Әзербайжан халҡының күпселеге Ислам динен тота; Pew Research тикшеренеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса, 2009 йылда ил халҡының яҡынса 99,2 проценты мосолман булған[1], Кавказ мосолмандар идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, шуларҙың мосолман динен тотоусы 85 % — шиғыйҙар (Жәғәфәри мәҙһәб), ҡалған 15 % -ын сөнниҙәр (башлыса Шәфиғи мәҙһәб) тәшкил иткән[2].
Әзербайжанда Ислам | ||||
---|---|---|---|---|
Ислам | Процент | |||
Шиғыйҙар | 85 % | |||
Сөнниҙәр | 15 % | |||
Хәҙерге Әзербайжан биләмәһенә ислам VII быуат уртаһында ғәрәптәр Кавказ аръяғына баҫып ингән ваҡытта үтеп инә. Ғүмәр ибн әл-Хәттаб хәлифә заманында ғәрәптәр 642 йылда Иран Әзербайжаны яғынан Фарсы Әрмәнстанының Нахичевань өлкәһенә һөжүм итә, уны ала һәм талай. Ир-аттың күптәрен үлтергәндәр, ә башҡаларын, ҡатындары һәм балалары менән бергә Джульфин кисеүе аша Аракс аръяғына сығарып, әсирлеккә алып киткәндәр. Ғәрәп тарихсыһы әл-Бәләҙири хәбәр итеүенсә, 654 йылда Усман ибн Әффан хәлифәнең бойороғо буйынса ғәрәп полководецы Сәлмән ибн Рабиға әл Бәхили бик күп төбәктәрҙе яулап ала.
2010 йылдың 9 декабренда Әзербайжандың мәғариф министры Мисир Мәрҙәнов урта мәктәп уҡыусылары мәктәпкә хижәп кейеп йөрөргә тейеш түгел тип иғлан итә[3]. Мәғариф министры аңлатыуынса, «мәктәптәрҙә кейем-һалым буйынса аныҡ билдәләнгән ил закондары бар»[4]. Әммә был диндарҙар араһында ризаһыҙлыҡ тыуҙыра һәм хижәбты яҡлап ҡаршылыҡ акцияларына килтерә.[5].
2011 йылдың 2 ғинуарында Әзербайжан Ислам Партияһы лидеры Мөвсүм Самедов мәктәптә хижәп йөрөтөүҙе тыйыуға ҡәтғи ҡаршы сыға һәм властарҙың сәйәсәтен тәнҡитләй, "әзербайжан халҡы күтәрелергә һәм деспотик режимға нөктә ҡуйырға тейеш" тип иғлан итә[6]. Бер нисә көндән һуң ул һәм тағы бер нисә партия ағзаһы башта хулиганлыҡта ғәйепләнеп, ҡулға алына, ә һуңынан теракт әҙерләүҙә, законһыҙ ҡорал һәм шартлатҡыс матдәләр һаҡлауҙа, шулай уҡ власты көсләп тартып алырға йыйыныуҙа ғәйепләнә[7]. Шул уҡ йылдың октябрендә суд ИПА-ның ете ағзаһын, шул иҫәптән партия рәйесен дә, төрлө сроктарға-10 йылдан 12 йылға тиклем иректән мәхрүм итә[8].