Ҡыҫҡа нарды

Ҡыҫҡа нарды
Рәсем
Минимальное число игроков 2
Максимальное число игроков 2
Минимальный возраст 5 йәш
Вики-проект Проект:Математика[d]
Өлөшләтә тура килә Tavli[d]
 Ҡыҫҡа нарды Викимилектә
Уйын өсөн ҡорамалдар

Ҡыҫҡа нарды — нарды уйынының иң популяр төрө.

Хәрәкәт юлдары

Ҡыҫҡа нарды — таҡталағы ике уйынсы өсөн уйын. Пункт тип аталған 24 тар өсмөйөштән торған таҡтала уйнала. Өсмөйөштәр төҫө менән айырыла һәм дүрт төркөмгә бүленә. Һәр уйынсы өсөн пункттар уның "йорт"онан алып айырым һанала. Иң алыҫ пункт 24-се була, ул ҡаршы яҡ өсөн беренсе һанлы була. Аҡ уйынсылар өсөн (диаграммала аҫта күрһәтелә) пункттар сәғәт теле буйлап, ҡараларға — сәғәт теленә ҡаршы.

Пункттар төркөмдәргә берләшә. Әлеге төркөмдәр йорт (1-6), урам (7-12), дошман йорто (19-24), дошман урамы (13-18) тип атала. Йорт һәм урам үҙ-ара таҡта менән айырылған, ул өҫкә ҡалҡып тора һәм бар тип атала.

Һәр уйынсының 15 шашкаһы бар. Шашкаларҙың тәртибе түбәндәгесә: һәр уйынсыла 24-се пунктта икешәр, 13-сөлә — бишәр, 8-селә — өсәр, 6-сыла бишәр шашка. Һәр уйынсының үҙ уйын һөйәге һәм уларҙы болғатыр өсөн һауыты бар. Уйын иҫәбен күҙәтер өсөн шаҡмаҡ (Даве кубы) ҡырҙарына 2, 4, 8, 16, 32, 64 һандары төшөрөлгән.

Уйындың маҡсаты — үҙенең шашкаларын үҙ йортона күсереү һәм уларҙы таҡтанан алыу. Үҙ шашкаларын төшөргән беренсе уйынсы еңеүсе тип һанала.

Эште башлар өсөн, уйынсы бер һөйәк ташлай. Был ҡайһы уйынсының беренсе йөрөүен һәм ниндәй һанды ҡулланыуын күрһәтә. Әгәр ике уйынсының да бер төрлө һандар төшһә, төрлө һандар төшкәнсе һөйәк ташлайҙар.

Шашка хәрәкәттәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Нарды уйынында таҡта буйлап йөрөүҙе күрһәткән видео

Йәрәбә ваҡытында иң ҙур һан төшкән уйынсы шашкаларын ике һөйәктәге һандар буйынса йөрөтә. Беренсе аҙымдан һуң уйынсылар сиратлап икешәр һөйәк ташлай һәм аҙымдарын үтә.

Һөйәктәге һандар нисә пунктҡа йөрөргә рөхсәт булғанын күрһәтә. Шашкалар гел дә бер йүнәлештә йөрөй, ҙур һанлы пунктан кесеһенә. Аҡтар өсөн — сәғәт теле буйлап, ҡаралар өсөн — сәғәт теленә ҡаршы. Шул уҡ ваҡытта түбәндәге ҡағиҙәләр ҡулланыла: шашкасы асыҡ пунктҡа ғына хәрәкәт итә ала, йәғни, ул ике йәки унан күберәк ҡаршы төҫлө шашка менән ҡамалырға тейеш түгел.

