Айрыҡ (тауҡыяҡ) — ҡыяҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты.
Яҡынса 50 төрө билдәле, Евразияла, Төньяҡ һәм Көньяҡ Америкала таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә.
Оҙон йәйелеүсән тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, яланғас, бейеклеге 45—100 см. Япрағы яҫы йәки буй бөкләнгән, күгелйем, ҡаты. Башаҡтары төркөмләп (2—4, һирәгерәк 6) урынлашҡан, ҡайһы ваҡыт яңғыҙ, ултырма тиерлек, ғәҙәттә 3—5 ике енесле сәскәле, ҡыяҡ башаҡтарға йыйылған. Июнь—июлдә сәскә ата. Емеше — бөртөксә, август—сентябрҙә өлгөрә.
Татырлыҡта, тоҙло тупраҡта, Башҡортостандың Урал аръяғындағы ҡомло далала, Башҡортостандың Урал алдындағы дала йылғалары үҙәнендә һәмкүл буйы уйпатлыҡтарында үҫә. Мал аҙығы үҫемлектәре, ҡый үләндәре. Карелин айрыҡы һәм Клоков айрығы Башҡортостан Республикаһының Ҡыҙыл китабына индерелгән.
- Цвелёв Н. Н. Род 26. Колосняк — Leymus Hochst. // Злаки СССР / Отв. ред. Ан. А. Фёдоров. — Л.: Наука, 1976. — С. 176—189. — 788 с. — 2900 экз.
- Волоснец: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт. (Тикшерелеү көнө: 14 сентябрь 2012)