Аверина Татьяна Борисовна (кейәүҙә — Барабаш; 25 июнь 1950 йыл, Горький, РСФСР, СССР — 22 август 2001 йыл, Мәскәү, Рәсәй) — Конькиҙа йүгереү спорты|конькиҙа тиҙлеккә йүгереү буйынса совет спортсыһы. Ике тапҡыр олимпия уйындары чемпионы (1976), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1976).
Татьяна бала саҡтан спорт менән мауыға, 12 йәштән мәктәптә «Дауыл ҡошо» балалар спорт йәмғиәте яҙыла. Уның беренсе тренеры Антонина Ивановна Вереина була. 1970 йылда Яков Мельниковтың силәбе Мемориалында уңышлы сығыш яһағандан һуң ул СССР йыйылма командаһы составына индерелә[4]. Ире — Владимир Барабаш (1951—2012), конькиҙа уҙышыусы, халыҡ-ара класлы спорт мастеры.
1970 йылдарҙа Татаьяна Барабаш иң яҡшы конькиҙа йүгереүсе була: ике тапҡыр олимпия чемпионы, ике тапҡыр олимпия уйындарының бронза призеры, күп тапҡыр донъя чемпионаты призеры, күп тапҡыр СССР чемпионы һәм күп тапҡыр донъя рекордына эйә булыусы[5]. Инсбруктағы сығыштарынан һуң спортсы кейәүгә сыға, ике улы тыуа[6]. 1970 йылдар аҙағында ул Мәскәү күсә, ә спорт карьераһы тамамланғас, тренер булып эшләй, ветерандар ярыштарында ҡатнаша[4]. 1974 йылдан КПСС ағзаһы
Татьяна Борисовна 2001 йылда ашҡаҙан яман шешенән вафат була[4]. Похоронена в Москве на Троекуровском кладбище[7].
Әлеге ваҡытта Түбәнге Новгородта яһалма һырғалаҡтарҙың береһе Татьяна Аверина исемен йөрөтә[4].