Ethereum — ҙурлығы буйынса Биткойндан һуң баҙар капитализацияһы буйынса икенсе платформа. Ethereum асыҡ сығанаҡ булып тора һәм блокчейн технологияһына нигеҙләнгән. Bitcoin кеүек үк, Ethereum үҙәкләштерелгән селтәр түгел һәм үҙәк ойошма тарафынан контролдә тотолмай, ул онлайн-түләүҙәрҙе банкыға йәки өсөнсө яҡҡа мохтажлыҡһыҙ аноним башҡарырға мөмкинлек бирә.[8]
ETH аббревиатураһы һәм грек хәрефенә оҡшаған Xi Ξ символдары Ethereum алмашыу берәмектәрен билдәләү өсөн ҡулланыла. Кәсер һандарҙың үҙ атамалары бар: 1/1000 — финни, 1/106 — сабо, 1/1018 — вэй.
Ethereum майнингы биткойндыҡына оҡшаш, ләкин блок сылбырын сискән саҡта Ethereum майнеры эфир эшләй. Ethereum-дың төп функцияһы — смарт-контракттар. Ethereum смарт-контрактары Ethereum йәки EVM виртуаль машинаһы тарафынан башҡарыла.[9]
Башҡа криптовалюта һымаҡ уҡ Ethereum-ды һатырға, һатып алырға, алмаштырырға һәм хаҡ түләргә була. Ethereum технологияһы төрлө активта булған транзакцияларҙы яҙҙырырға мөмкинселек бирә, бының өсөн традицион юридик процедуралар кәрәкмәй.[10] Биткойндан айырмалы рәүештә, Ethereum — запасы сикһеҙ булған криптовалюта. Тимәк, криптовалютаға инфляция ла ҡағыла.[11] Ethereum криптовалюта биржаһында әүҙем һатыла. 2021 йылдың февраль айында уның дөйөм капитализацияһы 180 миллиард долларҙан артты.[12]
Төрлө ойошмаларҙа был платформа ҡыҙыҡһыныу уятты, шул иҫәптән Microsoft, IBM, JPG Morgan Chase. Bloomberg Businessweek раҫлауы буйынса Ethereum таратҡан программа тәьминәтен рөхсәтһеҙ ҡыҫылыуҙан һаҡланырға теләгән һәр кем ҡуллана ала.[13] Һеҙгә таныш булмаған кеше менән хәүефһеҙ эш алып барыу мөмкинселегенә эйә буласаҡһығыҙ, сөнки терминдар блокчейнға һалынған смарт-контрактта теркәлгән.[14]