SCImago Institutions Rankings

SCImago Institutions Rankings
Төп тема Юғары белем
Ил  Испания
Әҫәрҙең теле инглизсә
Рәсми сайт scimagoir.com

SCImago Institutions Rankings (SIR[1]) ― SCImago төркөмө ― Испанияла урынлашҡан фәнни-тикшеренеү ойошмаһы 2009 йылдан алып баҫтырып сығарған[2] ғилми учреждениеларҙың рейтингы. Унда ағза булып Гранада университетынан, Карл Өсөнсө исемендәге Мадрид университетынан, Алькала университетынан, Эстремадура һәм Испанияның башҡа эре белем биреү учреждениеларынан Фәнни тикшеренеүҙәр буйынса Юғары совет (CSIC) ағзалары инә[3].

Рейтинг биш бүлеккә бүленгән: хөкүмәт, һаулыҡ һаҡлау, юғары белем, шәхси һәм башҡа. Уларҙың һәр ҡайһыһы өсөн тикшеренеү һөҙөмтәләре, халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте үҫтереү кимәле, нормалләштерелгән импакт һәм мәҡәләләр һаны буйынса баһалар ҡуйыла.

2020 йыл мәғлүмәттәре буйынса, рейтингта Рәсәйҙең белем биреү һәм фәнни-тикшеренеү учреждениелары араһынан М. В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты иң юғары урында тора (584-се урын)[4].

Институттарҙың фәнни, иҡтисади һәм социаль характеристикаһын сағылдырыусы индикаторҙар өс төркөмгә бүленгән. SIR үҙ эсенә институттың күләменә бәйле булған һәм унан бойондороҡһоҙ күрһәткестәрҙе ала. Шулай итеп, SIR учреждениеларҙың фәнни мәҡәләләр һәм башҡа ғилми продукция статистикаһын тәҡдим итә, был төрлө күләмдәге учреждениеларҙы сағыштырыу мөмкинлеген бирә. Төрлө күрһәткестәр буйынса һуңғы һөҙөмтә алынғас, улар 0-дән 100-гә тиклемге шкала буйынса нормаға индерелә[5].

  1. SCImago Institutions Rankings. Scimagoir.com. Дата обращения: 6 июнь 2012.
  2. SIR World Report 2010. Дата обращения: 6 июнь 2012. 2010 йыл 21 ноябрь архивланған.
  3. Members. SCImago Research Group. Scimago.es. Дата обращения: 6 июнь 2012. 2012 йыл 20 июнь архивланған.
  4. Research and Innovation Rankings 2020. Дата обращения: 27 ноябрь 2020.
  5. https://www.scimagoir.com/methodology.php