Абдуллаһ әл-Харари | |
ғәр. عبد الله الهرري | |
Шәхси мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған ваҡыттағы исеме: |
Абдуллах ибн Мухаммад ибн Юсуф ибн Абдуллах аль-Харари |
Һөнәре, эшмәкәрлек төрө: | |
Тыуған көнө: | |
Тыуған ере: | |
Үлем көнө: | |
Үлгән ере: | |
Ил: | |
Дине: Ағымы: |
|
Атаһы: |
Мухаммад ибн Юсуф |
Дини эшмәкәрлек | |
Йоғонто яһаған: | |
Хеҙмәттәре: |
Мөхтасар (почётлы) |
Өҫтәмә мәғлүмәт | |
Рәсми сайт: |
Әбу́ Абдуррахма́н Абдулла́һ ибн Мөхәммәт әл-Харари́ әл-Хәбәши (ғәр. عبد الله الهرري; һижри 1910 йыл, Харэр, Эфиопия — һижри 2.9.2008 йыл, Бейрут, Ливан) — ислам теологы. 1983 йылда AICP — Association of Islamic Charitable Projects (ислам хәйриә проекттары ойошмаһына, ғәр. — جمعية المشاريع الخيرية الإسلام) нигеҙ һала. Тарафдарҙары һәм шәкерттәре белдереүе буйынса, атаһы — Мөхәммәт яғынан уның шәжәрәһе Бәнү Шәйбә нәҫеленә һәм әсәһе Фатима аша — беренсе хәлифә Әбү Бәкергә барып тоташа.
Әбу Абдуррахман Абдуллаһ ибн Мөхәммәт ибн Юсуф ибн Абдуллаһ әл-Харари әш-Шиби әл-Абдари 1910 йылда Эфиопия ҡалаһы Харар төбәгендә тыуған[3]. 1950 йылда Ливанға күсеп килә. 1983 йылда ислам хәйриә проекттары ойошмаһын аса[4]. Ул рифәғилек һәм ҡадирилек тәриҡәттәренә ҡарай[5]. Үәһһәбилеккә ҡаршы эҙмә-эҙлекле көрәшсе була.
2008 йылдың 2 сентябрендә 98 йәшендә вафат була[4].
Тәриҡәт Әр-Рифәғилекте шәйех Абдур-Рохман Әс-Сабсабий Әл-Хәмуий һәм шәйех Таһир Әл-Ҡәйәлийҙән, шәйех Әхмәд Әл-Ирбинийҙән — Әл-Ҡадирилек тәриҡәтен алған.