Академик ишеү | |
![]() | |
![]() | |
Рекорд или история рекордов | list of world records in rowing[d] |
---|---|
Вики-проект | WikiProject Rowing[d] |
![]() |
Академик ишеү — циклик спорт төрө. Байдаркала һәм каноэла ишеүҙән айырмалы рәүештә, спортсылар арҡа, ҡул һәм аяҡ мускулдарын ҡулланып, кәмәләргә ултырып ишкәк менән ишәләр. Көнбайыш Европа, Рәсәй, АҠШ, Австралия, Яңы Зеландия һәм Румынияла бигерәк популяр булып киң таралған.
Академик ишеү Олимпия уйындары программаһына 1896 йылдан (ҡатын-ҡыҙҙарҙа 1976 йылдан) индерелгән. Олимпия уйындарынан тыш йыл һайын Донъя чемпионаты, Донъя кубогы, Милләт кубогы, Студенттар араһында донъя чемпионаты, Үҫмерҙәр араһындағы донъя чемпионаты үтә.
Халыҡ-ара ишкәкле спорт федерацияһы (ХИСФ) — Олимпия программаһы уйындарында академик ишеү буйынса ярыштар ойоштора һәм үткәрә, ярыш үткәреү системаһын камиллаштыра, донъя чемпионаты үткәрә, халыҡ-ара ярыштарҙы үткәреү буйынса яуаплы спорт төрҙәрен үҫтеп, географияһын киңәйтеп, ярыш ҡағиҙәләрен камиллаштырыу, һыу һәм туризмды үҫтереү методикаһы ишкәкле инвентарҙары әҙерләү. Был комиссия составынан тейешле эш башҡарылды.
Идеаль ишеү техникаһы юҡ, һәр бер «академистың» ишеүҙең төрлө тойоуына һәм ҡараштарына нигеҙләнгән үҙ техникаһы бар. Тренерҙың маҡсаты: спортсының шәхси ишеү техникаһын төрлө шарттарға максималь яраҡлаштырыу.
Ишеү техникаһында ике төп момент бар — башы (шулай уҡ «зацеп» йәки «баҫып алыу») һәм ишеү аҙағы. Улар икеһе лә балансҡа, тиҙлеккә һәм кәмәнең хәрәкәт траекторияһына (горизонталь һәм вертикаль) йоғонто яһай. Экипаждың артыуы менән (йәғни кәмәлә ишкәкселәрҙең һаны), был ваҡытта ике моменттың әһәмиәте арта, сөнки «идеалда» ишеүҙең башы һәм аҙағы моменты бөтә экипаж ағзалары өсөн бер үк булырға тейеш, әммә ысынбарлыҡта ишеү араһындағы айырма (профессиональ ишкәкселәр өсөн) бер экипажда ишеүҙең башы (йә аҙағы) моменты йөҙҙән бер, ҡайһы ваҡыт меңдән бер секунд өлөшөн тәшкил итә.
Ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр араһында академик ишеү буйынса ярыштар үткәрелә. Академик ишеү парлы һәм ике ҡолаҡлы ишеүгә бүленә. Парлы ишеү — ике ишкәк, ике ҡолаҡлы ишеү — бер шкәк менән башҡарыла. Кәмә составы бер, ике, дүрт һәм һигеҙ ишкәксенән тора. Ҡайһы бер кластарҙа спортсылар ауырлығы сикләнгән.
Олимпия программаһы буйынса ярыштар 14 класта үткәрелә:
Олимпия уйындары программаһына инмәгән, әммә донъя чемпионаты программаһында ҡатнашыусы академик ишеү кластары:
Ҡолаҡсының ауырлығы сикләнгән (әгәр уның ауырлығы норманан әҙерәк булһа, кәмәне балласҡа һалалар), Ҡатын-ҡыҙҙар экипажында ҡолаҡсы ир-егет булрға мөмкин, һәм киреһенсә. Иҫкәрмә — Олимпия уйындары (экипаждың бөтә спортсылары ла бер затттан булырға тейеш).
Шулай уҡ ҡайһы ваҡыт яртышар ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан торған ҡатнаш дүрт һәм һигеҙ ишкәкле коммерция ярыштары үткәрелә.
