Албания милли китапханаһы алб. Biblioteka Kombëtare e Shqipërisë | |
алб. Biblioteka Kombetare[1] | |
| |
Адресы | |
---|---|
Нигеҙләнгән | |
Фонд | |
Фонд йыйынтығы |
китаптар, фәнни журналдар, гәзиттәр, журналдар, карталар, атластар һәм микрофильмдар |
Фонд күләме |
яҡынса 1 млн берәмек |
Хеҙмәтләндереү | |
Башҡа мәғлүмәт | |
Директор |
Аурел Пласари |
- | |
Веб-сайт |
www.bksh.al (алб.) (инг.) |
![]() | |
Албания милли китапханаһы (алб. Biblioteka Kombëtare e Shqipërisë) — Албанияның иң ҙур китапханаһы. Илдең баш ҡалаһы Тиранала урынлашҡан[2].
Китапхана 1920 йылда нигеҙләнә[3] һәм 1922 йылдың 10 декабрендә рәсми рәүештә асыла[3][4].
Албания милли китапханаһы илдең мөһим милли-мәҙәни институты булып тора. Китапхана 2 бинаны биләй һәм Албанияның Туризм, мәҙәниәт, йәштәр һәм спорт министрлығының ҡарамағында эшләй. Албан халҡының тарихи һәм мәҙәни мираҫын бәйән итеүсе яҙма һәм башҡа материалдарҙы йыйыу, эшкәртеү, тергеҙеү, һаҡлау һәм уларҙы уҡыусыларға еткереү — милли китапхананың маҡсаттарына инә. Дәүләт кимәлендә бында китапханасыға уҡытыу һәм профессиональ белемде камиллаштырыу ойошторола.
Китапхана фонды составына китаптар, матбуғат баҫмалары, карталар, атластар, микрофильмдар һәм башҡа һаҡланыу берәмектәре керә.
![]() |
Албания милли китапханаһы Викимилектә |
---|