Азия уйындары

Ҡалып:Нет карточки

Азия уйындары эмблемаһы

Азия уйындары (шулай уҡ азиада тип тә йөрөтөлә) — Азияның бөтә илдәре атлеттары араһында 1951 йылдан башлап дүрт йыл һайын үткәрелә торған спорт ярышы. Уйындар Халыҡ-ара Олимпия комитеты күҙәтеүе аҫтында үтә. Миҙалдар һәр спорт төрөндә бирелә: беренсе урын өсөн — алтын, икенсегә — көмөш, өсөнсөгә — бронза.

Ярышты үҙ иленән вәкәләтлек иткән Милли Олимпия комитеты башлай. Дәүләт флагы һәм гимны наградалар тапшырыу тантанаһын оҙата. Һәр ил отҡан миҙалдар һанын күрһәтеп торған таблицалар файҙаланыла. Тик танылған дәүләттәр генә сығыш яһай, шулай ҙа ҡайһы бер суверенһыҙ дәүләттәр ҙә ҡатнашҡылай. Тайвань «Ҡытай Тайбэйы» булараҡ сығыш яһай.

Ун бишенсе йәйге уйындар Дохала — Катар баш ҡалаһында 2006 йылдың 1— 15 декабрендә үтте. Ун алтынсы йәйге уйындар Ҡытайҙа, Гуанчжоуҙа, 2010 йылдың 12—27 ноябрендә булды.

Ун етенсе уйындар Көньяҡ Кореяла, Инчхонда, 2014 йылдың 19 сентябренән 4 октябренә тиклем барҙы.

Алыҫ Көнсығыш Уйындары-Чемпионат

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Азия уйындары бәләкәй спорт ярышынан башлана. Алыҫ Көнсығыш уйындары-чемпионат өс ил: Япон империяһы, Филиппин һәм Ҡытай Республикаһы араһында берҙәмлекте һәм хеҙмәттәшлекте күрһәтеү өсөн ойошторола. Беренсе уйын Манилала 1913 йылда үткәрелә. Башҡа Азия илдәре һуңынан ҡушыла. Был уйындар 1938 йылда, Япония Ҡытайға бәреп ингәс һәм Тымыҡ океан төбәгендә экспансия башлағас өҙөлә.

Азия уйындарының барлыҡҡа килеүе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Икенсе донъя һуғышынан һуң Азияның бер нисә иле бойондороҡһоҙлоҡ ала. Яңы илдәрҙең күпселеге үҙ-ара аңлашыуҙы нығытыу өсөн ярыштарҙың яңы төрөн индерергә була. 1948 йылдың авгусында Лондондағы Ун дүртенсе Олимпия уйындары барышында Һиндостан Олимпия комитеты Азия спорт командалары башлыҡтарына Азия уйындары үткәреү идеяһы тураһында фекер алышырға тәҡдим итә. Улар "Азия Атлеттар Федерацияһы"н ойошторорға ҡарар итә. 1949 йылдың февралендә ул рәсми ойошторола һәм «Азия уйындары федерацияһы» тип атала. Беренсе Азия уйындарын Нью-Делиҙа үткәрергә булалар.

Федерацияны үҙгәртеү

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1962 йылда Федерацияла Тайвань менән Израилде ҡабул итеү буйынса фекерҙәр төрлөлөгө килеп тыуа. Уйынды ҡабул итеүсе Индонезия был илдәрҙе Федерацияға индереүгә ҡаршы була. 1970 й. Көньяҡ Корея Төньяҡ Корея яғынан килеп тыуған хәүеф арҡаһында уйынды үткәрә алмай, уйын Бангкокта — Таиланд баш ҡалаһында — Корея сараларын ҡулланып үткәрелә. 1973 й. АҠШ менән ҡайһы бер илдәрҙең Тайванде таныуы һәм Израилдәге Ғәрәп милли оппозицияһы арҡаһында фекер айырымлыҡтары килеп сыға. 1977 йылда Пакистан Бангладеш һәм Һиндостан менән конфликт арҡаһында уйынды үткәрә алмай. Уйын тағы Бангкокка күсерелә. Был ваҡиғаларҙан һуң Азияның Милли Олимпия комитеттары Азия уйындары Федерацияһының уставын үҙгәртергә була. Азияның Олимпия советы тигән яңы берекмә ойошторола. Был совет 1986 йылдан бирле уйындарҙы күҙәтеү аҫтында тота.

Тайвань ҡабул ителә, ләкин Азияның Олимпия советы уны, Халыҡ-ара олимпия комитеты стандарттарына ярашлы, «Ҡытай (Тайбэй)» тип атай. Израиль сығарыла һәм Европа ярыштарына индерелә.

1994 йыл уйындарына, ҡайһы бер илдәрҙең ҡаршы төшөүенә ҡарамаҫтан, АОС элекке совет республикаларын — Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан һәм Тажикстанды — саҡыра.

2006 йылда Австралияны АОС-ҡа алыуҙан баш тарталар.

2010 йылда Азия уйындарына тәү башлап крикет индерелә.

