Үәһһәбилек

Үәһһәбилек
Кем хөрмәтенә аталған Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб
Нигеҙләүсе Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб
Сәнғәт йүнәлеше Әҫәрилек һәм Сәләфилек
Ил Первый Дирийский эмират[d]
 Дирийский эмират[d]
Мәзһәб хәнбәлилек
Связанное изображение
 Үәһһәбилек Викимилектә

Үәһһәбилек (ғәр. الوهابية‎, әл-үәһһәбиәт; рус. Ваххабизм) — исламда XVIII быуатта барлыҡҡа килгән ағым. Хәрәкәт Ибн Тәймиәнең (1263—1328) эйәрсене Мөхәммәт ибн Ғәбдел-Үәһһәб исеме менән аталған (1703—1792)[1]

  1. Тәүхид принцибын теүәл үтәү;
  2. Диндә бидғәттәрҙе инҡар итеү[2]
  3. Мәҙһәбтәргә һуҡырҙарса эйәреүҙе кире ҡағыу
  4. Сәләфиҙәрҙең Аллаһ атрибуттарын һәм Исемдәрен шәрехләүен генә берҙән-бер дөрөҫ тип таныу
  5. Көфөрлөктөң ҡушылыуы кешене диндән сығара алыуына ышаныу. Был принцип үәһһәбиҙәрҙең идеологияһын ҡабул итмәгән мосолмандарҙы диндән сығыуҙа ғәйепләргә мөмкинлек бирә, был уларҙың мөлкәтен һәм ғүмерен яҡланыуҙан мәхрүм итә.

Үәһһәбиҙәрҙең сәйәси программаһы — Ғәрәбстандағы ваҡ кенәзлектәрҙе бергә туплау, төрлө низағ-талашларҙы, феодаль анархияны бөтөрөү. XIX быуат башында Ғәрәбстан ярымутрауы бер дәүләт территорияһына әүерелә. Ләкин шунан һуң бер нисә мәртәбә тарҡала һәм яңынан ойошторола. XX быуатта Ибн Сәғүд (1880—1953) етәкселегендә, Бөйөк Британия дәүләте ярҙамында Ғәрәбстандағы ваҡ кенәзлектәрҙе үҙенә буйһондороп, йәиһә юҡ итеп, Сәғүд Ғәрәбстаны биләмәләре менән ойошҡан мәмләкәт барлыҡҡа килә. Сәғүд Ғәрәбстанында үәһһәбилек рәсми идеология дәрәжәһенә күтәрелә [3]

  • Сәләфилек
  • Тәүхид
  • Үәһһәб
  • Үәһһәбиә
урыҫ телендә
башҡа телдәрҙә
  • В КСА отрекаются от ваххабизма (неопр.).
  • Книга «Заблуждение ваххабитов». Автор — Муфтий Мекки Ас-Сайид Ахмад ибн Зайни Дахлян (1812—1884) (неопр.).