Skype (МФА: [skaɪ̯p]) — ябыҡ кодлы түләүһеҙ проприетар программа тәьминәте, компьютерҙар араһында Интернет аша текслы, тауышлы һәм һынлы элемтә урынлаштыра (IP-телефония), пиринг селтәрҙәре технологияларын, шулай уҡ мобиль һәм стационар телефондар өсөн түләүле хеҙмәттәрҙе лә ҡуллана. 2010 йыл аҙағына 663 млн файҙаланыусыһы була[1]. Программа эшләнмәселәренең күпселеге һәм дөйөм бүлек хеҙмәткәрҙәренең 44%-ы — Эстонияның Таллин һәм Тарту ҡалаларынан[2][3].
Программа конференц-шылтыратыуҙар (инициаторҙы ла һанап, бөтәһе 25 тауыш абоненты), һынлы шылтыратыуҙар (шулай уҡ 10-ға тиклем абонент ҡатнашҡан видеоконференциялар) үткәреү мөмкинлеген бирә, текслы хәбәрҙәр (чат) һәм файлдар тапшырыуҙы тәьмин итә. Һынланышты веб-камеранан да, монитор экранынан да тапшырып була[4], йәнә программаның өҫтәл версияларын файҙаланыусылар һынлы хәбәрҙәр ебәрә һәм ҡабул итә ала.
Mac OS X, iOS, Windows, Linux, Windows Phone, Open webOS, Android, PSP, Maemo, Xbox 360, PlayStation Vita, BlackBerry өсөн Skype программа клиенттары сығарылған. Шулай уҡ Java, Kindle Fire HD һәм Xbox One өсөн версиялар бар, Symbian өсөн дә клиент эшләнгән. Шулай уҡ LG, Panasonic, Philips, Samsung, Sharp, Sony Bravia, Toshiba, Vizio кеүек хәҙерге заман телевизорҙары өсөн Skype менән тоташыу ҡаралған.
Skype Technologies компанияһы 2003 йылда швед Никлас Зеннстрем һәм дат Янус Фриис тарафынан ойошторола[5]. Скайп программаһын эшләүҙә эстон программистары Ахти Хейнла, Прийт Казесалу һәм Яан Таллинн ҡатнаша, элгәре улар KaZaA файл алмашыу программаһын ижад иткән.
Программаның тәүге версиялары (0.97, 0.98) 2003 йылдың сентябрь-октябрендә үҙен швед сайты тип танытҡан сайтта барлыҡҡа килә. Программа, ICQ һәм MSN Messenger кеүек мессенджерҙарҙан айырмалы рәүештә,тауышлы бәйләнешкә көйләнгән ябай интерфейслы була. Skype уны ҡуйған мәлдә үк Windows’та торған телде һайлай, логины ла башҡаларҙыҡына ҡарағанда етеҙ була. Был программаны ҡуйыу һәм ҡулланыу ябайлығы уға бик күп файҙаланыусыларҙы йәлеп итә.
1.2 версияһында тәүләп автоматик яуап биреүсе (Voicemail) хасил була, ә 1.3 версияһынан башлап, һәр кем был хеҙмәтте ҡулланмаған файҙаланыусыларға ла хәбәр ебәрә ала. 1.2 версияһында тағы SkypeIn функцияһы барлыҡҡа килә, ул Skype’тағы иҫәп яҙмаһын телефон номерына бәйләй.
1.4 версияһында шылтыратыуҙарҙы Skype’тағы башҡа иҫәп яҙмаларына һәм ябай телефондарға күсереп йүнәлтеү мөмкинлеге тыуа.
2.0 версияһы — һынлы элемтәгә инеү, ә 2.5 SMS ебәреү, SkypeCast ойоштороу (был технология 2008 йылдың 1 сентябренән рәсми һүндерелә) һәм Microsoft Outlook менән ҡушылыу мөмкинлеген бирә.
2007 йылдың мартында 3.1 версияһында SkypeFind сервисы барлыҡҡа килә, ул файҙаланыусыларға фирмалар исемлеге төҙөү һәм уларҙың тасуирламаһын эшләү мөмкинлеген тыуҙыра. Ошо уҡ версияға Skype Prime ҡуйыла. 2007 йылдың авгусында Windows өсөн 3.5 барлыҡҡа килеп, унда файҙаланыусы профилендә видео ҡулланыу, чатҡа һынлы яҙма ҡыҫтырыу, шулай уҡ башҡа файҙаланыусыға йә төркөмгә шылтыратыуҙы йүнәлтеү һәм автоматик ҡабат шылтыратыуҙы көйләү мөмкинлеге була.