Йәйге Азия уйындары исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
2014 йылға тиклем Азия уйындарын ҡабул иткән илдәр.Ҡыҙыл нөктәләр Уйын булған ҡалаларҙы күрһәтә
Японияның 1958 йылғы Азия уйындарына бағышланған маркаһы
Йыл Һан Урын Дата Илдәр
1951 I Һиндостан Нью-Дели, Һиндостан 4—11 март 11
1954 II Филиппин Манила, Филиппин 1—9 май 19
1958 III Япония Токио, Япония 24 май — 1 июнь 16
1962 IV Индонезия Джакарта, Индонезия 24 август — 4 сентябрь 12
1966 V Таиланд Бангкок, Таиланд 9—20 декабрь 16
1970 VI[1] Таиланд Бангкок, Таиланд (2) 9—20 декабрь 16
1974 VII Иран Теһран, Иран 1—16 сентябрь 19
1978 VIII[2] Таиланд Бангкок, Таиланд (3) 9—20 декабрь 19
1982 IX Һиндостан Нью-Дели, Һиндостан (2) 19 ноябрь — 4 декабрь 23
1986 X Корея Республикаһы Сеул, Корея Республикаһы 20 сентябрь — 5 октябрь 23
1990 XI Ҡытай Пекин, Ҡытай 22 сентябрь — 7 октябрь 36
1994 XII Япония Хиросима, Япония 2—16 октябрь 42
1998 XIII Таиланд Бангкок, Таиланд (4) 6—20 декабрь 41
2002 XIV Корея Республикаһы Пусан, Корея Республикаһы 29 сентябрь — 14 октябрь 44
2006 XV Катар Доха, Катар 1—15 декабрь 45
2010 XVI Ҡытай Гуанчжоу, Ҡытай 12—27 ноябрь 45
2014 XVII Корея Республикаһы Инчхон, Корея Республикаһы 19 сентябрь — 4 октябрь
2018 XVIII Индонезия Джакарта, Индонезия ноябрь
2023 XIX

Дөйөм миҙалдар иҫәбе

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
 Место   Ил  Алтын Көмөш Бронза Бөтәһе
1 Ҡытай Халыҡ Республикаһы ҠХР 1,342 900 653 2,895
2 Япония Япония 957 980 913 2,850
3 Корея Республикаһы Корея Республикаһы 696 606 761 2,063
4 Иран Иран 159 161 175 495
5 Ҡаҙағстан Ҡаҙағстан 140 141 200 481
6 Һиндостан Һиндостан 139 178 285 602
7 Таиланд Таиланд 121 159 233 513
8 Корея Халыҡ-Демократик Республикаһы КХДР 98 132 166 396
9 Ҡалып:TPE 82 125 255 452
10 Филиппин Филиппин 63 112 215 390
11 Үзбәкстан Үзбәкстан 63 96 114 273
12 Ҡалып:INA 60 95 203 358
13 Малайзия Малайзия 56 88 132 276
14 Пакистан Пакистан 44 63 93 200
15 Сингапур Сингапур 37 55 101 193
Total 4,313 4,295 5,136 13,744

Спорт төрҙәре исемлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Академик ишеү — 1982 йылдан
  • Бадминтон — 1962 йылдан
  • Баскетбол — һәр ваҡыт
  • Бейсбол — 1994 йылдан
  • Бильярд — 1998 йылдан
  • Бодибилдинг — 2002—2006 йылдар
  • Бокс — 1954 йылдан
  • Көрәш — 1954 йылдан
  • Боулинг — 1978 йыл, 1986 йылдан
  • Һыуҙағы поло
  • Велоспорт — 1951 йыл, 1958 йылдан
  • Волейбол — 1958 йылдан
  • Гандбол — 1982 йылдан
  • Гимнастика — 1974 йылдан
  • Гольф — 1982 йылдан
  • Байдаркала һәм каноэла ишеү — 1990 йылдан
  • Дзюдо — 1986 йылдан
  • Кабадди — 1990 йылдан
  • Карате — 1994 йылдан
  • Ат спорты — 1982—1986 йылдар, 1994 йылдан
  • Крикет — 2010 йылдан
  • Еңел атлетика — һәр ваҡыт
  • Өҫтәл теннисы — 1958—1966 йылдар, 1974 йылдан
  • Елкәнле спорт — 1970 йыл, 1978 йылдан
  • Йөҙөү — һәр ваҡыт
  • Регби-7 — 1998 йылдан
  • Самбо — 2014 йылдан
  • Сепактакрау — 1990 йылдан
  • Сквош — 1998 йылдан
  • Хәҙерге заман бишбәйгеһе — 1994 йыл, 2002 йыл
  • Софтбол — 1990 йылдан
  • Софт-теннис — 1994 йылдан
  • Спорт бейеүе — 2010 йылдан
  • Йәйәнән атыу — 1978 йылдан
  • Атыу — 1954 йылдан
  • Теннис — 1958—1966 йылдар, 1974 йылдан
  • Триатлон — 2006 йылдан
  • Тэквондо — 1986 йылдан
  • Ауыр атлетика — 1951—1958 йылдар, 1966 йылдан
  • Ушу — 1990 йылдан
  • Фехтование — 1974—1978 йылдар, 1986 йылдан
  • Футбол — һәр ваҡыт
  • Үләндәге хоккей — 1958 йылдан
  • Шахмат — 2006 йылдан

Башҡа Азия уйындары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төп Азия уйындарынан тыш, шулай уҡ Ҡышҡы Азия уйындары (1986 йылдан), Биналағы Азия уйындары (2005 йылдан таҡ йылдарҙа), Пляждағы Азия уйындары (2008 йылдан йоп йылдарҙа), шулай уҡ төбәк (Үҙәк Азия, Көнсығыш Азия, Көньяҡ Азия, Көньяҡ-Көнсығыш Азия һәм Көнбайыш Азия) уйындары үткәрелә.

  1. Тәүҙә Корея Республикаһында үтергә тейеш була
  2. Тәүҙә Пакистанда үтергә тейеш була