Nasdaq

Nasdaq
Тармаҡ финансовые услуги[d]
Нигеҙләү датаһы 4 февраль 1971
Логотип
Рәсем
Генераль директор Адена Фридман[d]
Дәүләт  Америка Ҡушма Штаттары
Административ-территориаль берәмек Нью-Йорк
Рыночная капитализация 17 250 000 000 000 $ (16 октябрь 2020)[1]
Баш компания (ойошма, предприятие) Nasdaq[d]
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Уан-Либерти-Плаза[d], Манхэттен[d], Нью-Йорк, Нью-Йорк, Америка Ҡушма Штаттары
Каталог коды nasdaq[2]
Регулируется NASD[d][3]
Хеҙмәтләндереүсе Nasdaq[d]
Рәсми сайт nasdaq.com
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 756 432
 Nasdaq Викимилектә

NASDAQ (ингл. National Association of Securities Dealers Automated Quotation тигән атаманың ҡыҫҡ., «Насдак» тип уҡыла — Ҡиммәтле ҡағыҙҙар буйынса дилерҙар милли ассоциацияһының Автоматлаштырылған котировкалар хеҙмәте) — юғары технологиялы компанияларҙың (электроника, программа тәьминәте етештереү һ. б.) акцияларында махсуслашҡан АҠШ биржаһы. АҠШ-тың өс төп фонд биржаһының береһе (тағы икәүһе — NYSE һәм AMEX), NASD-ның подразделениеһы, SEC контроллеге аҫтында. Биржаға Американың NASDAQ OMX Group компанияһы хужа. NASDAQ-тан тыш, ул тағы Европала 8 биржа тота.

1971 йылдың 8 февралендә нигеҙләнгән. Атамаһы котировкалар алыуҙың автоматлаштырылған системаһына бәйле, биржа шунан башланған. Әлеге ваҡытта NASDAQ 3 200-ҙән ашыу компанияның акцияһы менән сауҙа итә[4].

NASDAQ-тың даими сауҙа сессияһы Төньяҡ-Америка көнсығыш ваҡыты (UTC−5) буйынса 9:30 сәғәттә башлана һәм 16:00 сәғәттә тамамлана. Сауҙа операциялары SuperMontage һәм Primex платформалары базаһында үтә. Даими сессия тамамланғандан һуң, сауҙа SelectNet платфомаһында сауҙанан һуңғы сессияла 20:00 сәғәткә тиклем барырға мөмкин.

NASDAQ биржаһында алып барылған сауҙа схемаһы традицион биржа сауҙаһынан айырыла. Бында бер нисә маркетмейкер клиенттың ордерын башҡарыу өсөн ярыша. Әлеге мәлгә уларҙың һаны алты йәҙ самаһы. NASDAQ-та маркетмейкерҙың төп вазифаһы (NYSE-тағы кеүек үк) — котировкаларҙы өҙлөкһөҙ тәҡдим итеп тороу һәм сауҙа ваҡытында акцияларҙың билдәле бер төрө буйынса ликвидлыҡты тәьмин итеү. Йәғни маркетмейкер, баҙарҙа ихтыяжға яуап биргән ҡаршы тәҡдим булмаған хәлдә, клиенттан алынған ордерҙы үҙ резервы иҫәбенә башҡарырға бурыслы. Ҡайһы бер маркетмейкерҙар шул рәүешле бер нисә йөҙ акцияны тотоп килә, икенселәре — бер нисә меңде. Һөҙөмтәлә, акцияларҙың бер төрө буйынса ликвидлыҡты — ун дүрт маркетмейкер, башҡалары буйынса иллегә тиклем маркетмейкер тәьмин итә. Билдәле бер акция буйынса NASDAQ системаһы котировкалары — маркетмейкерҙар һәм альтернатив сауҙа системалары тәҡдим иткән котировкаларҙы сағыштырыу һөҙөмтәһе ул.


Дөйөм мәғлүмәттәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡа сауҙа системалары кеүек үк, NASDAQ биржаһы үҙ эшенең әүҙемлеген билдәләгән индекстарға эйә. Төп (йыйылма) — NASDAQ[5]. Әлеге мәлдә NASDAQ-та юғары технологиялы компанияларҙың акциялары ғына котировкаланмай, шунлыҡтан иҡтисадтың һәр тармағындағы хәлде сағылдырырлыҡ индекстар системаһы барлыҡҡа килде. Әле NASDAQ электрон системаһында һатылған ҡиммәтле ҡағыҙҙар котировкаларына нигеҙләнеп эшләнгән шундай утыҙ индекс бар.

NASDAQ Composite юғары технологиялы компаниялар индексы 2000 йылдың мартында иң юғары үренә өлгәшә, шунан һуң түбән тәгәрәү була

NASDAQ Composite — ул NASDAQ-тың йыйылма индексы. Уға NASDAQ листингындағы биш меңдән ашыу компания инә (Американыҡылар ҙа, сит илдәрҙекеләр ҙә). Уларҙың һәр береһенең акциялары индексҡа үҙенең баҙар хаҡына пропорциональ йоғонто яһай. Баҙар хаҡы бик анһат хисаплана: компания акцияларының дөйөм һаны бер акцияның ағымдағы хаҡына ҡабатлана. Был индексты хисаплау 1971 йылдың 5 февралендә 100 кимәленән башлана, ә 2000 йылға ул хатта 5000 билдәһенә етә, тик компьютер һәм мәғлүмәт технологиялары баҙары тотош төшкәндән һуң, ул да түбәнәйә, әммә 2010 йылдан алып ышаныслы үҫеш кисерә, әле 7500 пункт тирәһенә еткән.

NASDAQ National Market Composite index

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

NASDAQ National Market Composite индексы ла NASDAQ Composite индексына оҡшаш, айырмаһы Милли баҙар (National Market) листингындағы акциялар нигеҙендә төҙөлөүҙән генә ғибәрәт.

NASDAQ-100 Index — NASDAQ биржаһында теркәлгән һәм финанс секторына ҡарамаған иң эре 100 компанияның баҙар капитализацияһы нигеҙендә хисаплана[6].

NASDAQ-тың башҡа индекстары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Үрҙә аталғандарҙан тыш, башҡа индекстар ҙа бар. Мәҫәлән:

  • NASDAQ Bank Index — банк секторы компаниялары өсөн
  • NASDAQ Biotechnology Index — медицина һәм фармацевтика компаниялары өсөн
  • NASDAQ Computer Index — компьютерҙар өсөн программа һәм аппарат тәьминәте эшләүсе компаниялар өсөн
  • NASDAQ Financial Index — банктарҙан һәм страховка компанияларын индермәйенсә, финанс секторы компаниялары өсөн
  • NASDAQ Industrial Index — сәнәғәт компаниялары өсөн
  • NASDAQ Insurance Index — страховка компаниялары өсөн
  • NASDAQ Telecommunications Index — телекоммуникация компаниялары өсөн.

Официальный сайт NASDAQ  (инг.)