Азия үҫеш банкы | |
| |
Эшмәкәрлеге |
төбәк үҫеш банкы |
---|---|
Нигеҙләнғе йылы |
22 август 1966 |
Урынлашҡан урыны | |
Төп фигуралары | |
Хеҙмәткәрҙәр һаны |
яҡынса 3000 кеше |
Сайт |
Азия үҫеш банкы (ингл. Asian Development Bank) — тура займдар һәм техник булышлыҡ аша Азияла һәм Алыҫ Көнсығышта иҡтисадты үҫтереүгә стимул биреү маҡсатында 1966 йылда нигеҙләнгән банк.
Штаб-фатиры Манила (Филиппин) ҡалаһында урынлашҡан. 2013 йылдың 28 апреленән Такэхико Накао Азия үҫеш банкының Президенты булып тора.
Азия үҫеш банкының займдарына ҡатнашыусы-илдәрҙең хөкүмәттәре менән бер рәттән юридик шәхестәр ҙә дәғүә итә ала. Бер кредиттың уртаса суммаһы 15 млн АҠШ доллары тәшкил итә, ҙурыраҡ кредиттарҙы (50 млн АҠШ долларына тиклем) банк бик һирәк бирә. Мәҫәлән, 2015 йылдың 20 авгусында Азия үҫеш банкы алдан тәнгәне девальвацилау тураһында иғлан иткән Ҡаҙағстанға 1 млрд АҠШ доллары суммаһына кредитты хуплай, был милли валютаның ирекле курсы урынлашҡандан һуң иҡтисади эҙемтәләрен кәметергә тейеш[1].
2014 йылда бирелгән кредиттарҙың дөйөм күләме $22.9 миллиард доллар тәшкил итә[2].
Өҫтөнлөклө аҡса һалыу өлкәләре — транспорт һәм элемтә, сәнәғәт, энергетика, ауыл хужалығы, финанс секторы.
Кредиттар ике фондтан — ябай һәм махсус фондтарҙан бирелә. Тәүгеһе коммерция шарттарында, йәғни сауҙа процент иҫәбенә һәм ҡыҫҡараҡ осорға, йыш ҡына 15-25 йылға бирелә. Махсус фонд оҙайлы кредитлауға — 25-40 йыл осорға тәғәйенләнгән һәм льготалы процентлы ставка (1-3 %) менән бирелә. Льготалы осор ябай фондтан алынған кредиттарға 3-5 йыл, ә махсус фондтан — ҡағиҙә булараҡ 10 йыл тәшкил итә. Азия үҫеш банкының ағза- илдәргә ярҙам итеүҙә кредиттан башҡа ҡоралдар иҫәбенә техник ярҙам күрһәтеү, гарантия биреү һәм акцияларын һатып алыу инә.
2006 йылда банк «азия валюта берәмеге»н индерә, ул төбәктәге 13 дәүләттең аҡса берәмеге котировкаларын сағылдыра, һәм ваҡыт үтеү менән евро валютаһының аналогына әйләнеп китеүе мөмкин.
Банктың аҡсаһы ағза илдәренең взностары (банктың устав капиталының 7 %, йәғни яҡынса 55 млрд доллар тәшкил итә), халыҡ-ара облигациялар баҙарында үҙләштереү һәм кредитлау килеме иҫәбенә формалаша.
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
![]() |
Азия үҫеш банкыһы Викимилектә |
---|