Demofest | |
Demofest Викимилектә |
Demofest — йыл һайын уткәрелгән музыкаль фестиваль, Кастел ҡәлғәһендә, Баня-лука ҡалаһында, Серб республикаһында үтә. 2008 йылдан алып һәр июлдә элекке Югославия илдәренән йәш һәм бойондороҡһоҙ төркөмдәр ҡатнашыуында даими уҙғарыла. Хәҙерге ваҡытта Көньяҡ-Көнсығыш Европа территорияһында иң ҙур бойондороҡһоҙ музыка фестивале һәм региондың иң ҙур бушлай фестивале булып тора.
«Демофест» ярыш һәм ярыш булмаған программаларҙан тора. Ярыш өлөшө Босния һәм Герцеговина, Словения, Хорватия, Сербия, Черногория, Македония илдәренән бойондороҡһоҙ төркөмдәр өсөн асыҡ. Ярыш булмаған өлөшөндә урындағы популяр коллективтар йәки бөтә донъяға танылыуға өлгәшкән сит ил коллективтары сығыш яһай, мәҫәлән: Guano Apes, Kosheen, Stereo 's MC', Kelis, Тәм Lovin' Criminals, Triggerfinger, Dub Asian Foundation, Кирил Джайковски, Kolektiv Dubioza, Majke, pop Psihomodo, Urban Damir, 'S R. S. A., Partibrejkers. Фестиваль форматында жанрҙың ҡаты сикләүҙәре юҡ, сығыш яһаусылар араһында рок, поп, пан, метал, хип-хоп, регги һәм һ.б. жанр вәкилдәре осрай.
2008—2015 йылдарҙа, фестивалдә 3000 ашыу бойондороҡһоҙ төркөм ҡатнашҡан, 61 коллектив конкурс программаһынан тыш сығыш яһаған. Фестивалдең бөтә сараларына бушлай инеү ҡаралған,һуңғы йылдарҙа, йыл һайын 40 меңдән ашыу кеше килә[1].
2013 йылда Demofest ЮНЕСКОның элекке Югославия илдәре араһында мәҙәни яҡынайыуға булышлыҡ иткән һәм илдәр араһында бәйләнештәр урынлаштырыу проекттарының исемлегенә ингән[2]. Фестиваль күп кенә халыҡ-ара институттар һәм власть структуралары менән бәйләнеш булдырған[3],төбәк һәм сит ил матбуғатында уның эшмәкәрлеге ентекле яҡтыртыла : The Guardian, Vice, MTV һ.б[4][5][6]. 2011 йылда Zduhač znači avantura тигән нәфис фильм төшөрөлгән, сюжет үҙәгендә — бер нисә персонаждың «Демофест»ҡа барыуы.
Фестивалдең конкурс программаһында, ҙур компаниялар менән контрактары булмаған, бойондороҡһоҙ төркөмдәргә генә ҡатнашыу рөхсәт ителә. Ғәҙәттә, яҙ башында тәүге заявкаларҙы ҡабул ителә башлай, ойоштороусыларға музыканттар үҙ ижадының демояҙмаларын һәм тейеле мәғлүмәти анкеталарын ебәрәләр, ике ай дауамында жюри фестиваль сәхнәһендә ярышта ҡатнашасаҡ 30-40 претендентты һайлап ала. Беренсе ике көндә квалификацион концерттар үтә, шул концертар йомғаҡтары буйынса 10-лап ҡатнашыусы финалға һайлаылна. Төркөмдәрҙең сығыштарын абруйлы музыкантар, журналистар, продюсерҙар һәм музыка тәнҡитселәренән торған махсус жюри баһалай. Төрлө ваҡыттарҙа Рамбо Амадеус, Эльвир Лакович, Влатко Стефановски, Марко Шелич, Милорад Милинкович, Пётр Янатович, Бранимир Локнер жюри ағзаһы булараҡ билдәле булғандар.
Еңеүсе команда профессиональ студияла тауыш яҙҙырыу, сифатлы видеоклип һәм альбом сығарыу менән бүләкләнә. Икенсе урын һәм өсөнсө урын алған коллективтар аҡсалата бүләктәрҙән тыш, төрлө сәхнә ҡорамалдарына ла лайыҡ булалар. Бер нисә махсус приздар ҡаралаған, мәҫәлән, фестивалдең иң яҡшы басисы ҡулдан эшләнгән бас-гитара менән бүләкләнә, иң яҡшы барабансы һуҡма ҡоролмал элементтары ала.
2011 йылдан башлап, «Демофест» өс көн дауамында үтә. Хедлайнерҙар, ғәҙәттә, конкурс программаһы тамамланғандан һуң, фестивалдең аҙағында сығыш яһайҙар. Музыкаттарҙан башҡа, фестивалдә йәштәр мәҙәниәтенең башҡа вәкилдәре лә була, граффити, комикстарҙың авторҙары, фото һәм нәфис күргәҙмәләр ойошторола, кинофильмдар күрһәтелә, китаптар презентациялары, семинарҙар, лекциялар, оҫталыҡ дәрестәре үткәрелә.