшләпә тип тә атағандар.

Башҡорттар йыйында. Ир-ат кейеҙ ҡалпаҡ (эшләпә) кейгән
ҡатын-ҡыҙ ҡалпағы

Ҡатын-ҡыҙ ҡалпағын ғәҙәттә айырым ғына кеймәгәндәр, ә өҫтөнән яулыҡ ябынғандар. Уны тәңкә-мәрйен менән биҙәп, түбәтәй рәүешле итеп тә, ситен ҡатырып (эсенә ҡатырға йә ҡаты туҡыманы ҡатлап һырып ҡуйып) текә итеп теккәндәр ҙә, түбәһен янсыҡлап тегеп,йөн менән суҡлап биҙәгәндәр. Уны маңлайға ғына кейеп, осон түбәгә һалып ҡуйғандар. Был "артлы" йәки "текә" ҡалпаҡ тип аталған [5].

Ырымбур төбәге. Артлы йәки текә ҡалпаҡ кейгән башҡорт ҡатыны. 1870-се йылдар Авторы К. Фишер

Ҡалпаҡ, таҡыя менән бер рәттән, башлыса ҡыҙҙарҙың баш кейеме тип һаналған. Уны алтын һәм көмөш ептәр менән сиккәндәр, мәрйен баҫҡандар. Ынйылы ҡалпаҡтар, уҡалы ҡалпаҡтар булыуы билдәле

Ҡалпаҡты татар ҡатын-ҡыҙҙарының ғына баш кейеме тип һанау хата.Ҡалпаҡты йышыраҡ бай ғаиләләрҙә, ҡала ерендә йәшәгән башҡорттар араһында ҡулланғандар.

Пруссия подданыйы атаҡлы фотограф Фишер Карл Андреевич 1878 йылдан Ырымбурҙа йәшәй һәм бик күп башҡорт кешеләрен (балаларҙы ла, ололарҙы ла) фотоға төшөрөп ала, тотош галерея булдыра. Был образдар араһында ҡалпаҡ кейгән башҡорт ҡатыны ла бар[6] [7] .

Һәҙиә Дәүләтшина

Бабай...йәпрәйгән ҡалпағы аҫтынан ҡыҙҙар яғына боролоп ҡараны

Шәйхзада Бабич

Әсҡәпъямал, нурың арта сәсҡап менән, Ынйы теҙгән кесерәк кенә ҡалпаҡ менән

  1. Vogelsang-Eastwood G. Dress from Kyrgyzstan, Kazakh Dress: Overview // Berg Encyclopedia of World Dress and Fashion (ингл.): Central and Southwest Asia / G. Vogelsang-EastwoodBerg Publishers, 2010. — Vol. 5. — ISBN 978-1-84788-854-9doi:10.2752/BEWDF/EDCH5063
  2. Mellish L. Bulgaria: Ethnic Dress // Berg Encyclopedia of World Dress and Fashion (ингл.): East Europe, Russia, and the CaucasusBerg Publishers, 2010. — Vol. 9. — ISBN 978-1-84788-858-7doi:10.2752/BEWDF/EDCH9080
  3. Lewandowski E. J. kolpak // The Complete Costume Dictionary (ингл.)Scarecrow Press, 2011. — P. 164. — 579 p. — ISBN 978-0-8108-4004-1
  4. Bryce D. Dress Reforms of the Early Twentieth Century in Turkey, Iran, and Afghanistan // Berg Encyclopedia of World Dress and Fashion (ингл.): Central and Southwest Asia / G. Vogelsang-EastwoodBerg Publishers, 2010. — Vol. 5. — ISBN 978-1-84788-854-9doi:10.2752/BEWDF/EDCH5008
  5. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит. -621-се бит
  6. Фишер и другие...[1].
  7. Таинственное Оренбуржье[2] 2018 йыл 2 октябрь архивланған.
  • Авижанская С. А., Бикбулатов Н. В., Кузеев Р. Г. Декоративно-прикладное искусство башкир. Уфа, 1964.
  • Башкиры: Этническая история и традиционная культура. Уфа: Научное издательство «Башкирская энциклопедия», 2002.
  • Женская одежда северных башкир // Археология и этнография Башкирии. Т. I. Уфа, 1962.
  • Казбулатова Г. Х. Историческая память и символика костюма // Ватандаш. — № 3, 2005.
  • Костюм татар и башкир Урала 2013 йыл 16 декабрь архивланған.//Народное искусство Урала. Традиционный костюм, ред.-сост. А. А. Бобрихин. Екатеринбург, 2006.
  • Руденко С. И. Башкиры: Историко-этнографические очерки. — Уфа: Китап, 2006.
  • Шитова С. Н. Башкирская народная одежда. — Уфа: Китап, 1995.
  • Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. - Мәскәү, 1993. - 1-се том, 861 бит. -621-се бит
  • Исковский А. Е. Карл Фишер. Фотограф в Оренбурге. — Оренбург: ООО "Издательство «Оренбургская книга», 2015. — 128 с., ил. ISBN 978-5-94529-053-2