Алапаевск | |
Байраҡ[d] | |
Нигеҙләү датаһы | 1781 |
---|---|
Рәсми атамаһы | Алапаевск |
Дәүләт | Рәсәй |
Административ үҙәге | Муниципальное образование Алапаевское[d] һәм Муниципальное образование город Алапаевск[d][1] |
Административ-территориаль берәмек | Муниципальное образование город Алапаевск[d] |
Сәғәт бүлкәте | UTC+05:00[d] |
Халыҡ һаны | 35 972 кеше (2023)[2] |
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 135 метр |
Майҙан | 25 км² |
Почта индексы | 624600–624619 |
Рәсми сайт | moalapaevsk.ru |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1639 |
Урындағы телефон коды | 34346 |
Алапаевск Викимилектә |
Алапаевск — Рәсәйҙең Свердловск өлкәһендәге ҡала, Муниципаль берәмек «Алапаевск ҡалаһы» ҡала, округының административ үҙәге.
Алапаиха ауылы 1639 йылда нигеҙләнгән, шул исемдәге йылға яры янында, йылғаның Нейва йылғаһына ҡушылған урында. Алапаевск 1781 йылда Екатерина II указы буйынса ҡала статусын ала һәм Пермь губернаһының Алапаевский өйәҙе үҙәге була. 1783 йылда уның беренсе үҙ гербы булдырыла.
Урта Урал тауҙарының көнсығыш битләүендә, Нейва йылғаһы буйында (Обь бассейны), уға Алапаиха йылғаһы ҡушылған ерҙә, Свердловск өлкәһенең үҙәгендә, Екатеринбург ҡалаһынан, 146 км төньяҡ-көнсығышта , 1847 км алыҫлыҡта Мәскәүҙән 1847 км һәм Санкт-Петербургтан 2483 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Екатеринбург — Түбәнге Тагил — Алапаевск, Екатеринбург — Артемовский — Алапаевск — Серов тимер юлы төйөнө. Алапаевск — Мурзинка — Петрокаменский- Түбәнге Тагил автомобиль юлдары менән тоташҡан.
Климаты уртаса-һалҡын. Уртаса һауа температураһы — 1,9 °C. Уртаса йыллыҡ яуым — төшөм күләме- 496 мм.
Март айы- иң ҡоро ай, яуым-төшөм — 15 мм. Июлдә яуым-төшөм һаны- уртаса 89 мм.
Июль — йылдың иң йылы айы, уртаса температура 18,7 °C. Йылдың иң һыуыҡ айы- ғинуар — −15.6 °C.
Беренсе тапҡыр Алапаиха йылғаһы янындағы тораҡ 1639 йылда Верхотур баяры Бужанинов Андрей улы менән бәйле телгә алына.
1696 йылда Алапаиха тирәһендә -Нейва йылғаһы буйында тимер мәғдәне табыла.
1702 йылда Алапаиха йылғаһы янында ҡаҙна тимер ҡойоу заводы төҙөлә башлай. Ошо ваҡыттан алып Алапаиха ауылы завод ҡасабаһы була.
9 сентябрь 1941 йыл. Өлкә партия комитеты ҡарарына ярашлы Алапаевск ҡалаһы өлкә буйһоноуындағы ҡала булып китә.
Алапаевск Свердловск өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала советы . 1963 йылдың 1 февралендә Алапаевск ҡлаһының хеҙмәтсәндәр депутаттары советы Свердловск өлкә хеҙмәтсәндәр депутаттары ҡала советына тапшырыла[3].
Менән 20 май, 1918 йылда бар мәктәптәр һәм төн менән… Алапаевск Напольный 17 на 18 июлендә император ғаиләһе ағзаларына ине зверский убита . Романов: бөйөк кенәз Сергей Михайлович, бөйөк княгиня Елизавета Федоровна, ҡан кенәзе император Константин Константинович, Иоанн Константинович, Игорь Константинович, кенәз Владимир Палея, Федор Ремез (бөйөк кенәз Сергей Михайлович эштәр идарасыһы) һәм Варвар (Яковлев) (келейница Елизавета Федоровна).
Бөйөк рус композиторы П. И. Чайковский үҙенең бала сағын Алапаевскиҙа үткәргән. Алапаевск осороноң йоғонтоһо менән композиторҙың әҫәрҙәре бәйле, мәҫәлән, «Балалар альбомы». Городилин инициативаһы менән композитор Чайковскийҙың бала сағында йәшәгән йортта композиторҙың музейы булдырылған. .
Бөгөнгө Алапаевск үҙәгендә иҫке металлургия заводының һыҙаттары һаҡланып ҡалған..
.
Халыҡ иҫәбе | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
1856[4] | 1897[4] | 1931[4] | 1939[4] | 1959[5] | 1962[4] | 1967[4] |
5100 | ↗8600 | ↗22 400 | ↗25 000 | ↗47 103 | ↗50 000 | ↘49 000 |
1970[6] | 1973[4] | 1976[4] | 1979[7] | 1986[4] | 1989[8] | 1992[4] |
↗52 111 | ↘52 000 | →52 000 | ↘49 848 | ↗51 000 | ↘50 060 | ↗50 200 |
1996[4] | 1998[4] | 2000[4] | 2001[4] | 2002[9] | 2003[4] | 2005[4] |
↘48 900 | ↘48 200 | ↘47 600 | ↘47 100 | ↘44 263 | ↗44 300 | ↘43 300 |
2006[4] | 2007[4] | 2008[4] | 2009[10] | 2010[11] | 2011[4] | 2012[12] |
↘42 900 | ↘42 700 | ↘42 500 | ↘42 191 | ↘38 192 | ↗38 200 | ↘38 065 |
2013[13] | 2014[14] | 2015[15] | ||||
↘37 952 | ↘37 894 | ↘37 857 |