Ҡуян һымаҡтар

Ҡуян һымаҡтар
Беляк
Үрғуян (Lepus timidus)
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Һөтимәрҙәр
Инфракласс: Плацентарные
Отряд: Ҡуян һымаҡтар
Ғаилә: Ҡуяндар
Латинса исеме
Leporidae Fischer, 1817
Роды
ITIS 180110
NCBI 9979

Ҡуян һымаҡтар (лат. Leporidae) — ер йөҙөнөң күпселек өлөшөндә йәшәгән, 100-ҙән артыҡ төргә бүленә торған һөтимәр, кимереүсе кейектәр; һөтимәрҙәр ғаиләһенән ҡуяндар отрядынан булған, оҙон ҡолаҡлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло ҡыр һәм йорт йәнлеге.

Кимереүселәр ғаиләһенә ҡараған ҡыҫҡа ҡойроҡло, оҙон шеш ҡолаҡлы йәнлек[1]; булмаған йәки һоро төҫлө урман һәм дала хайуаны. Ҡуяндар үлән ашай.

Башҡортостан урманы ҡуяндары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостан урмандарында ике төр ҡуян билдәле. Аҡ ҡуян һәм үрғуян. Аҡ ҡуян оҙон ҡышҡа яҡшы яраҡлашҡан. Аҡ ҡуяндың йәйге һоро йөнө урынына үҫеп сыҡҡан йомшаҡ аҡ йөнө уны ҡар араһында яҡшы йәшерә. Ҡуяндар йомшаҡ ҡарҙа батмай, шәп йүгерә. Инә ҡуян йылдың йылы мәлендә ике-өс тапҡыр бала тыуҙыра. Ҡуян балалары тыуғас та инәһенең ҡуйы майлы һөтөн имеп туя ла шунда уҡ ышыҡ урындарҙа йәшеренә. Инә ҡуян уларҙы көнөнә 2-3 тәүлектән һуң эҙләп таба һәм тағы ла имеҙә. Балалары янына инә ҡуян һирәк килә, уларға йыртҡыстарҙы йәлеп итмәй, шуның менән нәҫелен һаҡлап алып ҡала. Ҡуяндар 5-10 тәүлек үтеүгә үҙаллы тереклек итә башлайҙар.

Халык әйтһә, хаҡ әйтә…

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Барыс йылы — байлыҡ, һыйыр йылы — туҡлыҡ, Ҡуй йылы — ҡытлыҡ, Ҡуян йылы — йотлоҡ. (Һынамыш)
  • Ҡоро йылды ҡуян күп, яуын йылды сысҡан күп.
  • Төлкө ҡыуҙым — тотторманы, ҡуян ҡыуҙым — еткермәне.
  • Атаһы ҡолан атмағандың балаһы ҡуян атмаҫ.
  • Батыр алдында арыҫлан да ҡуян.
  • Бер тинлек ҡуян, ун тинлек зыян.
  • Бүре алыр егетте бүркенән танырмын, ҡуян алыр егетте ҡуйынынан танырмын.
  • Бәйле арыҫланға ҡуян да ташлана.
  • Йүгереп ҡуян ҡыуалар, ултырып аҡыл йыялар.
  • Ҡуян бала тапҡан, ҡуйыр урын тапмаған.
  • Бер ҡышҡа (йылға) ҡуян тиреһе лә сыҙаған.
  • Атмаған ҡуян, аҫмаған ҡаҙан.
  • Ике ҡуян артынан йүгерһәң, берәүһен дә тота алмаҫһың.
  • Арба менән ҡуян ҡыуған.
  • Ҡоро йылды ҡуян күп, яуын йылды сысҡан күп.
  • Ҡуян алмаҫ, ҡулынан килмәҫ.
  • Ҡуян алмаҫ, артынан ҡалмаҫ.
  • Ҡуян тотоҡоң килһә, бурҙай ал.
  • Этһеҙ ҡуян тотолмай.
  • Бер юлы ике ҡуян артынан ҡыума.
  • Эш ҡуян түгел, урманға ҡасмаҫ.
  • Үлгән арыҫланды ҡуян да барып типкән.
  • Ҡуян менән төлкө бер-беренә хәйерле кис теләй торған урын. (төпкөлдө әйтәләр)
  • Таяҡ барҙа ҡуян осрамай, ҡуян осрағанда таяҡ булмай.
  • Бер атыуҙа ике ҡуян.
  • Ҡуян тауға үпкәләгән, тауҙың иҫендә лә юҡ.
  • Ҡуян йөрәк(ле)
Ҡуян
  1. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З.Г.Ураксина, 2005)