"All Eyes on Rafah" — Фәләстин-Израиль һуғышы һәм Рәфәхкә һөжүм ваҡытында ҡулланылған Фәләстин яҡлы сәйәси лозунг, башлыса социаль селтәрҙәрҙә ҡулланыла. Инглиз теленән тәржемә иткәндә, "Бөтә күҙҙәр Рәфәхкә", "Бөтә иғтибарҙы Рафахҡа йүнәлтәйек".[1][2]
Был фраза Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының Ғәззә һәм Көнбайыш яр буйынса вәкиле Ричард "Рик" Пиперкорндың[3] 2024 йылдың февралендә БМО журналистарға биргән тәғлигенән килеп сыға: "Бөтә күҙҙәр Рәфәхкә төбәлгән".[4] Пиперкорн тапшырыуынан был өҙөк һабанай башында Рәфәхкә һөжүм башланғандан һуң таратыла башлай, һәм шул уҡ айҙа лозунгтың яһалма зиһниәт менән эшләнгән һүрәте Instagram-та тарала[4].
#alleyesonrafah хэштегы TikTok-та миллионлаған тапҡыр ҡаралған видеола күрһәтелгән һәм халыҡ-ара иғтираздар ваҡытында ҡулланылған[4].