Ҡауын

Ҡауын
Cucumis melo var. cantalupensis
Емештәр
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Cucumis melo L., 1753


Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  22362
NCBI  3656
EOL  584424
IPNI  116427-3

Ҡауын (лат. Cucumis melo) — Ҡабаҡ һымаҡтар (Cucurbitaceae) ғаиләһендәге үҫемлек, төрө Ҡыяр (Cucumis)ырыуынан булған баҡса культураһы. Ҡабаҡтар ғаиләһенә ҡараған эре йәшелсә бирә торған еле һабаҡлы баҡса үҫемлеге һәм шуның татлы емеше[1].

Тыуған ере булып Урта Азия һәм Кесе Азия иҫәпләнә. Ҡауын йылы һәм яҡтылыҡ яратыусы үҫемлек. Татырлы тупраҡҡа һәм ҡоролоҡҡа тотороҡло. Һауаның артыҡ дымлылығына бирешә. Бер төптән сортына һәм тәрбиәләүгә ҡарап икенән алып һигеҙгәсә емеш булырға мөмкин. Ауырлыҡтары 1,5 до 10 кг-са. Емеше м ҡабаҡсыҡ, шар һымаҡ йәки цилиндрға оҡшаш формала. Төҫө буйынса йәшел, һары, көрән йәки аҡ төҫтә булыуы мөмкин. Өлгөрөү осоро икенән алып алты айғаса.

Ҡауын, икенсе төрлө өрөлгән тигән мәғәнәлә йөрөй. Бында өрөлгән емеш. Икенсе мәғәнәһе ҡау синонимы[2].

Ҡауын тураһында иң боронғо яҙма Библияла (Числа 11:5). Ҡырағай ҡауын хәҙерге ваҡытта осрамай. Тик азиялағы төрҙәрҙең килеп сығышы буйынса сүп үләне булараҡ үҫкән төрҙәрҙенән культуралашҡан төрҙәре әлеге ваҡытта ла үҫтерелә. Культуралаштырыу беҙҙең эраға тиклем үк башлыса Төньяҡ Һиндостанда һәм уға сиктәш Иран биләмәһендә, Урта Азияла килтереп сығарылған. Яйлап ҡына ул күрше биләмәләргә күсә барған һәм Урта Азиянан Кесе Азияға Ҡытайға таралған. Уны Боронғо Мысырда үҫтергәндәре билдәле. Квропала уның тураһында урта быуаттарҙа билдәле була. Рәсәйгә, Түбәнге Волга буйына Урта Азия аша XV—XVI йөҙ йыллыҡтарҙа килеп ингән.

Ҡауындың Мәскәүҙә XVI быуатта үҫтерелеүе тураһында[3]. С. Герберштейн һәм Дж. Флетчер хәбәр итә, Жак Маржерет 1606 йылда мәскәүҙең һәм уның тирә-яғындағы биләмәләрҙә эре ҡауындарҙы ашауы тураһында яҙа[4].

Алексей Михайлович батша ваҡытында ҡауын һәм ҡарбуҙ Мәскәү тирәһендә теплицаларҙа үҫтерелгән. XIX быуат урталарында венгер сәйәхәтсеһе һәм этнографы Вамберн үҙенең яҙмаларында түбәндәгеләрҙе билдәләп киткән: « Ҡауын өсөн Хивала һәм бар Азияла һәм бар донъяла уға тиң юҡ. Европалылар уның тураһында, уның хуш еҫ бөркөүен бер ваҡытта ла белә алмаясаҡ. Ә уны иткмәк ашау иң ҡөҙрәтле һәм иҫ киткес серле, мөҡҡәдәс ризыҡ…»[5].

Төрөкмәнстанда августың һәр икенсе йәкшәмбеһе «Төрөкмән ҡауыны көнө» тип билдәләп үтелә[6]. Бөтә ил буйынса ғалим-баҡсасыларҙың конференциялары уҙа, күргәҙмәләр, йәрминкәләр, концерттар һәм театрлаштырылған сәхнәләштереүҙәр ойошторола [7][8].

Ҡауындар һатыусы. Сәмәрҡәнд, 1915 йылдар тирәһе.

Ҡауын аш булараҡ тәбиғи рәүештә биологик эшкәртеүһеҙ ашала. Уны тышынан һәм эсенән таҙартып, ваҡ киҫәктәргә телеп киптерәләр, шулай уҡ бал менән ҡушып эшкәртәләр повидло, цукат яһайҙар.

Ҡауын составы: шәкәр, А, Р, С витаминдары, фолий һәм аскорбин кислоталары, майҙар, минераль тоҙҙар, калий, натрий, күҙәнәк (клетчатка). Ул һыуһынды ҡандыра.

Ҡауындың ҡайһы ерҙә үҫеүенә ҡарап төрлө төрҙәре һәм формалары бик күп. Улар төрлө төбәктәрҙә традициялар буйынса үҫтерелә һәм культуралаштырыла.


Баҡса культуралары
Ҡарбуз | Ҡауын | Йылан һымаҡ ҡауын | Ашҡабаҡ | Ҡыяр | Патиссон | Ҡабаҡ