Адвокатура (лат. advoco — саҡырам) — адвокаттарҙың профессиональ берләшмәһе.
Рәсәй Федерацияһының 63-ФЗ һанлы "Об адвокатской деятельности и адвокатуре в Российской Федерации" законы буйынса адвокаттар ойошмалары:
Рәсәй Федерацияһының 63-ФЗ һанлы "Об адвокатской деятельности и адвокатуре в Российской Федерации" адвокаттын хоҡуҡтары:
Маҡсаттар «Клиент (доверитель) һәм адвокат араһында килешеүҙә» билдәләнә. Яуап биреү:
РФ Граждан-процессуаль кодексынын 152 статьяға ярашлы Эш буйынса юридик квалификацияһы, эш
Гражданлыҡ йәмғиәте институты булып тора һәм дәүләт власы менән урындағы үҙидаралыҡ органдары системаһына инмәй. Суд реформаһына (1864) ярашлы Өфө, Троицк һәм Ырымбур округ судтарында 1898 йыл суд эштәре буйынса присяжныйҙар вәкилдәре институты, башҡа судтарҙа һәм административ органдарҙа — хосуси вәкилдәр институты ойошторола. 1910 ййыл Өфө губернаһында 12, 1916 йыл — 10 хосуси вәкил була. Присяжныйҙар вәкилдәре үҙидаралыҡлы корпорациялар төҙөй, уларҙың эшмәкәрлеген присяжныйҙар вәкилдәре советы һәм округ судтары күҙәтә. 1917 й. 22 нояб. Суд тураһындағы 1-се декрет м‑н хосуси һәм присяжный А. институттары бөтөрөлә. 1918 й. 15 февр. Суд тураһында 2-се Бөтә Рәсәй ҮБК декреты нигеҙендә эшсе, һалдат һәм крәҫтиән депутаттары советтары эргәһендә судта йәмәғәт яҡлауын һәм ғәйепләүен булдырыусы хоҡуҡ яҡлаусылар коллегиялары булдырыла.
1922 йылда 26 майында раҫланған Адвокатура тураһындағы положение нигеҙендә 1922 йылдын 12 августа Башҡортостан үҙәк башҡарма комитеты декреты менәнн Башҡортостан яҡлаусылар коллегияһы ойошторола (1939 йылдан — Башҡортостан респ. адвокаттар коллегияһы). Коллегия 1922 й. 1 сент. эш башлай, 18 ағза иҫәпләнә. А. ойоштороу, уның эшмәкәрлеге БАССР яҡлаусылар коллективы положениеһы (1936), СССР адвокатураһы тураһында положение (1939), “СССР адвокатураһы тураһында” (1979) закон, РСФСР адвокатураһы тураһында положениелар (1962, 1980), Башҡортостан Республикаһының “Адвокатура тураһында” (1992 й., 2003 й. ғәмәлдән сыға) законы м‑н көйләнә. 2002 й. 31 майындағы “Рәсәй Федерацияһында адвокат эшмәкәрлеге һәм адвокатура тураһында” Федераль законға ярашлы 2002 й. 22 нояб. респ. бөтә терр. халыҡҡа квалификациялы юридик (ш. иҫ. бушлай) ярҙам күрһәтергә, дәүләт власында, урындағы үҙидаралыҡ органдарында, йәмәғәт берекмәләрендә һ.б. вәкиллек булдырырға һәм адвокаттарҙың мәнфәғәтен яҡларға, адвокаттарҙы проф. әҙерләүҙе һәм проф. этика кодексын һаҡлауҙы контролдә тоторға тейешле Башҡортостан Республикаһы Адвокат палатаһы ойошторола. Мотлаҡ ағзалыҡ принцибына нигеҙләнә (1 меңдән ашыу кешене берләштерә) һәм РФ адвокаттарының Федераль палатаһына инә. Башҡортостан Республикаһы Адвокат палатаһының юғары органы булып адвокаттар конф. тора, коллегиаль башҡарма орган — палата президенты етәкселегендә Палата советы. Башҡортостан Республикаһы Адвокат палатаһы системаһында төрлө адвокат берекмәләре эшләй: 10 коллегия, 8 бюро, 127 адвокат кабинеты (2004), ш. уҡ юридик консультациялар. Иң ҙур берекмә булып Башҡортостан Республикаһы ҡалалары һәм райондарында 90-дан ашыу структур бүлектәрҙе берләштергән Башҡ-н респ. адвокаттар коллегияһы һанала (750-нән ашыу ағза).
Адвокатура // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.