«Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 31 октябрь 1957 |
---|---|
![]() | |
Дәүләт |
![]() ![]() |
Награда тапшырыусы | СССР |
Юғарыраҡ дәрәжә | «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалы[d] |
Түбәнерәк дәрәжә | "Батып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн" миҙалы |
Алмаштырылған | медаль «За спасение погибавших»[d] һәм медаль «За отвагу на пожаре»[d] |
Ғәмәлдән сыҡҡан дата | 1 декабрь 1991 |
![]() | |
Һаны | 32 690 |
Лауреаттар категорияһы | Категория:Награждённые медалью «За отвагу на пожаре» (СССР)[d] |
![]() |
«Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) — СССР-ҙың дәүләт наградаһы. СССР Юғары Советы Президиумының 1957 йылдың 31 октябрендәге Указы менән булдырыла.
«Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән янғын һүндереүселәр һағы хеҙмәткәрҙәре, ирекле янғын һүндереү дружинаһы ағзалары, хәрби хеҙмәткәрҙәр һәм башҡа граждандар бүләкләнгән:
«Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы менән бүләкләү СССР Юғары Советы Президиумы исеменән союздаш республикаларҙың Юғары Советтары Президиумдары тарафынан башҡарылған.
«Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалын тапшырыу СССР Юғары Советы Президиумы исеменән союздаш һәм автономиялы республикаларҙың Юғары Советтары Президиумдары рәйестәре, рәйес урынбаҫарҙары һәм ағзалары, край, өлкә, район, ҡала башҡарма комитеттарының Халыҡ депуттатары Советтары рәйестәре, рәйес урынбаҫарҙары һәм ағзалары, ә хәрбиҙәргә — хәрби командованиеһы тарафынан тапшырыла.
Миҙал менән бергә бүләкләнеүсегә тейешле формалағы танытма тапшырылған.
«Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм башҡа СССР миҙалдары булған осраҡта «Йәмәғәт тәртибен һаҡлауҙа яҡшы хеҙмәте өсөн» миҙалынан һуң урынлаштырыла[1].
«Янғында күрһәткән ҡаһарманлыҡ өсөн» миҙалы башта көмөштән эшләнә, һуңғараҡ көмөшкә ялатылған нейзильберҙән, формаһы — теүәл түңәрәк, диаметры — 32 мм.
Миҙалдың алғы яғының өҫкө өлөшөндә түңәрәк буйлап — «ЗА ОТВАГУ НА ПОЖАРЕ» яҙыуы. уның аҫтында биш осло йондоҙ, уртала — арҡыс-торҡос янғын балтаһы һәм асылмалы асҡыс һүрәте. Аҫҡы өлөшөндәге ике лавр-имән ботаҡтары киҫелешендә — ураҡ һәм сүкеш һүрәте.
Миҙалдың кире яғында — янғын һүндереүсенең һәм ҡотҡарылған баланың һүрәтеартҡы планда янған йорттоң өлөшөкүренә, аҫта- лавр ботағы.
Бөтә һүрәттәр ҙә, яҙыуҙар ҙа ҡабарынҡы итеп эшләнгән. Миҙалдың алғы һәм кире яҡтары түңәрәк буйлап ҡабарынҡы күтәрмә менән ҡаймаланған.
Миҙал элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында биш мөйөшлө бәләкәй генә ҡалыпҡа тоташтырыла. Ҡалып креп ебәк муар таҫма менән уратылған. Таҫманың киңлеге — 24 мм, төҫө — уртаһы ҡуйы ҡыҙыл, ситттәре — аҡ еп менән ҡаймаланған зәңгәр-күк буйҙар, уларҙың киңлеге — 3 мм[1].
СССР-ҙа миҙал менән һуңғы бүләкләү 1991 йылдың 4 мартында ойошторола.
Рәсәй Федерацияһы Юғары Советы Президиумының 1992 йылдың 2 мартындағы 2424-1-се Указына ярашлы СССР-ҙың миҙалы шул уҡ исем менән Рәсәй наградалар системаһында ҡалдырыла[2].
Әлеге миҙал менән бүләкләү Рәсәй Федерацияһында 1992 йылдан алып 1994 йылға тиклем ойошторола. Бер нисә бүләкләү үткәрелә[3].
Рәсәй Президентының 1994 йылдың 2 мартындағы 442-се Указында әлеге миҙал Рәсәй федерацияһының наградалар системаһында булмай, совет миҙалы урынына «Һәләк булып барыусыларҙы ҡотҡарған өсөн» миҙалы индерелә. Рәсәй Президентының 2018 йылдың 15 сентябрендәге 519-се Указына ярашлы ҡабаттан булдырыла (ысынында тергеҙелә)[4].
Бынан тыш, Рәсәй Федерацияһының ведомство наградалары булдырыла: