Ҡоралайҙар | ||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
Фәнни классификация | ||||||||||||||||||
|
||||||||||||||||||
Латинса исеме | ||||||||||||||||||
Capreolus Gray, 1821 | ||||||||||||||||||
Төрҙәр | ||||||||||||||||||
|
Ҡоралай, илек (лат. Capreolus, рус. Косу́ли ) — боландар ғаиләһенә ҡараған оҙон муйынлы, нәҙек аяҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡырағай хайуан[1]; Евразия территорияһында таралған.
Һирәкләнгән, ҡатнаш һәм япраҡлы урмандарҙа тереклек итә. Йәй көнө яңғыҙ йәшәй. Ҡышын 10-15 баштан өйөр ойошторалар. Ата кәзә генә мөгөҙлө. Уны йыл һайын ноябрь, декабрь айында алмаштыра, ә апрель айында яңыһы үҫеп сыға.
Башҡортостанда ҡоралайҙың таралыуы урмандарға бәйле. Ҡоралай күберәк урманлы далала, сенскеле үлән араһында йәшәй, үҫемлектәр менән туҡлана. Баҫтырылыуы — июль, август айҙары. Йөклөлөгө— 40 аҙна. Ғәҙәттә, инә ҡоралайҙың 1-2, һирәгерәк 3 бәрәсе була.
Был зоология буйынса тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып проектҡа ярҙам итә алаһығыҙ. |