Александр I утрауы | |
---|---|
Характеристики | |
Майҙаны | 49 070 км² |
Иң бейек нөктәһе | 2987 м |
Халҡы | 0 чел. |
Урынлашыуы | |
71° ю. ш. 70° з. д.HGЯO | |
Акватория | Тымыҡ океан |
Александр I утрауы Викимилектә |
Ҡалып:Необитаемые острова по странам
Александр I утрауы — Антарктиканың иң ҙур утрауы.
Утрау Беллинсгаузен диңгеҙендә Антарктиданың көнбайыш яр буйынан 20 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Оҙонлоғо 378 км, киңлеге 200 км, яр буйы һыҙығының оҙонлоғо 2185 км тәшкил итә. Утрау тулыһынса тиерлек боҙ аҫтында ята. Ҡитға менән шельф боҙо менән бәйләнгән, шунлыҡтан яһалма юлдаш фотоһүрәттәрендә уны табыуы ауыр. Иң бейек нөктәһе — Стефенсон тауы (2987 м).
Александр I ере 1821 йылдың 28 ғинуарында Ф. Ф. Беллинсгаузен һәм М. П. Лазарев етәкселегендәге рәсәй экспедицияһы тарафынан асылған һәм уға рәсәй императоры Александр I исеме бирелгән. 1940 йылға ҡәҙәр утрау Антарктиданың бер өлөшө тип иҫәпләнгән, шунлыҡтан «утрау» һүҙе урынына «ер» һүҙе ҡулланылған.
Хәҙерге ваҡытта утрауға үҙҙәренең территориаль дәғүәләре менән Аргентина, Чили һәм Бөйөк Британия сығыш яһайҙар, әммә Антарктика тураһындағы договор буйынса улар 1961 йылдан үҙгәрешһеҙ ҡала. Утрауҙа Бөйөк Британияның Фоссил Блаф (ингл. Fossil Bluff) поляр станцияһы бар.
Александр I утрауы Викимилектә |