Академик ишеүҙә ишкәселәр парлы ишкәкселәргә (бер үк ваҡытта ике ишкәк менән ишәләр) һәм ике ҡолаҡлы ишкәкселәргә (бер ишкәк менән ишәләр) аныҡ айырыла.
Ике ҡолаҡлы ишкәкселәр аша ишеүселәргә (ишкәк уңда) һәм баклылырға (ишкәк һулдан) бүленә. Иҫәпләүҙәр шуны күрһәтә: кәмәнең уйнауынан һаҡланыу өсөн, баклыларға ҡарағанда, аша ишеүселәр 5 % күберәк көс һалырға тейеш; дүрт һәм һигеҙ ишкәкле кәмәләрҙә көслө аша ишеүселәрҙе кәмәнең танауына яҡыныраҡ ултыртырға тырышырға кәрәк[1].
Академик ишеү байдарканан һәм каноэла ишеүҙән бик ныҡ айырыла: хәрәкәт итеү ысулы буйынса ла, спортсыларға көс төшөүе яғынан да. Академик ишеү — ул спортсыларҙың яҡынса тәндең 95 % мускулдарын эшләтеүсе спорт төрҙәренең береһе. Байдаркала һәм каноэла ишеүҙең төп айырмалары түбәндәгеләр:
Академик суднолар — ишкәк өсөн кронштейндары борт аша сығарылған һәм хәрәкәтсән ултырғыстары (банкалары) булған тар оҙонайтылған спорт кәмәләре. Кәмәләр өйрәнеү (үҙешмәкәр) һәм ярыш төрҙәренә бүленә. Ҡағиҙә булараҡ өйрәнеү кәмәләре киңерәк һәм уларҙың борттары бейегерәк[2].
Кәмәләр тәүҙә ағастан ғына эшләнгән, ошонан сығып кәмәләрҙе яһау ысулдарының типтар бүленеше барлыҡҡа килгән. "Клинкер"буй рейкалар йыйылмаһы менән көпләнгән. «Скиф» — ҡиммәтле ағас тоҡомдары фанера һәм шпонынан, һуңыраҡ — композицион материалдарҙан яһала. Хәҙер, «клинкер» техника һәм «клинкер» кәмәләр элекке ваҡытта ҡалғас, «скифтар» тип ярыш кәмәләрен атайҙар[3].
1980 йылдан алып бәйләүсе итеп юғары сифатлы эпоксид ыҫмалаларҙы ҡулланып, күп ҡатлы сэндвич технологияһы буйынса углорд материалдарынан ҡулланып етештерелә. Кәмә хаҡы юғары, мәҫәлән, яңғыҙ кәмәләр хаҡы 1200 000 һумдан башлана.
1. Баҫҡыс конструкцияһы кәмә түңкәрелеү осрағында ишкәксегә ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ҡул ярҙамын ҡулланмайынса, кәмәне ташлап китеү мөмкинлеге бирергә тейеш.
2. Кәмә мороно ҡойолған резина шар һәм флюгарка тотҡосо менән йыһазландырылған булырға тейеш.
3. Ишкәкһеҙ һәм радиосистемаһыҙ минималь кәмә ауырлығы түбәндәгесә булырға тейеш:
4. Ике ҡолаҡлы ишкәк ҡалаҡтары киңлеге 3 мм, ситенән бөтә периметр буйынса 5 мм-ҙан кәм булмаҫҡа тейеш, ә парлы ишкәктәрҙең ситенән 2 мм — 3 мм-ҙән кәм түгел.
Академик ишеү өсөн ишкәктәр эпоксид бәйләүсе «эҫе» ҡатырыу нигеҙен яһала. Был уны юғары ныҡлы-һығылмалы үҙенсәлектәр, эксплуатация тотороҡлоҡ һәм минималь ауырлыҡ менән тәьмин итә. Күсәр овал киҫелешле һәм уратыу ысулы менән, артабан баҫым аҫтында ҡатырып яһала. Ишкәк ҡалағы өс ҡатлы конструциялы һәм «Тура» баҫыу методы менән яһала.
Көнбайышта академик ишеү бер нисә быуат буйы тайпылышһыҙ һаҡланған боронғо традицияларға эйә.
![]() |
Академическая гребля Викиһүҙлектә |
---|---|
![]() |
Академическая гребля Викимилектә |
![]() |
Академическая гребля Викияңылыҡтарҙа |