Ҡалып:Курсивмы-юҡмы | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
---|---|
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
[[Комрьютер уйыны рөхсәтнамәһе|Ҡалып:Wikidata plural switch]] | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
[[Компьютер уйындарының төркөмләүе|Ҡалып:Wikidata plural switch]] | |
Яралтыусылар | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
[[Геймдизайнер|Ҡалып:Wikidata plural switch]] | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
[[Компьютер уйындағы моңдар|Ҡалып:Wikidata plural switch]] | |
Техник мәғлүмәттәр | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
[[Уйын хәрәкәткесе|Ҡалып:Wikidata plural switch]] | |
Ҡалып:Wikidata plural switch | |
[[Компьютер уйындағы локализациялауы|Ҡалып:Wikidata plural switch]] | |
Ҡалып:Wikidata plural switch |
Spacewar! — билдәле булған иң тәүге цифрлы компьютер уйындарының береһе. Уны Стив Рассел[en] Мартин Грец һәм Уэйн Витенен менән бергә эшләгән ( формаль булмаған Hingham Institute ижади төркөмө). 1961 йылда был төркөм Массачусетс технология институтында DEC PDP-1 мини-компьютер платформаһында уйын эшләп ҡарарға була. Расселдың танышы Алан Коток[en] Digital Equipment Corporation (DEC) компанияһынан космос аппаратының осош траекторияһын хисаплау өсөн бер нисә тәжрибә программаһы алғас, Рассел уйын программаһын төҙөй башлай. 1962 йылдың февраленә Spacewar! уйынының тәүге версияһы әҙер була, бының өсөн яҡынса бер кеше 200 сәғәт ваҡыт сарыф итә .
Spacewar! уйынында ике уйынсы ҡатнаша, һәр бер уйынсы үҙ карабы менән идара итә. Улар йондоҙҙоң гравитация ҡоҙоғо (гравитационный колодец-Gravity well}}) янында ауырлыҡ юғалтыу шарттарында төрлө маневрҙар яһай . Башта һәр береһенең маневрҙар яһау өсөн яғыулығы һәм бер нисә торпедаһы бар. Уйын донъяһын симуляциялау Ньютон физикаһы нигеҙендә бара— әгәр ҙә уйынсы бер ниндәй ҙә хәрәкәт эшләмәһә, караптар инерция буйынса бара. Әгәр карап йондоҙға, йәки башҡа карапҡа бәрелһә, уға торпеда тейһә, ул һәләк була . Уйынсы үҙе теләгән ваҡытта гиперарауыҡҡа күсеү функцияһын ҡуллана ала, тик ундай күсеү карапты юҡ итеүе мөмкин, һәр ҡулланған һайын карапты юғалтыу хәүефе арта бара. Башта уйын PDP-1-ҙең үҙендәге переключателдәр менән идара ителгән, һуңыраҡ Боб Сандерс геймпад-тың баштағы версияһын эшләгән, был идара итеүҙе уңайлыраҡ итә һәм уйын барышын яҡшырта.
Spacewar! — компьютер уйындары тарихы башындағы иң мөһим һәм көслө йоғонто яһаған уйын. Ул 1960-сы йылдарҙағы иң популяр, PDP-1 компьютерҙарының барыһында ла ҡуйылған уйын. Spacewar! башҡа компьютер платформаларына ла яраҡлаштырылған (портирование), һуңыраҡ PDP-1 компьютеры эмуляторҙары (имитация эшләүселәр) өсөн эшләнгән замансараҡ программа телдәрендә яңынан тергеҙелгән. Был уйын башҡа электрон уйындар эшләүгә этәргес була, мәҫәлән, 1971 йылда тәүге аркадалы автоматтар (уйын автоматтары) өсөн эшләнгән Galaxy Game һәм Computer Space коммерция уйындарын. Бынан тыш, мәҫәлән,1979 йылда барлыҡҡа килгән Asteroids уйыны. 2007 йылда Spacewar!АҠШ Конгрессы китапханаһында уйын ҡанундарына нигеҙ һалған донъялағы иң әһәмиәтле ун компьютер уйыны иҫәбенә инә.
Spacewar! Викимилектә | |
Spacewar! Викияңылыҡтарҙа |