«Алтын Йондоҙ» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 август 1939 |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() |
Юғарыраҡ дәрәжә | Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт Геройы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Урак һәм Сүкеш» алтын миҙалы |
![]() | |
Һаны | 12 776 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Советтар Союзы Геройҙары |
![]() |
«Алтын Йондоҙ» миҙалы — Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған кешеләрҙең айырма билдәһе. 1939 йылда булдырыла. Миҙал менән бер үк ваҡытта СССР-ҙың юғары ордены — Ленин ордены — тапшырыла.
Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булғандарға махсус миҙал булдырыу идеяһын ВКП(б)-ның Үҙәк Комитетының секретары И. В. Сталин тәҡдим итә. СССР-ҙың түшкә тағыла торған знагының варианттарын әҙерләүҙе И. В.Сталин совет архитекторы М. И. Мержановҡа йөкмәтә; формаһы буйынса иң ҡулайлыһы булып Сталиндың күҙ алдына алтын йондоҙ формаһы килә. Һөҙөмтәлә Мержанов бер нисә вариант эшләй, әммә Сталин тәҡдим иткән вариант композицияның нигеҙе булып ҡала. Варианттар араһында түңәрәк лавр тажы эсендәге йондоҙ, Кремль диуары фрагментындағы йондоҙ һәм үҙәктә — Мавзолей варианттары була. Советтар Союзы Геройы лётчик Михаил Громовтың кәңәше буйынса Мержанов тағы ла бер тапҡыр йондоҙ һыҙмаһын эшләп ҡарай, һыҙма башҡаларға ҡарағанда Сталин күҙаллаған награданың тышҡы күренешенә тап килә. Нәҡ ошо һыҙманы Сталин һайлап ала. Награданың проектын аҙағына тиклем еткереү Госзнактың баш рәссамы И. Дубасовҡа йөкмәтелә.
Миҙал СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 1 авгусындағы «Советтар Союзы Геройҙары өсөн өҫтәмә отличие билдәләре тураһында» указына ярашлы юғары дәрәжәләге отличиеға — «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡлы граждандар өсөн булдырыла.[1]. Башта Указға ярашлы миҙалдың атамаһы ла «Советтар Союзы Геройы» була, ул миҙалдың алғы яғында яҙыла, әммә СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 16 октябрендәге указына ярашлы 1 августағы Указдың 2-4 статьяларына үҙгәрештәр индерелә; артабан миҙал «Алтын Йондоҙ» миҙалы тип исемләнә башлай.
1939 йылдың 4 ноябрендә 1-се һанлы миҙал, Советтар Союзы Геройы юғары исеменә 1934 йылда уҡ лайыҡ булған, лётчик А. В. Ляпидевскийға тапшырыла.
Миҙалдың тасуирламаһы СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1939 йылдың 16 октябрендәге Указында раҫлана. СССР-ҙың Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 19 июнендәге Указы менән 1939 йылдың 16 октябрендәге Указына үҙгәрештәр индерелә. Указда түбәндәгеләр яҙыла:
|
Миҙал 950 пробалы алтындан алғы яғында ике шыма ҡырлы сатҡылы биш осло йондоҙ формаһында эшләнгән[2]. Йондоҙҙоң үҙәгенән нурҙың түбәһенә тиклем — 15 мм. Ҡаршылаш ятҡан йондоҙ оастарының араһы — 28,5 мм. Миҙалдың ҡалыбы көмөштән эшләнгән. 1975 йылдың 18 сентябренә ҡарата миҙалда алтындың күләме — 20,521±0,903 грамм, көмөш күләме — 12,186±0,927 грамм. Миҙалдың ҡалыпһыҙ ауырлығы: 21,5 грамм. Миҙалдың дөйөм ауырлығы: 34,264±1,5 грамм.
1939 йылдың 1 авгусындағы указына ярашлы «СС геройы» («Советтар Союзы Геройы») тигән яҙыу ҡаралған була, әммә 16 октябрҙәге указға ярашлы, сәйәси хәлдәр менән бәйле, миҙалдың артҡы яғындағы яҙыу «СССР Геройы» («Советтар Союзы Геройы») тип үҙгәртелә («СС» һүҙҙәр бәйләнеше СС нацист отрядтары менән ассоциациялашҡанға күрә)[3]
Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм сыңға менән алтын ялатылған беркетелә; миҙалдың ҡалыбы 15 мм бейеклектәге һәм 19,5 мм киңлектәге көмөш тура мөйөшлө пластинанан ғибәрәт, уның өҫкө һәм аҫтағы өлөштәрендә рамкалар бар. Ҡалыптың төбө буйлап үтәләй тишектәр эшләнгән, уның эске өлөшө 20 мм киңлектәге ҡыҙыл төҫлө ебәк муар таҫма менән ҡаймаланған. Ҡалыптың артҡы яғында миҙалды кейемгә беркетеү өсөн гайкалы һырлы штифт бар. Ҡалыптың ауырлығы яҡынса 13 грамм.
«Алтын Йондоҙ» миҙалды әҙерләү буйынса бер нисә вариант билдәле: