Акшак | |
Культура | Шумер |
---|---|
Дәүләт | Ираҡ |
билдәһеҙ
Акшак — Боронғо Месопотамиялағы семит ҡала-дәүләте (хәҙерге төньяҡ Ираҡ).
Акшак (йәки Укушук) ҡалаһы беҙҙең эраға тиклем 3-сө мең йыллыҡтан билдәле. Был номдың ҡайҙа урынлашҡанлығы бик үк асыҡ түгел. Ғәҙәттә уны һуңғыраҡ осорҙарҙағы Опис (Ктесифон) менән тиңләштерәләр һәм Тигр йылғаһына Дияла ағып төшкән тәңгәлгә урынлаштыралар.
Акшак батшалары беҙҙең эраға тиклем XXV быуатта Төньяҡ Ике йылға араһында Киш хакимдары менән власты бүлешә. Кишты Урук батшаһы Эн-Шакушан баҫып алғас, Акшактың хакимы Зузу үҙенә «Киш лугале» титулын ала, ҡағиҙә булараҡ, был Шумер төньяғында гегемонлыҡ итеүҙе аңлата. Әммә күп тә үтмәй Зузу Лагаш хакимы Эанатум тарафынан ҡыйратыла һәм һәләк була.