2008 йылдың 30 ғинуарында Sony PSP өсөн версия сыға. 2008 йылдың 13 мартында Linux өсөн видеоконференциялы Skype 2.0 сыға. 2008 йылдың 26 декабрендә Nokia Nst-4 өсөн 1.0.0 барлыҡҡа килә.
2009 йылдың 3 февралендә Windows өсөн 4.0 версияһы, 2009 йылдың 31 мартында iPhone өсөн клиент сыға[6]. 2009 йылдың 12 майында конференциялар үткәреү мөмкинлеге бөтөрөлә. 2009 йылдың 9 ноябрендә MS Outlook өсөн инструменттар панеле булдырыла[7]
2010 йылдың 19 февреленән Skype Lite (Java-телефондар өсөн Skype) һәм Windows Mobile өсөн Skype туҡтатыла. 2010 йылдың 2 сентябренән чатта оффлайн-хәбәрҙәр алмашыу булдырыла. 2010 йылдың 5 октябрендә Android өсөн клиент сығарыла. 14 октября 2010 йылдың 14 октябрендә сығарылған 5.0 версияһында Windows өсөн төркөмлө һынлы шылтыратыуҙар мөмкинлеге асыла[8].
2011 йылдың 1 ғинуарында iPhone һәм iPod touch өсөн һынлы клиент версияһы сыға[9].
2011 йылдың 10 майында Microsoft корпорацияһы программаны эшләүсе компанияны $8,5 миллиардҡа һатып ала, ошонан башлап Skype'ҡа бөтә хоҡуҡ Microsoft компанияһына күсә. Windows өсөн 2011 йылдың 16 июнендә 5.3 версияһында Facebook менән интеграция барлыҡҡа килә. 13 сентябрҙәге яңыртыу (5.5.113-тән 5.5.117-гә тиклем) ярҙамында Windows 8 менән эш итеү башлана.
2012 йылдың 23 февралендә Skype яңы рекордты теркәй — селтәрҙә VoIP-сервисында бер юлы 32 млн файҙаланыусы ултыра[10]. 2012 йылдың 23 апрелендә Windows Phone 7 өсөн 3G, 4G һәм Wi-Fi селтәрҙәрендә видео ҡулланыу асыла. 2012 йылдың 25 апрелендә — PlayStation Vita өсөн Skype, 2012 йылдың 14 июнендә Linux өсөн 4.0 версияһы асыла. 13 сентябрҙә сервис Opus аудиокодегына күсә[11]. Windows өсөн 6.0 версияһында (24.10.2012) Facebook йәки Microsoft сервистары аша инеү мөмкинлеге асыла. 29.10.2012 — Windows 8 өсөн программаның махсус версияһы, 11.11.2012 — Windows Phone 8 платформаһы өсөн таныштырыу версияһы, 13.11.2012 — iOS өсөн iPhone 5-кә ҡуйыла торған версия, 10.01.2013 — Outlook почта клиенты менән интеграция яһала.
29.01.2013 Microsoft Windows, Live Messenger'ҙан баш тартып, тулыһынса Skype менән шөғөлләнә башлай. 2013 йылдың1 июленә Android өсөн программа тейәү һаны 100 миллионға етә. 2013 йылдың 13 декабренән Android өсөн Skype'ҡа PiP технологияһы индерелә.
2014 йылдың 7 апрелендә Microsoft Skype TX — Skype базаһында телестудиялар һәм радиостанциялар өсөн махсус мөмкинлек асылыу тураһында иғлан итә[12]. 2014 йылдың 29 апреленән төркөмдәр өсөн һынлы конференциялар түләүһеҙгә әйләнә.
Йыл | Квартал | Иҫәп яҙмалары, млн[13][14][15][16][17][18] | Селтәрҙәге файҙаланыусылар, млн | Skype эсендәге шылтыратыуҙар, млрд минут | SkypeOut шылтыратыуҙары, млрд минут | Килем, млн долл. |
---|---|---|---|---|---|---|
2005 | IV | 74,7 | 10,8 | — | — | — |
2006 | IV | 171,2 | 21,2 | 7,6 | 1,5 | 66 |
2007 | IV | 276,3 | 27,0 | 11,9 | 1,6 | 115 |
2008 | IV | 405 | 36,5 | 20,5 | 2,6 | 145 |
2009 | IV | 560 | — | — | — | — |
2010 | IV | 663 | — | — | — | — |
2011 | IV | — | — | — | — | — |
2012 | IV | — | — | — | 160 | — |
2013 | IV | — | — | — | 214 | — |
2014 | IV | — | — | — | — | — |
Бер файҙаланыусы берәүҙән артыҡ иҫәп яҙмаһы аса ала.
Skype аша халыҡ-ара тауышлы шылтыратыуҙар күләме бик күп була. Ул тауышлы шылтыратыуҙар трафигы буйынса лидерға әйләнә[19].
Йыл | Халыҡ-ара тауышлы шылтыратыуҙар баҙары күләме |
---|---|
2005 | 2,9 %[20] |
2006 | 4,4 %[20] |
2008 | 8 %[19] |
2010 | 13 %[21] |
2011 | 28 %[22] |
2012 | 34 %[22] |
Башҡа бик күп IP-телефония программаларынан айырмалы, мәғлүмәттәр тапшырыу өсөн Skype баштан уҡ үҙәкһеҙ P2P-архитектураһын ҡуллана. Skype файҙаланыусылар каталогы Skype селтәрен файҙаланыусыларҙың компьютерҙарына бүленә, һөҙөмтәлә селтәр, үҙәкләштерелгән серверҙарҙың ҡиммәтле инфраструктураһынан айырмалы рәүештә, бик йылдам киңәйә (тиҫтәләрсә миллион файҙаланыусы).
Skype өсөн берҙән-бер үҙәк элемент — идентификация серверы, унда файҙаланыусыларҙың иҫәп яҙмалары һәм уларҙың контакттар исемлегенең резерв күсермәһе ята. Үҙәк сервер элемтә урынлаштырыу өсөн генә кәрәк.
Тауышлы һәм һынлы бирелмәләрҙе тапшырыу мөмкин тиклем тура башҡарыла
, мәҫәлән, ике компьютер бер локаль селтәр эсендә булһа, улар араһында Skype аша тоташыу барлыҡҡа килгәс тә (үҙәк узелдар һәм суперузелдар ярҙамында) Интернеттан сығырға була, ә һөйләшеү дауам иттерелә ала.Skype протоколы ябыҡ һәм документлаштырылмаған, ул Skype программа тәьминәтенең төп нөсхәһе тарафынан ғына ҡулланыла ала.
Тауышлы чат бер йәки бер нисә файҙаланыусы менән һөйләшергә, шулай уҡ конференц-бәйләнеш урынлаштырырға мөмкинлек бирә.
Skype ҡулланған кодектар (бирелмәләрҙе ҡыҫыу алгоритмы) арҡаһында һәм интернет-тоташыуҙың тейешле тиҙлеге шарттарында (30—60 кбит/с) тауыш сифаты ҡәҙимге телефон бәйләнешендәге кеүек була, тоташыу шарттары һәйбәт булһа — хатта яҡшыраҡ та.
Тоташҡан саҡта ПК араһындағы тауышлы бирелмәләр AES-256 ярҙамында шифрлана, уның асҡысы 1024 битлы RSA асҡысы ярҙамында тапшырыла. Файҙаланыусыларҙың асыҡ асҡыстары системаға ингәндә Skype’тың үҙәк серверы тарафынан 1536 йәки 2048 битлы RSA сертификатын ҡулланып сертификатлана[23].
Тауышлы шылтыратыу һәм Интернетҡа киң һыҙатлы тоташыу ваҡытында инеүсе һәм сығыусы трафик бер төрлөрәк күләмдә тотонола. Суммала трафиктың уртаса күләме 500 кбайт/минут тәшкил итә (10 минут ~ 5 Мбайт; 100 минут ~ 50 Мбайт).
Видео өсөн VP7 (5.5 версияһына тиклем), VP8 һәм H.264 кодектары ҡулланыла. Тотороҡло һынлы элемтә өсөн 200 кбит/с ашыу интернет-тоташыу тиҙлеге кәрәк һәм такт йышлығы 1 ГГц-тан кәм булмаған процессор булыуы яҡшы.
Һынлы шылтыратыуҙа трафик тауышлы шылтыратыуға ҡарағанда 10 тапҡырға артыҡ. Веб-камеранан юғары тиҙлекле шаулы һынлы ағымдар өсөн трафик күләме артығыраҡ булыуы ихтимал. Яҡынса күләм — минутына ~5 Мбайт.
Skype файҙаланыусыларға текслы хәбәрҙәр менән алмашыу мөмкинлеген дә бирә (IM-чат). Унда төркөмдәр менән текслы чаттар ойоштороп була.
