7-се Ҡышҡы Азия уйындары Астанала һәм Алматыла (Ҡаҙағстан) 2011 йылдың ғинуар — февраль айҙарында үтә. Алматы Күвейттә 2006 йылдың 5 ғинуарында һайлап алына[1], 2007 йылдың 29 октябрендә ярыштың бер өлөшө Алматынан Астанаға күсерелә[2].
2007 йылдың 29 октябрендә Азия олимпия советының сираттағы сессияһында Ҡаҙағстандың үтенесе ҡәнәғәтләндерелә. Унда ҡатнашыусылар 2011 йылғы Азия уйындарының географияһын киңәйтеүҙе хуплай.
Был ҡарарға ярашлы, уйындарҙы асыу тантанаһы Астанала, ә ябыу тантанаһы Алматыла Балуан Шолак исемендәге Спорт һарайында үтә[3]. 30 ғинуарҙа Астана ҡалаһының ябыҡ футбол стадионында уйындарҙы асыу тантанаһы үтә[4]. Баш ҡалала боҙҙа фигуралы шыуыу, ир-егеттәр хоккейы, конькиҙа тиҙлеккә йүгереү һәм шорт-трек ярыштары үткәрелә. Алматыла «ҡар» дисциплиналары: саңғыла уҙышыу, тау саңғыһы, саңғыла һикереү, биатлон, саңғыла спорт ориентирлашыуы ҡала. Шулай уҡ туп менән хоккей (бенди) һәм ҡатын-ҡыҙҙар хоккейы үткәрелә[5].
2011 йылғы Ҡышҡы Азия уйындарын үткәреүгә сығымдарҙың дөйөм хаҡы 1,682 миллиард доллар тәшкил итә[6]. Шуларҙың 1,4 миллиарды спорт һәм башҡа инфраструктураны төҙөүгә/үҙгәртеп ҡороуға тотонола. Уйындарҙы ойоштороуға 282 миллион доллар сарыф ителә.
Ҡала | Спорт аренаһы[7] | Спорт төрҙәре | Тамашасылар һыйышлығы |
---|---|---|---|
Астана | Астана Арена | Асыу тантанаһы | 30 000 |
«Алау» Боҙ һарайы | Конькиҙа йүгереү спорты | 8 773 | |
«Ҡаҙағстан» Спорт һарайы | Хоккей (ирҙәр) | 5 050 | |
Ҡаҙағстан велотрегы | Шорт-трек, фигуралы шыуыу | 8 000 | |
Алматы | Балуан Шолак исемендәге Спорт һарайы | Хоккей (ҡатын-ҡыҙҙар), ябыу тантанаһы | 3 725 |
Медеу | Туплы хоккей | 8 100 | |
Халыҡ-ара трамплиндан һикереү комплексы | Трамплиндан саңғыла һикереү | 5 200 | |
«Шимбулак» тау базаһы | Тау саңғыһы спорты | 3000 | |
Алматы өлкәһе | Алатау саңғы-биатлон стадионы | Биатлон, Саңғы спорты, саңғыла ориентирлашыу | 3100 |
Табаган спорт-күңел асыу комплексы | Фристайл | 2 250 |
Алматыла Һәм Астанала Ҡышҡы Азия уйындарының символы итеп барыс балаһы Ирби раҫлана. Уйындар ваҡытында сувенир сифатында статуэткалар һатыуға сыға. Символ күп кенә реклама стендтарында һәм спорт инвентарында урын ала.
Спорт саралары алдынан ҡышҡы Азия уйындары тарихында тәүге тапҡыр олимпия факелы эстафетаһы үтә[8], ул 20 көн эсендә Ҡаҙағстандың бөтә төбәктәре аша меңдән ашыу факел йөрөтөүсе ҡатнашлығында үтә. Ерулан Канапьянов эстафета өсөн махсус рәүештә факел эстафетаһы гимны яҙа. Текстың авторы — йырсы Шомишбай Сариев. Гимнды Ҡаҙағстандың халыҡ артистары Роза Рымбаева һәм Әлибәк Денишев башҡара[9].
Алматы аэропортын яңыртыу 2008 йылдың декабренә тамамлана.
2011 йылдың 17 ғинуарында Ҡаҙағстан Милли банкы 20 миллион дана тиражлы иҫтәлекле көмөш тәңкә сығара, улар Ҡаҙағстанда VII Ҡышҡы Азия уйындарына арнала[10].
● | Асыу тантанаһы | ● | Ярыштар | ● | Ярыштар Финалы | ● | Күрһәтмә сығыштары | ● | Ябыу тантанаһы |
Ғинуар/Февраль | 28 | 29 | 30 | 31 | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | Миҙалдар |
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
йома | шәмбе | йәкшәмбе | дүшәмбе | шишәмбе | шаршамбы | кесаҙна | йома | шәмбе | йәкшәмбе | ||
Тантаналар | ● | ● | |||||||||
Биатлон | 1 | 1 | 1 | 2 | 1 | 1 | 7 | ||||
Туп менән Хоккей | 1 | 1 | |||||||||
Тау саңғыһы спорты | 2 | 2 | 2 | 6 | |||||||
Шайбалы Хоккей | 1 | 1 | 2 | ||||||||
Конькиҙа йүгереү спорты | 2 | 2 | 2 | 2 | 2 | 2 | 12 | ||||
Саңғы ярыштары | 2 | 2 | 2 | 2 | 2 | 2 | 12 | ||||
Саңғыла трамплиндан һикереү | 1 | 1 | 1 | 3 | |||||||
Саңғыла ориентирлашыу | 2 | 2 | 2 | 2 | 8 | ||||||
Фигуралы шыуыу | 1 | 3 | 4 | ||||||||
Фристайл | 2 | 2 | 2 | 6 | |||||||
Шорт-трек | 2 | 2 | 4 | 8 | |||||||
Миҙалдар | 14 | 11 | 12 | 7 | 8 | 10 | 7 | 69 | |||
Ғинуар/Февраль | 28 | 29 | 30 | 31 | 1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | Миҙалдар |
Ҡышҡы Азия уйындары тарихында тәүге тапҡыр туп менән хоккей һәм саңғыла ориентирлашыу буйынса ярыштар үткәрелә[11][12]. Алдағы Уйындар менән сағыштырғанда кёрлинг һәм сноуборд буйынса ярыштар үткәрелмәй, трамплиндан саңғыла һикереү программаға кире ҡайтарыла. Йәйә эсендә спорт төрҙәре буйынса уйнатылған миҙал комплекттары һаны күрһәтелгән.
|
|
Уйындарҙа 26((((илдән спортсы ҡатнаша.
Ярыштар тамамланғандан һуң миҙал иҫәбе[13]. Ҡабул итеүсе ил зәңгәр төҫ менән билдәләнгән.
Урын | Страна | Алтын | Көмөш | Бронза | Бөтәһе |
---|---|---|---|---|---|
1 | Ҡаҙағстан | 32 | 21 | 17 | 70 |
2 | Япония | 13 | 24 | 17 | 54 |
3 | Корея Республикаһы | 13 | 12 | 13 | 38 |
4 | Ҡытай | 11 | 10 | 14 | 35 |
5 | Монголия | 0 | 1 | 4 | 5 |
6 | Иран | 0 | 1 | 2 | 3 |
7 | Ҡырғыҙстан | 0 | 0 | 1 | 1 |
7 | КНДР | 0 | 0 | 1 | 1 |
Бөтәһе | 69 | 69 | 69 | 207 |