Slum Dwellers International / Shack Dwellers International | |
Нигеҙләү йылы |
1996 |
---|---|
Нигеҙләүселәр |
Джокин Арпутхам |
Урыны | |
Эшмәкәрлек өлкәһе | |
Слоган |
Leading Slum Dwellers around the World to Improve Their Cities |
Веб-сайт |
Slum Dwellers International (Емерек өйҙәрҙең халыҡ-ара йәшәүселәре) — Кейптаун ҡалаында урынлашҡан халыҡ-ара коммерциялы булмаған ойошма. 1996 йылда Һиндостанда эшләгән Джокин Арпутхам һәм урындағы емерек өйҙәрҙе йәшәүселәр был ойошмаға нигеҙ һалалар. «Slum Dwellers International» маҡсаты — үҙенең мәнфәғәттәрен эффектив яҡлау һәм тормош шарттарын яҡшыртыр өсөн емерек өйҙәрҙең йәшәүселәрен берләштереү, шул өйҙәрҙә тороусыларҙы үҙҙәренең райондарын яҡшыртыу эштәрендә эшләтер өсөн дәүләт һәм халыҡ-ара ойошмалар менән хеҙмәттәшлекте нығытыу. «Slum Dwellers International» программалары донъяның 500 ҡалаһында булған 15 мең емерек өйҙәрҙен ылыҡтыра (1 миллион кешенән артыҡ). Ойошманың милли хөкүмәттәре менән 20 килешеаүе бар, ул 130 мең ғаиләгә ер алырға ярҙам итә[1][2][3][4][5].
Ҡалаларҙағы ярлыларға голобаль солидарлыҡ 1990-сы йылдарҙа, Көньяҡ Америкаһының емерек өйҙәрҙә йәшәүселәре һәм Мумбай ҡалыһының өйһөҙ булған кешеләр араһында бәйләнештәр килгән саҡта, тыуа. «Slum Dwellers International» Джокин Арпутхам етәкселеге аҫтында емерелгән, бәлкәй һәм насар өйҙәрҙә тороусыларҙы федерацияларға һәм профсоюздарға берләштерә, уларға тәжрибәһе менән алмашырға ярҙам итә, трущобаларҙың етәкләү структураларына ҡатын-ҡыҙҙарҙы индерә, ярлылар өсөн приюттар, үҙ-ара ярҙам кассаларын, һаҡлап тотоу һәм кредитлы учреждениялар ойоштора. Ойошманың икенсе эше — шул насар өйҙәрҙең хужаларын уларҙың тормошон үҙгәртә алған (өйҙәр, һыу үткәргестәр, канализациялар, дауаханалар, медицина пунктарын һәм мәктәптәрҙе төҙөү) дәүләт органдары, төрлө хәйриә фондтары һәм социаль предприятиелар менән бәйләү[6].
«Slum Dwellers International» айырым программалары һаҡлап тотоу һәм кредитлы учрежденияларҙы микрофинанслау ярҙамында трущобаларҙың берләшмәләрендә ҡатын-ҡыҙҙарҙы лидер позицияларына урынлаштырыуға йүнәлгән. «Slum Dwellers International» бүлексәләре ошо илдәрҙә бар:Һиндостан, Непал, Шри-Ланка, Пакистан, Филиппин, Таиланд, КАР, Кения, Намибия, Эсватини, Зимбабве, Уганда, Малави, Лесото, Танзания, Замбия, Ангола, Сьерра-Леоне, Буркина-Фасо, Гана, Нигерия, Ботсвана, Того, Либерия, Мысыр, Бразилия, Аргентина, Боливия, Колумбия һәм Гаити Республикаһы.
«Slum Dwellers International» халыҡ йәшәгән урындар буйынса БМО программаһы, Санта-Фе институты, Билл һәм Мелинда Гейтс фонды, Форд фонды, Сколл фонды, «Habitat for Humanity International», «Cities Alliance», «Association of African Planning Schools», «Swedish International Development Cooperation Agency» һәм Арджун Аппадураи менән эшләй[7][8][9]. В 2007 году Slum Dwellers International основала Urban Poor Fund International (UPFI)[10]. 2014 йылда «Slum Dwellers International» Сколл фондынан социаль эшҡыуарлыҡ өсөн премия ала.