«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 9 июнь 1945 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Берлинды алған өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы |
Нигеҙендәге текст | Указ Президиума ВС СССР от 9.06.1945 об учреждении медалей „За освобождение ...“[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Һаны | 70 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы Викимилектә |
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы — СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 9 июнендәге Указына ярашлы булдырылған миҙал. Миҙал проекты авторы — рәссам А. И. Кузнецов.
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы менән Ҡыҙыл Армия, Хәрби-Диңгеҙ флоты хәрбиҙәре һәм НКВД ғәскәрҙәре 1944 йылдың 29 сентябренән 22 октябрҙәге осорҙа Белградты азат итеү героик штурмында туранан-тура ҡатнашыусылар, ә шулай уҡ ошо ҡаланы азат иткән саҡтағы хәрби операцияларҙың етәкселәре һәм ойоштороусылары бүләкләнә.
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Берлинды алған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы менән яҡынса 70 000 кеше бүләкләнгән.
«Белградты азат иткән өсөн» миҙалы баҡыр иретмәһенән эшләнә һәм 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала була.
Миҙалдың алғы яғында түңәрәк буйлап «ЗА ОСВОБОЖДЕНИЕ» тигән яҙыу, уртала — «БЕЛГРАД» һүҙе, яҙыу өҫтөндә — биш осло бәләкәй йондоҙ, түңәрәк буйлап — лавр тажы.
Миҙалдың алғы яғы күтәрмә менән ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында — Белградты азат итеү датаһы — «20 октября 1944», яҙыу өҫтөндә биш осло бәләкәй йондоҙ.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында ҡалыпҡа тотагтырыла. Биш мөйөшлө ҡалып киңлеге 24 мм булған йәшел төҫтәге ебәк муар таҫма меннә уратылған. Таҫма уртаһынан 8 мм-лыҡ ҡара буй үтә.