Ай тотолоу (диалекттарҙа ай эрәнйеү, ай ауырыу) — ышаныуҙар буйынса, ай тотолоу айҙың кеше гонаһтарынан рәнйеүе, ауырыуы менән бәйле. Шуның өсөн ай тотолһа, балаларҙы, малдарҙы ҡысҡырталар. Ышаныуҙар буйынса, ошоно күреп, ишетеп, гонаһһыҙ заттарҙы йәлләп, ай күккә кире ҡайта, имеш. Ҡайһы бер легендалар буйынса, ай тотолоу айҙың яман заттар тарафынан урланыуы менән бәйле. Был осраҡта айҙы яман заттан ҡотҡарыу өсөн күберәк тимер - томор һуғалар, мылтыҡ аталар, доға ҡылалар, йәғни ҡурҡытыу ысулы ҡулланыла.
Һүҙбәйләнештең килеп сығышы төрки сығанаҡлы ай һәм тотолоу һүҙҙәре менән бәйле һәм айҙы йәмләндереп ҡарауҙы саҡылдыра.
Башҡорт телендә ай, ай башы, ай битен йыуа, ай күрҙе, ҡояш алды, ай ҡолаҡланыу, ай тотолоу, ай ҡалҡыу ай алған кеүек һүҙбәйләнештәр бар.
Айһылыу, Айбикә, Айсолтан, Айбулат, Айым, Айгөл, Айнур, Айназ, Айзат һ.б
Мостай Кәримдең "Ай тотолған төндә" драмаһынан кино төшөрөлгән, шулай уғ БДАДТ-та спектакеле лә ҡуйылды.