Сергей Аксаков | |
Аксаков Сергей Тимофеевич | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: |
Өфө губернаһы Өфө ҡалаһы |
Вафат булған көнө: | |
Вафат булған урыны: |
Мәскәү ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
яҙыусы, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Әҫәрҙәре Lib.ru сайтында | |
Аксаков Сергей Тимофеевич (20 сентябрь 1791 йыл — 30 апрель 1859 йыл) — Рәсәй империяһының Өфө ҡалаһында тыуған яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе.
Сергей Тимофеевич Аксаков 1791 йылдың 20 сентябрендә (яңы стиль буйынса 1 октябрҙә) Өфөлә тыуған.
Бала сағы Өфөлә һәм Ырымбур губернаһы Боғорослан өйәҙендә нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән Яңы Аксаков имениеһында (Ырымбур өлкәһе Боғорослан районы Аксаков ауылы) үтә.
1805—1807 йылдарҙа Ҡазан Император университетында уҡый. 1808 йылда Санкт-Петербургҡа күсә, унда Закондар эшләү комиссияһында һәм Дәүләт килемдәре экспедицияһында хеҙмәт итә.
1811 йылдан алып Мәскәүҙә, 1816—1820 йылдарҙа Яңы Аксаковта, 1821—1826 йылдарҙа Бәләбәй өйәҙе Надеждино ауылында (бөгөнгө Бәләбәй районы) йәшәй.
1827 йылда башлап Мәскәү цензура кабинеты цензоры; 1833 йылда алып Константин ер үлсәү училищеһы (Мәскәү) инспекторы, 1835 йылдаң Межа институтына үҙгәртелғәндан һуң, уның тәүге директоры (1839 йылға тиклем).
1843 йылдаң алып Мәскәү янындағы Абрамцев имениеһында йәшәй. Ул Сергиев Посад ҡалаһы янында урынлашҡан, 1919 йылда бында Аксаковтың шәхси кабинеты йыһазландырыла, артабан Аксаковтар ғаиләһе тормошо хаҡында материалдары тупланған йорт-музей (хәҙер музей-ҡурсаулыҡ) асыла.
Сергей Тимофеевич Аксаков 1859 йылдың 30 апрелендә (12 май) Мәскәүҙә вафат була, Новодевичье зыяратында ерләнгән.
ХIХ быуаттың 20‑се йылдары аҙағында Аксаков йорто Мәскәүҙең әҙәби тормошо үҙәге була, унда «Аксаков шәмбеләре» уҙғарыла. Аксаков әҙәби ижад менән шөғөлләнә, классицизм традицияларында шиғырҙар ижад итә.
Уның әҫәрҙәренә мемуар теүәллек, көнкүреште тәнҡитле һүрәтләү, хикәйәләүҙең ябайлығы һәм тәбиғилеге хас. Яҙыусының ҡабатланмаҫ стилен билдәләгән «Буран» (1834) очеркы Аксаков 30‑сы йылдарҙың әҙәби тормошо өсөн ҙур ваҡиға була. Очерк артабанғы «Балыҡ ҡармаҡлау хаҡында яҙмалар» (Записки об уженье, 1847), «Ырымбур губернаһының мылтыҡлы һунарсыһы яҙмалары» (Записки ружейного охотника Оренбургской губернии, 1852), «Төрлө һунарҙар хаҡында һунарсы хикәйәләре һәм хәтирәләре» (Рассказы и воспоминания охотника о разных охотах, 1855) һәм тәбиғәт тураһындағы башҡа әҫәрҙәрҙең прологы булып тора. Аксаков мираҫында төп урынды «Ғаилә йылъяҙмаһы» (Семейная хроника, 1856) һәм «Багров ейәненең балалыҡ йылдары» (Детские годы Багрова-внука, 1858; Н.Иҙелбай, Я.Найманов, Ф.Рамаҙанова тәржемәһе, 1959) автобиографик повестары биләй, унда автор, Багровтар ғаиләһенең өс быуыны тарихына таянып, XVIII быуат аҙағында алпауыттар көнкүрешенең киң панорамаһын тергеҙә, крепостной тәртиптең боҙоҡлоғон күрһәтә. Уның әҫәрҙәренең теле йәнле һөйләү телмәренең сағыулығы, ябайлығы һәм тасуирилығы менән айырылып тора. Аксаков ысынбарлыҡты уның матдилығында, ғәҙәтилегендә сағылдыра.
Күп әҫәрҙәрҙәрендә, шулай уҡ «Иҫтәлектәр» (Воспоминания, 1856) мемуарҙарында, «Бына ошо минең тыуған илем!» (Вот родина моя!..), «Ауылға хат» (Послание в деревню) һәм башҡа шиғырҙарында Аксаков Башҡортостандың матур һәм йомарт тәбиғәтен данлай, халҡының ауыр тормошон, башҡорт ерҙәренең таланыуын, урмандарҙың ҡырылыуын дөрөҫ итеп сағылдыра.
Аксаковтың «Аленький цветочек» (1858) әкиәтен Гөлнур Яҡупова башҡорт теленә тәржемә итә («Ал сәскә», 1992).
Аксаков иҫтәлегенә Өфөлә Аксаков халыҡ йорто төҙөлгән, яҙыусының йорт-музейы асылған. Әҙиптең исеме Өфөнөң иң боронғо ҡала баҡсаларының береһенә, киң танылған исемендәге шифаханаға, Өфө, Стәрлетамаҡ, Белорет, Күмертау, Мәләүез, Октябрьский ҡалалары һәм республикалағы ҡайһы бер ауыл урамдарына бирелгән.
Өфөлә һәм Башҡортостандың Бәләбәй районы Надеждино ауылында Аксаковҡа һәйкәлдәр ҡуйылған. Уның исемендәге премия, Аксаков фонды булдырылған. 1991 йыл алып Халыҡ-ара Аксаков байрамы ойошторола[1].
1991 йыл ЮНЕСКО тарафынан «Аксаков йылы» тип иғлан ителде.
Ҡатыны: Заплатина Ольга Семёновна (1793—1878)[2].
Балалары:
Ҡустыһы:
1996 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты, Халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фонды, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союздары тәҡдимен хуплап, "Сергей Аксаков исемендәге бөтә Рәсәй әҙәби премияһы"н булдырҙы. Ул өс йылға бер мәртәбә бирелә[4].
Башҡортостан Республикаһы Өфө ҡалаһы ҡала округы Советы тарафынан 2011 йылда булдырылған премия. Ул юғары һәм махсус урта уҡыу йорттарының көндөҙгө бүлек студентарына һәм уҡыусыларына Сергей Аксаков мираҫын өйрәнеүгә бағышланып, үҙҙәрендәге яңылыҡ һәм үҙенсәлек менән айырылып торған иң талантлы ижади эштәр өсөн конкурс нигеҙендә бирелә[5].
2011 йылдың 15 июлендә өлкәнең мәҙәниәт, йәмәғәт һәм тышҡы бәйләнештәр министрлығы тарафынан булдырылған. Маҡсаты: әҙәби мәҙәниәткә һиҙелерлек өлөш индерергә һәләтле әҙәби әҫәрҙәр авторҙарын табыу һәм дәртләндереү, хәҙерге рус әҙәбиәтенең әһәмиәтен күтәреү, уға уҡыусыларҙың һәм йәмәғәтселектең иғтибарын йәлеп итеү[6].
Сергей Аксаков Викиөҙөмтәлә | |
Сергей Аксаков Викикитапханала | |
Сергей Аксаков Викимилектә | |
Сергей Аксаков Викияңылыҡтарҙа |