Үҙенең йылмайликтар тупланмаһы бар, тарих һаҡлана (серверҙа, 30 көнгә тиклем). Шулай уҡ IM-чат мөмкинлектәре бар.
Skype’та күләм буйынса сикләүһеҙ файлдар алмашыу мөмкин.
Mac OS өсөн 7.0 һәм Windows 7 өсөн 6.21 версияһынан башлап, Skype программаһы етеҙ хәбәрҙәр яҙғанда тексты форматлау мөмкинлеген бирә[24].
Skype файҙаланыу шарттары шифры сиселгән бирелмәләрҙең селтәр хужаһына (Microsoft), Microsoft йәки аффилирланған компаниялар хеҙмәткәрҙәренә, шулай уҡ Интернет селтәре провайдерҙарына билдәле булыу мөмкинлеген күҙҙә тота. Skype серверҙары ебәрелеүсе текстарҙы һәм уларҙағы һылтанмаларҙы спам һәм яуызлыҡтар менән көрәшеү маҡсатында автоматик рәүештә сканлап тора; ҡайһы бер һылтанмаларҙың текстарҙан юйҙырылыуы ихтимал. Ҡулланыу шарттарында шулай уҡ ебәрелеүсе текстарҙың тотоп алыныу һәм ҡулдан эшкәртелеү ихтималлығы ла әйтелә[25][26][27].
Linux, Mac OS X, iOS (iPhone, iPod touch һәм iPad), Windows (2000, XP, Vista, 7, 8, Windows Mobile, Windows Phone), PSP, Symbian OS, Java (мобиль телефондарға), Android өсөн Skype версиялары бар.
2010 йылдың февралендә Skype Windows Mobile өсөн клиенттар эшләүҙе һәм уларҙы хеҙмәтләндереүҙе, шулай уҡ Java өсөн Skype Lite эшен туҡтатты. 8.01.2013 Skype Lite клиенттарын хеҙмәтләндереү туҡтатылды[28]. 2014 йылдың йәйендә Symbian OS платформаһындағы ҡоролмалар өсөн Skype эшләмәҫ булды[29].
Баҙарҙың корпоратив өлкәһе өсөн Skype SIP Open Beta[30] һәм Skype Connect тигән хеҙмәттәрҙе тәҡдим итә[31]. Файҙаланылған линиялар өсөн түләү айына бер тапҡыр алына.
Skype үҙ программаһы өсөн төрлө кәрәк-яраҡ етештерә һәм һата. Мәҫәлән, компьютерһыҙ шылтыратыу өсөн RTX Dualphone 3088 сымһыҙ телефоны[32], Skype Freetalk Wireless гарнитураларын — Skype аша аралашыу өсөн USB-тапшырғыслы сымһыҙ ҡолаҡсындар[33], һынлы шылтыратыуҙар өсөн аппаратура (Freetalk Buddy Pack)[34] һәм веб-камералар (Freetalk Connect 2)[35] һатыла.
1.com
файлын яһата торған хатаһы табыла, ул BIOS-та мәғлүмәтте уҡыу мөмкинлеген бирә. Рәсми блогта хәбәр ителеүенсә, быға Skype Extras Manager өсөн EasyBits Software эшләгән хәүефһеҙлек системаһы ғәйепле, ошо юл менән ул инә нигеҙҙең сериялы номерын ҡулға төшөргән һәм һәр компьютерҙы идентификациялауға өлгәшкән[41]. Был система 3.0.0.216 һәм унан һуңғы версияларҙа ҡулланылмай.Хәбәр тексын йыйғанда бер юлы өс йәки унан күберәк йәнәш төймәгә баҫҡанда әңгәмәләшеүсе ғәҙәттә күренә торған яҙыу ҡәләмен түгел, ә клавиатура буйлап йөрөгән бесәйҙе күрә. Төймәләргә теләһә нисек баҫыуҙы дауам итһәң, ҡәләмде һындырыусы ҡулдар рәсеме килеп сыға.
Skype'ҡа ҡуйылған йылмайликтарҙан тыш, унда бер нисә «йәшерен» йылмайлик бар (ниндәй версия тороуына ҡарап, уларҙың стандарт йылмайликтарҙа булыуы бар). Әгәр программаның көйләүҙәрендә хәбәрҙәр тәҙрәһендә шрифтты Comic Sans'ҡа үҙгәртһәң, тәҙрә аҫтындағы йылмайликтар төймәһендәге йылмайлик моңһоуға әйләнә (Windows өсөн 5.5-се версия).