Акулов Иван Алексеевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Тыуған көнө | 12 (24) апрель 1888 |
Тыуған урыны | Санкт-Петербург, Рәсәй империяһы |
Вафат булған көнө | 30 октябрь 1937 (49 йәш) |
Вафат булған урыны | Мәскәү, СССР |
Үлем төрө | атып үлтереү[d] |
Үлем сәбәбе | пуля (снаряд ярсығы) яраһы[d] |
Ерләнгән урыны | Мәскәүҙәге Дон зыяраты[d] |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Ҡатнашыусы | VI съезд РСДРП(б)[d], VII съезд РКП(б)[d], РКП(б)-ның VIII съезы[d], РКП(б)-ның IX съезы[d], РКП(б)-ның X съезы[d], РКП(б)-ның XI съезы[d], РКП(б)-ның XII съезы[d], РКП(б)-ның XIII съезы[d], ВКП(б)-ның XIV съезы[d], ВКП(б)-ның XV съезы[d], ВКП(б)-ның XVI съезы[d] һәм ВКП(б)-ның XVII съезы[d] |
Ойошма ағзаһы | КПСС Үҙәк комитеты |
Акулов Иван Алексеевич Викимилектә |
Акулов Иван Алексеевич (24 апрель 1888 йыл — 30 октябрь 1937 йыл (БСЭ мәғлүмәтe буйынса — 1939 йыл) — совет дәүләт һәм партия эшмәкәре, СССР-ҙың беренсе Прокуроры, Ҡырғыҙ (Ҡаҙаҡ) крайы менән идара итеү буйынса Революцион комитеттың 2-се рәйесе. Репрессияланған, үлгәндән һуң аҡланған.
Санкт-Петербургта ярлы мещан ғаиләһендә тыуған.
1905 йылда Петербург Сауҙа-сәнәғәт мәктәбе тамамлай.
1907 йылда РСДРП-ға инә, шунда уҡ йәшерен эшмәкәрлектә әүҙем ҡатнаша башлай. Киләһе йылда уҡ бер йылға төрмәгә хөкөм ителә.
1913 йылда РСДРП-ның Петербург комитетының Башҡарма комиссияһы ағзаһы итеп һайлана.
1917 йылда Акулов Выборгта хәрби партия ойошмаһын ойошторола, шул уҡ йылда Выборг ҡалаһынан VII (Апрель) конференцияһында һәм РСДРП(б)-ның Бөтә Рәсәй VI съезында делегат булараҡ ҡатнаша.
Граждандар һуғышы осоронда ҡыҫҡа ваҡыт төрлө хәрби йәки партияның вазифалар биләй.
1917 йылда —РСДРП-ның Выборг комитеты Хәрби ойошмаһы ағзаһы.
1917 йылдың декабрендә — 1918 йылдың ғинуарында — РКП(б)-ның Екатеринбург комитеты секретары.
1918 йылдың ғинуар-май айҙарында — РКП(б)-ның Урал өлкә комитеты секретары.
1918 йылдың майынан августҡа тиклем — Ҡыҙыл Армияһының Силәбе — Златоуст фронтының тәьмин итеү комиссары.
1918 йылдың сентябре — 1919 йылдың ғинуары — Вятка губерна Советының Башҡарма комитеты рәйесе һәм бер үк ваҡытта — Вятка, 1919 йылдың феврале — 1920 йылдың авгусы — РКП(б)-ның Ырымбур губкомы рәйесе.
1920 йылдың авгусынан алып 1921 йылдың ғинуарына тиклем — РКП(б)-ның Ҡырғыҙ, 1921 йылдың 3 мартынан — Ҡырым өлкә комитеты секретары, бер үк ваҡытта Ҡырым Революцион комитеты секретары, ҡыҙыл террор сәйәсәтен үткәреү буйынса алда килеүсе иптәштәрҙең башланғысын дауам итә[1].
1922—1925 йылдарҙа — Донецк ҡара эшселәр Союзы рәйесе.
1922 — 1927 йылдарҙа — Таусылар союзының Үҙәк Комитеты Президиумы ағзаһы.
1923 — 1925 йылдарҙа — РКП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы ағзаһы
1924 йылдың 16 майынан 1925 йылдың 6 декабренә тиклем Украина КП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы ағзаһы.
1925 йылдың 12 декабренән — 5 июнь 1930 йылдың 5 июненә тиклем Украина Коммунистар партияһы Үҙәк Комитеты ағзаһы булып тора, артабан Украинала профсоюз ойошмаларында төрлө вазифалар биләй.
1925 — 1927 йылдарҙа Бөтә Украин Таусылар союзы рәйесе,
1927 — 1929 йылдарҙа Бөтә Украин профессиональ союздар советы (ВУСПС) рәйесе.
1927 йылдың 29 ноябренән 1928 йылдың 16 мартына тиклем Украина КП(б)-ның Үҙәк Комитетының Ойоштороу бүлеге ағзаһы.
1929 йылда — ВЦСПС-тың 2-се секретары[2] һәм президиумы ағзаһы.
1929 йылдың июне — СССР-ҙың Хеҙмәт һәм Оборона Советы ағзаһы.
1930 йылдың 13 июленән 1934 йылдың 26 ғинуарына тиклем ВКП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы ағзаһы,
1930 йылдың июленән алып 1931 йылдың октябренә тиклем — СССР-ҙың эшсе-крәҫтиән инспекцияһы халыҡ комиссары урынбаҫары — ВКП(б)-ның Үҙәк Контроль Комиссияһы президиумы ағзаһы. Бер үк ваҡытта 1930 йылдың 13 июленән 1932 йылдың 2 октябренә тиклем — ВКП(б)-ың Үҙәк Комитетының Ойоштороу бүлеге ағзаһы.
1931 — 1932 йылдарҙа СССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы ОГПУ рәйесенең беренсе урынбаҫары.
1932 — 1933 йылдарҙа Үҙәк Комитет, Политбюро, Ойоштороу комитеты ағзаһы һәм Донбасс буйынса КП(б)У-ның Үҙәк Комитеты секретары.
1933 йылдың 20 июнендә АкуловСССР-ҙың яңы булдырылған Прокуратураһын етәкләй (уның урынбаҫары Андрей Вышинский була). Кировты үлтерегәндән һуң формаль рәүештә тикшереү эштәре менән етәкселек итә.
1935 йылдың 3 мартында Акулов СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты секретары итеп тәғәйенләнә, СССР-ҙың Прокуроры вазифаһына Вышинский тәғәйенләнә.
1937 йылдың февралендә Орджоникидзены ерләү буйынса комиссияның рәйесе була.
1937 йылдың 9 июлендә СССР-ҙың Үҙәк башҡарма комитеты секретары вазифаһынан бушатыла.
1937 йылдың 23 июлендә ҡулға алына,1937 йылдың 29 октябрендә СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы контрреволюцион хәрби заговорҙа ҡатнашыуҙа ғәйепләнеп, Акуловты атыуға хөкөм итә. Хөкөм ҡарары 1937 йылдың 30 октябрҙә үтәлә.
1954 йылдың 18 декабрендә СССР-ҙың Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан реабилитациялана, партияла 1955 йылдың 27 майында тергеҙелә.
СССР-ҙа массауи репрессияларҙы ойоштороусыларҙың береһе.