ICQ

ICQ (инглI seek You — «мин һине эҙләйем») — Интернет селтәренең етеҙ хәбәрләшеү буйынса үҙәкләштерелгән хеҙмәте, әлеге ваҡытта Mail.ru Group инвестициялау фондының милке булып тора. ICQ хеҙмәте OSCAR протоколын ҡуллана. Мессенджер серверға тоташтырыла. Сервер аша башҡа клиенттарҙы эҙләп табыу һәм бәйләнешкә инеү тормошҡа ашырыла. Ә хәбәрләшеү сервер аша ла, унһыҙ ҙа бара ала. Күп һанлы клиент үтенестәрен хеҙмәтләндереүсе ҡеүәтле селтәр системаларының күпселеге кеүек үк, был сервер ҙа берҙән-бер түгел.

Эш итеү дәүерендә ICQ бик күп клиенттар сығара һәм күп үҙгәрештәр кисерә. 2013 йылдың сентябренә Рәсәйҙә ICQ’ның айлыҡ дөйөм аудиторияһы 7,9 миллион тәшкил итә (донъяла — 12,3 миллион)[1], 2014 йыл аҙағына: Рәсәйҙә — 6,7 млн, донъяла — 11 млн[2].

Хеҙмәттән файҙаланыу өсөн клиенттың интерфейсы йә интернет-портал аша иҫәп яҙмаһын теркәргә кәрәк. Файҙаланыусыларҙы таныу өсөн хеҙмәт UIN-ды (Universal Identification Number) — һәр иҫәп яҙмаһы өсөн уникаль булған, 5 — 9 ғәрәп һанынан торған номерҙы ҡуллана. J2ME өсөн мобиль клиенттың һуңғы версияһында кеҫә телефоны номеры буйынса инеү мөмкинлеге булдырылды.

2011 йылдың көҙөндә ICQ мөһим үҙгәрешкә дусар булды: хәҙер ICQ хеҙмәте бер үк иҫәп яҙмаһы менән күп һанлы тоташыу мөмкинлегенә эйә[3].

Хеҙмәт һәр иҫәп яҙмаһы өсөн түбәндәге мәғлүмәттәрҙе һаҡлай:

  • никнейм — файҙаланыусының башҡаларға күренә торған исеме, уны, UIN-дан айырмалы, үҙгәртеп була, ул уникаль булмаһа ла, йәғни башҡа аккаунттарҙыҡы менән тап килһә лә ярай;
  • серһүҙҙе юғалтҡанда аккаунтҡа инеү мөмкинлеген биреүсе электрон почта адресы, ул хәтерҙә ҡалдырыу ауыр булған UIN урынына системаға инеү өсөн дә файҙаланыла ала (элегерәк эҙләү өсөн дә ҡулланыла ине);
  • файҙаланыусы индергән асыҡ мәғлүмәт, ул исемдән, фамилиянан, мауығыуҙар исемлегенән, географик урынды, белгән телдәрҙе күрһәтеүҙән, тасуирламанан һ.б. торорға мөмкин;
  • BMP, JPEG йәки GIF форматындағы бер аватар;
  • бәйләнештәр исемлеге — әңгәмәләштәрҙең UIN-номерҙары;
  • селтәрҙә булыу-булмау күрһәткесе;
  • өҫтәмә мәғлүмәти статус.

Хәбәрҙәр тарихы серверҙарҙа һаҡланмай, тик программа-клиент тарафынан файҙаланыусының ҡорамалында ғына һаҡлана һәм уның интерфейсы аша ғына уға инеү мөмкин.

Башҡа файҙаланыусының UIN- ын белһәң, уның менән хәбәрләшергә, уны контакттар исемлегенә өҫтәргә мөмкин. Файҙаланыусыларҙы эҙләү өсөн системала эске эҙләү функцияһы бар.

Аккаунтты юйҙырыу мөмкинлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тәүҙә бындай мөмкинлек була, ләкин 2002 йылғы үҙгәртеп ҡороуҙан һуң аккаунтты (UIN) юйҙырыу мөмкинлеге бөтә. Бының һөҙөмтәһендә «өрәктәр» — системала теркәлгән, ләкин ҡулланылмаған аккаунттар күбәйә. Әле иҫәп яҙмаһын юйҙырыу мөмкинлеге тағы булдырылған һәм ул ICQ-ның рәсми сайтында тора.[4]

Һәр иҫәп яҙмаһына ҡарата селтәрҙә булыу-булмау статусы тоҡандырыла. Төп статустар теҙмәһе бар.

