«Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 22 декабрь 1942 |
---|---|
Дәүләт | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | "Севастополде обороналаған өсөн" миҙалы |
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән | тутыҡмай торған ҡорос[d] һәм баҡыр иретмәһе[d] |
Проектлаусы | Николай Москалёв[d] |
Һаны | 30 000 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы менән наградланыусылар |
«Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы Викимилектә |
«Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы СССР Юғары Советы Президиумының 1942 йылдың 22 декабрендәге Указына ярашлы[1] булдырылған. Миҙал һүрәтенең авторы — рәссам Н. И. Москалёв.
«Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы менән Одессаны обороналауҙа ҡатнашҡан РККА-ның бөтә хәрбиҙәре һәм элекке НКВД ғәскәрҙәре, шулай уҡ Одессаны обороналауҙа туранан-тура ҡатнашҡан граждандар бүләкләнә. Одессаны обороналау осоро булып 1941 йылдың 5 августы — 16 октябрь айҙары иҫәпләнә.
Миҙал СССР Юғары Советы Президиумы исеменән частар командирҙары һәм хәрби-дауалау учреждениеларының начальниктары Варшаваны азат итеүҙә ҡатнашыуын раҫлаған документтар нигеҙендә Одесса өлкә һәм ҡала эшселәр депутаттары Советтары тарафынан башҡарыла.
«Ленинградты обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн» миҙалдары биш мөйөшлө ҡалыпта тағыла торған тәүге совет наградалары булып тора. Башта уларҙы күкрәктең уң яғында йөрөтөргә тейеш була. 1943 йылдың 19 июнендәге указына ярашлы башҡа миҙалдарға ла биш мөйөшлө ҡалып индерелә һәм обороналау өсөн миҙалдарҙы күкрәктең һул яғында, башҡа наградалар менән бер рәттән, йөрөтөү ҡарала. «Одессаны обороналаған өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР ордендары һәм миҙалдары булған осраҡта «Ленинградты обороналаған өсөн» миҙалынан һуң, ә «Мәскәүҙе обороналаған өсөн» миҙалы булдырылғандан һуң — унан һуң урынлашытырыла.
1985 йылға ҡарата «Одессаны обороналаған өсөн» яҡынса 30 500 кеше бүләкләнгән.
«Одессаны обороналаған өсөн» миҙалын булдырған саҡта уны тутыҡмай торған ҡоростан эшләү ниәтләнә, әммә 1943 йылдың 27 мартындағы ҡарар буйынса миҙалдың материалы баҡыр иретмәһенә алыштырыла[2]. Диаметры — 32 мм, формаһы — теүәл түңәрәк.
Миҙалдың алғы яғында, диңгеҙ яры һәм маяҡ фонында алға эйелгән винтовкалар менән ҡыҙылармеец һәм ҡыҙылфлотсы һүрәте. Фигуралар өҫтөндә — «СССР» яҙыуы. Миҙалдың өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап — «ЗА ОБОРОНУ ОДЕССЫ» һүҙҙәре. Яҙыуҙың баш яғында һәм ос яғында бәләкәй генә биш осло йондоҙҙар. Миҙалдың аҫҡы өлөшөндә — лавр тажы. Таждағы ботаҡтар бер-береһенә үрелегән урында биш осло йондоҙло таҫма. Миҙалдың алҡы яҡы ситтәренән ҡаймаланған.
Миҙалдың кире яғында «ЗА НАШУ СОВЕТСКУЮ РОДИНУ» тип яҙылған. Яҙыу өҫтөндә — ураҡ менән сүкеш.
Миҙалдағы бөтә яҙыуҙар һәм һүрәттәре ҡабарынҡы итеп эшләнгән.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла. Ҡалып 24 мм киңлегендәге ебәк муар таҫма менән уратылған. Башта таҫма ике күк буйлы зәңгәр төҫтә булырға тейеш була. 1943 йылдың 19 июнендәге указы менән яңы таҫма раҫлана — һарғыл-йәшел төҫтәге таҫманың уртаһынан бер зәңгәр буй үтә, уның киңлеге 2 мм[3].