«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 1 май 1944 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы |
Нигеҙендәге текст | Указ Президиума ВС СССР от 1.05.1944 об учреждении медали «За оборону Москвы»[d] |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | баҡыр иретмәһе[d] |
Проектлаусы | Николай Москалёв[d] |
Һаны | 1 028 600 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә |
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы СССР Юғары советы президимиуның 1944 йылдың 1 майындағы «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» мизалы булдырыу" исемле Указына ярашлы булдырыла. Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам Н. И. Москалев.
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы менән Мәскәү оборонаһы ҡатнашыусылары бүләкләнә:
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм СССР-ҙың башҡа миҙалдары һәм ордендары булған осраҡта «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
Тәүге тапҡыр «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы 1944 йылдың 20 июлендә тапшырыла. Уны И. В. Сталинға миҙал менән бергә 000001-се һанлы танытмаһын тапшыралар.
1995 йылдың 1 ғинуарына ҡарата «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙал менән яҡынса 1 600 028 кеше бүләкләнә.
«Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙал баҡыр иретмәһенән эшләнә һәм 32 мм диаметрлы теүәл түңәрәк формала була.
Миҙалдың алғы яғында — кремль диуары. Кремль диуары фонында Т-34 танкы һүрәтләнгән, танк өҫтөндә — яугирҙар төркөмө. Миҙалдың һул яҡ өлөшөндә Минин һәм Пожарский һәйкәле һүрәте, миҙалдың уң яҡ өлөшөндә — манара һүрәте.
Кремль диуары өҫтөндә флаг менән Хөкүмәт йорто бинаһының көмбәҙе күренә, флагта — ураҡ һәм сүкеш. Көмбәҙ өҫтөндә — самолеттар силуэттары. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап — «ЗА ОБОРОНУ МОСКВЫ» яҙыуы. Аҫҡы өлөшөндә түңәрәк буйлап — лавр тажы, уның аҫҡы ботаҡтары эргәһендә биш осло йондоҙ. Миҙалдың алғы яғы түңәрәк буйлап ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында — «ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ» яҙыуы. Һүрәт өҫтөндә — ураҡ һәм сүкеш.
Бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәр ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө ҡалып менән тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлеге булған ебәк муар таҫма менән уратылған. таҫмала өс йәшкел-һары (зәйтүн) төҫтәге 3 мм-лыҡ өс буй һәм һәр береһе 4-әр мм-лыҡ ике ҡыҙыл буй. Таҫманың ситтәре тар ҡыҙыл буйҙар менән ҡаймаланған.