Файҙаланыусы системала бөтөнләй булмаһа (танылмаһа), уға «Селтәрҙә түгел» йәки «Оффлайн» (Offline) тигән статус бирелә; әгәр ул селтәрҙә булһа (танылһа), уның статусы «Селтәрҙә» йәки «Онлайн» (Online) була. Тағы бер нисә статус бар:

  • Китеп торҙо (Away) — файҙаланыусы күпмелер ваҡыт әүҙемлек күрһәтмәгән (төрткөнө йөрөтмәгән йә баҫмаҡтарға баҫмаған) осраҡта. Статус ҡулдан да ҡуйыла ала.
  • Бәйләнеш мөмикн түгел (N/A — Not Available) — файҙаланыусының «Китеп торҙо» статусын алғандан һуң тағы күпмелер ваҡыт әүҙемлек күрһәтмәгәнендә бирелә. Ҡулдан да ҡуйыла ала.

Ҡағиҙә булараҡ, был статустарға (Away һәм N/A) автоматик күсеүҙе клиент көйләүҙәрендә һүндереп ҡуйырға була.

Шулай уҡ «Әңгәмәләшеүгә ирекле (Free for chat)», «Бимазаламаҫҡа» (Do not disturb) һәм «Буш түгел» (Occupied) статустары бар.

Бынан тыш, файҙаланыусы иҫәп яҙмаһы өсөн «күренмәү режимы» (invisible) ҡуя ала. Был режимда башҡа файҙаланыусыларға «селтәрҙә түгел» статусы күренә, бары тик күренеү исемлегенә индерелгән файҙаланыусыларға ғына селтәрҙә барлыҡ күренә.

Контакттар исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

ICQ 2001 сыҡҡансы контакттар исемлеге клиент яғында һаҡлана ине. ICQ 2001-ҙән башлап файҙаланыусының контакттары серверҙа ята, был иҫәп яҙмаңа төрлө ҡоролманан ингәндә контакттарҙы ҡабат-ҡабат өҫтәп тороу ихтыяжынан ҡотҡарҙы. Исемлектәге контакттар төркөмдәргә бүленә, файҙаланыусы уларҙың исемдәрен һәм һанын үҙгәртә ала.

Контактты өҫтәгәндә танылыу — булыу-булмау статусын күреүгә һәм файлдар ебәреүгә рөхсәт талап ителеүе мөмкин.

Исемлеккә иң күбе 1000 контакт индерелергә мөмкин[5].

Йәшеренлек кимәлен тәьмин итеү өсөн ICQ-ла бер нисә төрлө исемлек була ала:

  • Күрге килмәгәндәр исемелеге — бындай файҙаланыусыларҙан бер ниндәй белешмәләр алынмай, уларға «Селтәрҙә түгел» тигәндән башҡа статус күренмәй. Был исемлеккә индергәндә файҙаланыусы контакттар исемлегенән юйыла, юйғанда иһә был исемлеккә үҙенән-үҙе индерелә.
  • Күреүселәр исемлеге.
  • Күрмәүселәр исемелеге.

ICQ-ла файлдар Peer-to-peer технологияһы буйынса ебәрелә, йәғни ике компьютер үҙ-ара тоташҡан булһа, сервер ҡатнашлығынан тыш та тапшырыла. Файлдар уларҙы алыусы «Селтәрҙә» статуслы булһа ғына тапшырыла ала. Был ысул шуның менән хәүефле: ебәреүсе алыусының IP-һын белеүе (йәки киреһенсә) йә уға зарарлы программа тәьминәте ебәреүе ихтимал. ICQ 5-тән башлап файлдарҙы ICQ серверы аша ебәреү мөмкинлеге тыуҙы.

1996 йылдың 15 ноябрендә Тель-Авивтан (Израиль) өлкән класс уҡыусылары Арик Варди, Яир Голдфингер, Сефи Вигисер һәм Амнон Әмир Mirabilis компанияһын ойоштора һәм ICQ интернет-пейджерын уйлап сығара.

Программа тәьминәте башта түләүһеҙ таратыла.

Файҙаланыусылар һаны ҙур тиҙлек менән арта. Mirabilis иһә IM-ды айырым файҙаланыусыларға ғына түгел, корпоратив клиенттарға ла тәҡдим итә.

1998 йылда компанияны Американың AOL корпорацияһы 407 млн долларға һатып ала һәм ул Time Warner — ICQ, Incorporated өлөшө итеп үҙгәртелә[7].

2010 йылдың апрелендә биләүселәренең береһе Алишер Усманов булған Digital Sky Technologies (DST) инвестициялау фонды ICQ етеҙ хәбәрләшеү сервисын 187,5 миллион долларға һатып алыу тураһында AOL менән килешеү төҙөй[8]. DST үҙгәртеп ҡоролғандан һуң 2010 йылдың сентябрендә ICQ Mail.Ru Group составына инә.