Шашканы уйындан нисек сығарырға

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уйынсы бар 15 шашкаһын да йортона алып килгәндән һуң, уларҙы таҡтанан сығарыу башлана. Уйынсы ике һөйәкте ташлай һәм түбәндәгене эшләй ала:

  1. шаҡмаҡта төшкән һанлы пункттан шашканы алырға (мәҫәлән, әгәр биш төшһә, бишенсе ҡырҙан шашка алына).
  2. йорт эсендә теләһә ниндәй шашканы ҙурыраҡ һанлы пунктҡа күсереү (әгәр өс төшһә, шашканы бишенсе ҡырҙан өс аҙымға күсереү (йәғни икенсе һанлы ҡырға), өсөнсө ҡырҙа шашка торһа ла була).
  3. уйын ташында төшкән ҙурыраҡ йәки тап килгән һанлы пунктта шашка булмаһа, шашканы төшөрөү (мәҫәлән, дүрт һаны төшһә, ә дүртенсе, бишенсе һәм алтынсы аҙымда шашкалар булмаһа, өсөнсө аҙымдан шашка сығарыла).
  4. эске таҡтала шашкалар күсерелгәндә, ҡаршы шашканы үлтерә, был шашканы ташлау рөхсәт ителмәй.

Шашкаларҙы сығарғанда, уйынсының бөтә шашкалары йортта булырға тейеш. Шашканы сығарыу ваҡытында шашка һуғылһа, уйынсы яңынан уны йортҡа индерергә тейеш. Таҡтанан бөтә шашкаларҙы төшөрөүсе еңеүсе була.

Нардыны, ҡағиҙә булараҡ, аҡсаға уйнайҙар. Һәр уйын бер мәрәй ставкаһынан башлана. Уйын барышында уйынсы өҫтөнлөгөн күреп ҡалһа, даве кубын ҡуллана ала (йәғни иҫәпте ике тапҡырға арттырырға). Ул быны аҙымын башлар алдынан эшләй ала.

Даве кубы 2, 4, 8, 16, 32, 64 һанлы ҡырҙарға бүленгән, хәҙерге иҫәптең күпмегә ҙурайғанын күрһәтә. Даве кубын ҡулланыу уйынсыларҙы дәртләндерә, сөнки тәүге иҫәп 64 тапҡырға ҙурая ала.

Уйын стратегиялары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нардыларҙа уйнағанда бер нисә стратегия бар. Шуларҙың береһе — «тиҙ уйнау» стратегияһы. Был стратегияның нигеҙе булып ярыш принцибы тора, ул саҡта төп иғтибар дәғүәсене уҙып китер өсөн фишкаларҙы финиш һыҙығына мөмкин тиклем тиҙерәк күсереүгә йүнәлтелә. Ғөмүмән, нардыларҙа «таҙа уҙыш» мөмкин түгел, сөнки уйынсының фишкалары дәғүәсенең фишкаларын осрата, улар һеҙҙең фишкаларҙы бикләй йәки уларҙы һуға. Тиҙ уйын стратегияһының асылы — фишкаларҙың ҡаршылыҡһыҙ үтеүе һәм уҙышҡа инеүе — был ситуацияла ҡаршы уйнаусының фишкалары бер нисек финишҡа табан хәрәкәтте туҡтата алмай.

Тиҙ уйын тактикаһы бер нисә моменттан тора. Беренсенән, алыҫта урынлашҡан фишкалар беренсе булып хәрәкәт итә башларға тейеш, сөнки уларға ҙур юл үтергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта йыраҡ фишкаларҙың юлында ҡаршылыҡтар ҡуйыр кәрәк. Икенсенән, фишка киткән һайын, уны һуғыуҙан да нығыраҡ һаҡларға кәрәк, сөнки был осраҡта уға юл башына кире ҡайтырға тура киләсәк. Шуға күрә йортҡа яҡынлашҡан фишкаларҙы һаҡларға кәрәк, әгәр фишкаға тейергә тура килһә, уның тура шот аҫтына эләкмәүен ҡарап торор кәрәк. Ҡаршы уйнаусының фишкаларын, бигерәк тә алыҫ киткәндәрен, алырға тырышыр кәрәк. Өсөнсөнән, ябыҡ урындар булдырыу мөһим, был дәғүәсенең фишкалар хәрәкәтен ауырлаштыра һәм уйындан сыҡҡан фишкаларҙы уйынға индереүгә ҡамасаулай. Ғөмүмән, мөмкин тиклем күберәк фишкаларҙы таҡтанан тиҙерәк сығарырға тырышырға кәрәк[1].

Уйындың икенсе стратегияһы — «уйынды тотоп тороу». Уның принцибы — «тиҙ уйындың» ҡапма-ҡаршыһы. Был стратегия уҙышта артта ҡалырға мөмкинлек бирә, әммә уйынсы дәғүәсенең йортона һәм ихатаһына фишкаларын урынлаштырыу арҡаһында еңеү позицияһында ҡала һәм дәғүәсе фишкаларын Йортҡа индермәй ашарға мөмкинлек аса. Тотоп тороу уйыны алып барыу еңел түгел, сөнки уңайлы позиция эҙләр кәрәк, бының өсөн етди стратегик әҙерлек талап ителә.Тотоп тороу уйынын алып барғанда 5-се пунктты, бар-пунктты һәм 4-се пунктты ябыу бик мөһим момент булып тора, айырыуса 5-се пункт иң мөһим булып һанала. Ябыҡ пункттар бер-береһенә ни тиклем яҡын тора, шул тиклем яҡшы була. Әлеге ябыҡ пункттарҙы булдырыу өсөн төҙөүсе фишкалар кәрәк була, уларҙы кәрәкле позицияларға алып барып еткерер кәрәк. Шулай уҡ бик мөһим алдынғы якорь пунктын — дәғүәсенең 4-се һәм 5-се пункттарын булдырыу.

Үҙ йортоңда бөтә йөрөү юлдары уйланылған, иң кәрәкле юлдар булырға тейеш, сөнки фишкаларҙың башҡа квадранттарҙа күсеп йөрөүе төп маҡсат булып тора. Йортҡа фишкаларҙы бер-ике пунктҡа ғына ҡыҫҡа хәрәкәт менән индерәһең. Әгәр дәғүәсе һинең йортоңда үҙ пунктын тотһа, һин үҙеңдең фишкаларыңды унда индермәйһең, ситтәрәк тотаһың. Фишкаларҙы хәрәкәт итеүҙә иғтибарлы булырға, блоттарҙы ҡалдырмаҫҡа тырышыр кәрәк. Йыраҡтағы фишкалар берешәр ҡалырға тейеш түгел, сөнки был улар өсөн хәүеф тыуҙыра, улар парлы урынлаша[2].

Тағы ла бер стратегия — «блоклау уйыны». Уның асылы шунда: майҙанда бер-бер артлы бер нисә ябыҡ нөктә теҙелеп китә, был дошман фишкаларының бер-бер артлы 6 ябыҡ пункттан торған кәртә төҙөлә һәм улар дәғүәсе фишкаларына тулы блоклауға тиклем үтеп инергә ҡамасау булып тора. Әммә хатта 5үпунктлы блокаданы үтеүе бик ҡатмарлы. Бөтөн блокадалар бик һөҙөмтәле, шул уҡ ваҡытта емерелгән блокадаларҙы ла үтеүе ҡыйынға тура килә, бигерәк тә блокланған пункттар араһында ҙөҙклөк булған осраҡта. Оҫта блоклау дәғүәсене үҙенең позицияларын емерергә этәрә. Әгәр ҙә һеҙгә булдырылған длокаданы емерергә тура килһә, быны иң алыҫтағы пункттарҙан башларға кәрәк[3].

