Австралия милли университеты (ANU) | |
Исеме |
The Australian National University |
---|---|
Девиз |
лат. Naturam Primum Cognoscere Rerum |
Асылған йылы |
1947 |
Тип |
Дәүләт |
Ректор |
Брайан Шмидт |
Студенттар |
14 757 |
Бакалавриат |
10 231 |
Магистратура |
8 283 |
Аспирантура |
4 382 |
Уҡытыусылар |
1 599 |
Урынлашыуы | |
Сайт |
Австралия милли университеты (ингл. The Australian National University, ANU) — Канберрала (Австралия) урынлашҡан дәүләт университеты. 1946 йылдың 1 авгусында ойошторолған. Башта тикшеренеүҙәр эшендә махсуслашҡан. 1960 йылда Канберра университет колледжы менән берләшкән һәм шулай уҡ юғары белемдә бирә башлаған.
Австралия милли университеты — илдең иң алдынғы университеттарының береһе, ул Австралияның 8 алдынғы дәүләт университеттарының берләшмәһенә — «Һигеҙ төркөмөнә» керә. 2017 йылдың мәғлүмәттәренә ярашлы университетта 25 меңдән ашыу студент белем алған[1]. «U.S. News & World Report» нәшриәтенең рейтингыһы буйынса, 2018 уҡыу йылында донъя рейтингыһында университет 59-сы һәм Австралия университеттары араһында 4-се баҫҡысты биләгән[2]. Ә 2006 йылда шул уҡ нәшриәт тарафынан университет Австралияның и яҡшы юғары уҡыу йорто тип иҫәпләнгән[3].
Австралия милли университеты донъяның алдынғы тикшеренеүҙәр университеттарының береһе булып тора. считается одним из ведущих мировых исследовательских университетов. 2019 йылғы QS World University рейтинг буйынса ул Австралия һәм бөтә Океанияла 1-се урында һәм донъяла 24-се урынды биләй[4], 2019 йылғы Times Higher Education рейтингыһына ярашлы донъяла 49-сы (Австралияла 2-се) урында булған[5]. Университет бигерәктә сәнғәт һәм социаль фәндәр өлкәһендә үҙенең программалары менән билдәле һәм донъяла бер нисә дисциплина, шул иҫәптән сәйәсәт һәм халыҡ-ара мөнәсәбәттәр, социаль сәйәсәт һәм география буйынса иң яҡшыларының береһе булып тора[6].
Университет ҡарамағында Астрономия һәм астрофизика тикшеренеүҙәр мәктәбе эшләй, уның нигеҙендә Австралия ҡитғаһындағы иң ҙур обсерватория — Сайдинг-Спринг обсерваторияһы төҙөлгән.
Австралия милли университеты премьер-министр Бен Чифли һәм һуғыштан һуңғы реконструкциялау министры Джон Дедмэндың Федераль парламентҡа индергән закон нигеҙендә булдырылған. Закон 1946 йылдың 1 авгусында оппозицияның лидеры Роберт Мензистың хуплауы менән ҡабул ителгән. Австралия милли университеты федераль закон нигеҙендә ойошторолған Австралияның берҙән-бер юғары уҡыу йорто булып ҡала.[7]
Башта был аспиранттар өсөн тикшеренеүҙәр университеты булған. 1960 йылда Австралия милли университетына Канберра университет колледжы ҡушылған, ул 1929 йылда Мельбурн университетының кампусы булараҡ нигеҙләнгән һәм студенттарҙы уҡыта башлаған[8]. 2012 йылда университет фонды 1,13 млрд австралия доллары тәшкил иткән[9].
Австралия милли университеты күтәрелеүендә ҡатнашҡан Австралияның күренекле ғалимдары төркөмөнә артабанғылар ингән: радарҙар үҫтереүҙә һәм ядро физикаһы өлкәһендәге лидер сэр Марк Олифант; пенициллин асыуҙа ҡатнашҡан сэр Хоуард Уолтер Флори; күренекле тарихсы сэр Кейт Хэнкок; билдәле иҡтисадсы һәм йәмәғәт эшмәкәре Херберт Кумбс.[10]
Австралия милли университеты үҙенә 7 колледж һәм Алдынғы тикшеренеүҙәр институты индергән. Колледждар бакалаврҙар, магистрҙар һәм тикшеренеүҙәр эшмәкәрлеген әҙерләүҙе тормошҡа ашыра. Алдынғы тикшеренеүҙәр институты тик тикшеренеүҙәр эшендә һәм магистрҙар әҙерләүҙә махсуслашҡан һәм 9 тикшеренеүҙәр мәктәбенән һәм тикшеренеү үҙәгенән тора.
Университеттың төп кампусы Канберраның бөтә тиерлек Эктон районын биләй, уның майҙаны — 1,45 км². Университеттың төп биналары:
Феннер залы кампус аръяғында күрше Брэддон районында Норфборн авенюһфнда урынлашҡан.
Астрономия һәм астрофизика тикшеренеүҙәр мәктәбе шулай уҡ төп кампусттан ситтә Канберраның көньяғында Вестон Крик округы тирәһендә Стромло тауындағы обсерваторияла урынлашҡан. Шулай уҡ мәктәп Яңы Көньяҡ Уэльс штатының Кунабарабран ҡала тирәһендә Сайдинг-Спринг обсерваторияһына эйә. Был обсерватория 2003 йылғы урман янғындарында Стромло тауындағы обсерватория юҡ ителгәндән һуң берҙән-бер юулып ҡалған. Университеттың шулай уҡ Яңы Көньяҡ Уэльс штатының көньяҡ яр буйындағы Киолоа кампусы һәм Төньяҡ территорияларҙың Дарвин ҡалаһындағы Төньяҡ Австралия тикшерене-ҙәр подразделениеһы бар.
Ғалимдар:
Нобель премияһы лауреаттары:
![]() |
Австралия милли университеты Викимилектә |
---|---|
![]() |
Австралия милли университеты Викияңылыҡтарҙа |