Зоология бүлектәре |
Зоология тармаҡтары |
Акарология • Физик антропология |
Билдәле зоологтар |
Жорж Кювье • Чарльз Дарвин |
Биология тарихы |
Акарология (бор. грек. ἄκαρι (akari) «талпан» һәм λόγος «һүҙ») — талпандарҙы өйрәнеүсе умыртҡаһыҙҙар зоологияһы. Акарология ветеренария, медицина, дөйөм һәм ауыл хужалығы йүнәлештәренә бүленә. Талпандар йоғошло аурыүҙарҙы таратыусы булараҡ, акарологияның төп мәсьәләләре ветеренария һәм медицина менән берлектә өйрәнелә.
Акарология өлкәһендә ғилми-тикшеренеү эше Рәсәй Фәндәр академияһының Зоология институтында, университеттарҙың кафедраларында, ветеринария, медицина һәм эпидемиологик ғилми-тикшеренеү учреждениеларында алып барыла.
Үҙаллы тикшеренеүҙәр өлкәһе булараҡ акарологияны үҫтереү 19 быуатта башлана һәм 20 быуатта дауам итә. Фән үҫешенә билдәле белгестәр Берлезе, Канриня, Бэнкс, Гранжан, Кох, Налепа, Труэссар, Хирман, Удеманс, Р, Тред, Уортовинг, Эвинг кеүек ғалимдарға ҙур өлөш индерә.
Акарология өлкәһендә медицина хеҙмәте генерал-лейтенанты Е.Н. Павловский (1884-1965), А. Захваткин, Ю.С. Балашов, А. Л. Ланге, Н. Филиппова, Г. Галузо, А. А. Земская, Б. Померанцев һәм башҡалар билдәле белгестәр булып торалар.