Шулай уҡ «һөжүм итеү уйынын» билдәләү кәрәк, ул ҡайһы бер позицияларҙа бик отошло була, мәҫәлән, дәғүәсе йортонда һеҙ алдынғы якорь пункттын баҫып алһағыҙ йәки үҙегеҙҙ йортоғоҙҙа сағыштырмаса күберәк пункттарҙы ябыуға өлгәшһәгеҙ. Шулай уҡ, дәғүәсенең бер нисә блоты барлыҡҡа килгән осраҡта, һөжүм итеп була. Иң мөһиме һөжүм үткәргәндә дәғүәсенең 5-се пунктын тартып алыу. Был уйын ҙур хәүефтәр менән бәйле, уны үткәргәндә ҡайһы бер ҡорбандарға барырға тура киләсәк. мәҫәлән, үҙ йортоңда дәғүәсенең ике фишкаһын бик отошло аҙым, уны үткәреү өсөн хатта үҙең блотты булдыраһың. Был тактикала эске пункттарҙан тыш, алыҫта ятҡан пункттарҙы ла ябыу зарур. Дәғүәсенең барҙа фишкалары булған осраҡта, үҙегеҙҙең йортоғоҙҙа пункттары баҫып алыр өсөн «төҙөлөш материалдарын» туплау яғын ҡарар кәрәк. Был осраҡта йорттан ситтәге блоттарҙы һаҡлау отошло булмай[4].

Ставкаларҙы ике тапҡырға арттырыу

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Нарды уйынының мөһим яҡтарының береһе — сәптәрҙе ике тапҡырға арттырыу. Ваҡытында, аңлы рәүештә ставканы икеләтә арттырыуҙы тәҡдим итеү уйынды һиҙелерлек көсәйтә. Икеләтә арттырыуҙы оҫта ҡулланыу профессиональ уйын билдәһе булып тора, сөнки ҡасан һәм ниндәй позицияларҙа икеләтә арттырыу файҙалы йәки киреһенсә файҙаһыҙ булыуын алдан күҙаллап булмай.

Икеләтеүгә ҡағылышлы дөйөм принциптарҙың береһе — «өскә-бер» принцибы: әгәр дошмандың еңеү ихтималлығы 75 проценттан күберәк булһа, икеләтә арттырыу тәҡдименән баш тартыу хәйерлерәк. Әгәр уның мөмкинселектәре аҙыраҡ булһа, тәҡдим ҡабул ителергә тейеш. Шансттарҙы алдан иҫәпләү еңелдән түгел, шуға күрә төплө фекергә һәм тәжрибәгә таянып, хәлде дөйөм баһаларға кәрәк[5].

  1. Магриль, глава 4 «Игра I. Стремительная игра»
  2. Магриль, глава 6 «Игра II. Удерживающая игра»
  3. Магриль, глава 8 «Игра III. Блокирующая игра»
  4. Магриль, глава 9 «Игра IV. Атакующая игра»
  5. Магриль, глава 22 «Теория удвоения ставок»
  • Магриль Пол, Магриль Робертс Рене. Нарды. Переводчик: В. Сомило. Баланс Бизнес Букс. ISBN 966-8644-59-X, ISBN 1-59386-027-7; 2006 г. 448 с.
  • Ю. Н. Амелин, М. Ю. Амелин. Короткие нарды // Всё о нардах. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2000. — С. 44—73. — 128 с. — (Домашняя энциклопедия). — 10 000 экз. — ISBN 5-222-01488-6.
  • Шехов. Нарды от новичка до чемпиона. Издательство «Феникс», 2009, 250 страниц, ISBN 978-5-222-13546-4.
  • К. В. Некрасов, С. Б. Ратников, Секреты нард, Издательство: Принт Он-Лайн, Год выпуска: 2011, 395 с., ISBN 978-5-904-251-06-2.
  • Д. С. Осипенков, К. В. Некрасов, Нарды. Школа мастерства, Издательство: Город, Год выпуска: 2011, 222 с., ISBN 978-5-904-251-06-2.
  • М. Хоппер, Нарды. Избранные стратегии для тех, кто любит побеждать, Издательство: Центрполиграф, Год выпуска: 2010, ISBN: 978-5-227-02307-0.
  • Капуллер Д. А., Руководство по игре в короткие нарды (перевод с нем.), Издательство: Альфарет, Год выпуска: 2006, 226 с.
  • А. М. Носовский, Нарды — Бэкгаммон, Издательство: АСТ, Год выпуска: 2004, 32 с., ISBN: 5-17-026216-7.
  • В. Ревишвили, Спортивные нарды (перевод с груз.), Издательство: Тбилиси, Год выпуска: 1997, 43 с.