Агландзия | |
грек. Αγλαντζιά[1] | |
![]() | |
Рәсми атамаһы | Αγλαντζιά[1] |
---|---|
Дәүләт |
![]() |
Административ-территориаль берәмек | Никосия[d][1] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+2:00[d][2] һәм UTC+3:00[d][2] |
Расположено в религиозной территориальной единице | Archbishopric of Cyprus[d][3] |
Хөкүмәт башлығы вазифаһы | Mayor of Aglantzia[d][4] |
Хөкүмәт башлығы | Andreas Konstantinou[d][4] |
Башҡарма власть | Aglantzia's municipal council[d][4] |
Ойошма ағзаһы | Union of Cyprus Municipalities[d][1] |
Халыҡ һаны | 20 783 кеше (2011)[5][6] |
Туғандаш ҡала | Аҙау[7], Зографу[d][7], Municipio II[d][7], Каламата[d][7] һәм Каламата[d] |
Сиктәш | Никосия[d], Tymvou[d], Гери[d], Лация (Кипр)[d] һәм Строволос[d] |
Майҙан | 31,1816 км²[8][9] |
Почта индексы | 2100[2][10], 2101[11], 2102[12], 2103[13], 2107[14], 2108[15], 2109[16], 2112[10], 2113[17], 2114[18], 2115[19], 2116[20], 2120[21], 2121[22], 2122[23] һәм 2123[24] |
Рәсми сайт | aglantzia.org.cy |
![]() | |
Урындағы телефон коды | 357 22 |
![]() |
Агландзия (грек. Αγλαντζιά, кипр әйтелеше Агланджа, төр. Eğlence) — Никосия ҡалаһы муниципалитеты һәм ҡала яны. Никосиянан көньяҡ-көнсығышҡа ҡарай урынлашҡан һәм яҡынса 31 км² майҙанды биләй, шуның 14 км² майҙанды 1974 йылдан төрөк ғәскәрҙәре оккупациялай. Ҡалған 17 км², 9 км² майҙанды парктарҙың Милли урманы — Аталасс паркы (8,6 км²) һәм Педагогия академияһы паркы (0,4 км²) биләй.
Агланджа һүҙе төрөк сығышлы һәм «күңел асыу» тигәнде аңлата
Агландзия тау итәгендәге яҫылыҡта урынлашҡан һәм муниципалитеттың күп йорттары ҡалҡыулыҡтарҙа һәм ҡалҡыулыҡ битләүҙәоендә төҙөлгән. Ауылдың төп өлөшө ике бейек ҡалҡыулыҡ араһында ята. Көнсығыш яҡтағы ҡалҡыулыҡ Арона Хилл тип атала һәм әлеге ваҡытта төрөк армияһы тарафынан контролдә тотола. Көнбайыш яҡтан ҡалҡыулыҡ — Аталасс Аронас, уның түбәһендә урта быуаттарҙағы «Ла Кава».замогы харабалары тора
Агландзияла Кафизин — утрауҙың Птоломей хакимиәте аҫтына күскәнгә тиклемге кипр мәҙәниәтенең мөһим археология ҡомартҡыһы бар. Кафизинда кипр яҙыуының иң һуңғы ҡомартҡылары табылған.
Агландзия 1986 йылдың майында референдумда муниципалитет тип иғлан ителә. Муниципаль совет мэрҙан һәм 16 муниципаль кәңәшсенән тора. Хәҙерге мэры — Хараламбос Петридис (1986— 2011 — Андреас Петру, 2011— 2016 — Костас Кортас).