Ҡамыш (тростник) | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Phragmites australis (Cav.) Trin. ex Steud. | ||||||||||||||||||
Синонимы | ||||||||||||||||||
|
Ҡамыш ябай, тростник (Phragmites) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
5 төрө билдәле, Арктика һәм Антарктиканан башҡа бөтә ер шарында таралған. Башҡортостанда ябай йәки көньяҡ ҡамышы үҫә. Йылға һәм күлдәрҙең яр буйҙарында, һаҙлыҡтарҙа, һаҙлыҡлы болондарҙа, ҡайһы берҙә һуғарылыусы баҫыуҙарҙа үҫә, республиканың бөтә биләмәһендә лә таралған.
Оҙон үрмәле тамырһабаҡлы күп йыллыҡ эре үлән[1]. Һабағы төҙ, япраҡлы, бейеклеге 0,5—4 м.[2] Япраҡтары ҡыяҡ‑ланцет, ҡаты, ситтәре осло‑ҡытыршы. Башаҡтары 3—7 сәскәле, төклө ҡылсыҡтар менән. Сәскәлеге — миләүшә йәки көмөш‑көрән төҫтәге ҡуйы йөнтәҫ һепертке. Июнь—авг. сәскә ата. Емеше — бөртөксә, июль—сентябрҙә өлгөрә.
Ҡамыш торф һәм ҡамышлы уйһыу ярҙар барлыҡҡа килеүенә, һаҙ тупраҡтарының кибеүенә, ҡомлоҡтарҙың нығыныуына булышлыҡ итә. Кәрзиндәр, септәләр үреү, ҡағыҙ, муз. инструменттар эшләү өсөн ҡулланыла. Составында витаминдар, углеводтар, флавоноидтар һ.б. бар, халыҡ медицинаһында файҙаланыла. Декоратив, мал аҙығы, ашарға яраҡлы, техник үҫемлек.[2].
Ҡамыш (тростник) // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.