Александр Флеминг

Александр Флеминг
ингл. Alexander Fleming
Тыуған көнө

6 август 1881({{padleft:1881|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:6|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Дарвел, Айршир, Шотландия, Бөйөк Британия

Вафат көнө

11 март 1955({{padleft:1955|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][2][3][…] (73 йәш)

Вафат урыны

Лондон, Англия, Бөйөк Британия

Ғилми даирәһе

бактериология, иммунология

Эшләгән урыны

Изге Мария госпитале

Ниндәй өлкәлә танылған

пенициллинды асыусы

Награда һәм премиялары Медаль Джона Скотта (1944)
Нобель премияһы Физиология һәм медицине буйынса Нобель премияһы (1945)
Альберт миҙалы (Король сәеғәт йәмғиәте) (1946)
Рыцарь-бакалавр
Рыцарь-бакалавр
Автограф

Логотип Викицитатника Викиөҙөмтәлә цитаталар

Сэр Александр Флеминг (ингл. Fleming Alexander; тыу. 6 август 1881 йыл, Дарвел, Айршир, Шотландия, Бөйөк Британия — 11 март 1955 йыл, Лондон, Англия, Бөйөк Британия) — британ микробиологы. Лизоцимды аса һәм беренсе тапҡыр үңәҙ бәшмәгенән пеницилинды айырып алыуға өлгәшә Penicillium notatum — тарихта беренсе антибиотик.

Ике асыш та 1920-се йылдарҙа яһала һәм күбеһенсә осраҡлы рәүештә. Ғалим үҙенең танауындағы лайланы бактериялы Петри сынаяғына һала, бер нисә көндән лайла һалынған урындарҙағы бактерияларҙың юҡҡа сығыуын күрә. Лизоцим тураһындағы тәүге мәҡәлә 1922 йылда баҫылып сыға.

1945 йылда Флеминг, Флори һәм Чейн физиология һәм медицина өлкәһендә Нобель премияһына лайыҡ була. 1945 йылдың сентябрендә, Александр Флеминг Францияның баш ҡалаһына килерҙән алда Париж гәзиттәре түбәндәгесә яҙа:

«Фашизмды тар-мар итеү һәм Францияны азат итеүгә ул хәрби дивизияларҙан күберәк өлөш индерә»

Флеминг лабораторияһындағы тәртипһеҙлек тағы ла бер тапҡыр уға уңыш килтерә. 1928 йылда Staphylococcus аureus бактериялары булған Петри сынаяҡтарының береһенең ситендә ул үңәҙ бәшмәктәренең үҫеп сығыуын күрә. Үңәҙ бәшмәктәре тирәһендәге бактериялар, күҙәнәктәре тарҡалғанға күрә, үтә күренмәлегә әйләнгән була. Флеминг бактериялар күҙәнәктәрен юҡҡа сығарыусы әүҙем матдәне — пеницилинды айырып алыуға өлгәшә. Уның эшен Говард Флори һәм Борис Эрнст Чей[4] дауам итә, улар пеницилинды таҙартыу ысулдарын уйлап таба. Икенсе донъя һуғышы барғанда пеницилинды күпләп етештереү юлға һалына. 1999 йылда «Тайм» журналы пенициллинды асҡан Флемингты ХХ быуаттың иң мөһим кешеләренең береһе тип атай һәм түбәндәге һүҙҙәрҙе яҙып сыға:

Был асыш тарихи үҫеште үҙгәртәсәк. Флемингпенициллин тип атаған матдә йоғошло сирҙәрҙе бөтөрә торған дауалау сараһы.

Был асышҡа тейешенсә баһа бирелгәндән һуң пеницилин бактериаль инфекцияларҙы дауалауҙың бөтә ысулдарында ла төп урынды алып тора. Быуат уртаһында Флеминг тарафынан асылған матдә фармацевтика препараттарын етештереүҙә киң ҡулланыла башлай, уны яһалма рәүештә булдырыу уйлап табыла. Был үҙ сиратында сифилис, гангрена һәм туберкулез. кеүек бик боронғо дәүерҙән килгән сирҙәрҙе еңергә ярҙам итә.

Үҫмер йылдары, белем алыуы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
А. Флеминг хөрмәтенә Фарер утрауҙарында сығарылған почта маркаһы, 1983, 400 эре (Mi #85)

Флеминг 1881 йылдың 6 авгусында Шотландияның Айршир өлкәһендә урынлашҡан Лохфильд фермаһында, Дарвеланан алыҫ түгел ерҙә тыуа. Ул фермер Хуг Флемингтың (1816—1888) икенсе ҡатыны, күрше фермерҙың ҡыҙы Грэйс Стирлинг Мортондан (1848—1928) тыуған өсөнсө бала (тәүге никахтан дүрт балаһы булған). Атаһы икенсе тапҡыр 59 йәшендә өйләнә, ә Александрға (Алек булараҡ билдәле) 7 йәш булғанда мәрхүм була.

Флеминг ун ике йәшенә тиклем Дарвилдта ауыл мәктәбендә уҡый, ә унан һуң тағы ла ике йыл Килмарнок академияһында белем ала. Ун дүрт йәшендә Лондонға үҙенең ағайҙарына килә һәм офисҡа клерк булып эшкә урынлаша. Шулай уҡ ваҡытта Риджент-стритта урынлашҡан Король Политехник институты[5] занятиеларына ла йөрөй.

Ул ваҡытта уның өлкән ағаһы Томас табип-офтальмолог булып эшләй, уның өлгөһөнә эйәреп, Александр ҙа медицинаны өйрәнергә ҡарар итә. Медицина мәктәбен һайлауына уның Изге Мария госпитале студенттары менән һыу полоһы матчтарында ҡатнашыуы ла йоғонто яһай. 1901 йылда Флеминг медицина мәктәбе стипендияһын ота. Ә 1906 йылда Лондон университетының MB һәм BS стипендияларын алыуға өлгәшә[6].

Был мәлдә уның медицинаның ниндәй ҙә булһа аныҡ өлкәһенә ынтылышы тойолмай. Хирургия буйынса эштәре уның күренекле хирург була аласағын күрһәтә. Ләкин тормош уны башҡа юлға, "лаборатория медицинаһы"на йүнәлтеп ебәрә. Студент сағында ул 1902 йылда Изге Мария госпиталендә эшләй башлаған патология буйынса профессор Алмрот Райт йоғонтоһона эләгә. Райт хәрби-медицина хеҙмәтендә булған сағында уҡ ҡорһаҡ тифына ҡаршы вакцинация эшләүҙе юлға һала. Ләкин Райттың, сирле кешенең тәнендә «антитоксиндар» булдырып, организмдың бактерияларға ҡаршы тороуын стимуллау юлы менән бактериаль инфекцияларҙан яфаланған пациенттарҙы дауалау буйынса ла идеялары була. Ул пациенттың ҡанындағы антитоксиндарҙың һанын иҫәпләргә тырышып ҡарай. Әммә был эш яңы ысулдар һәм ҙур хеҙмәт талап итә. Райт һәм уға ҡушылған бер төркәм йәштәр, шул иҫәптән Джон Фриман, Бернард Спилсбери һәм Джон Уэллс, был эште атҡарып сыға алмай башлай. Шуға күрә улар, Флеминг 1906 йылда ғилми дәрәжә алғас та, уны үҙҙәренең командаһына саҡыра.

Шулай итеп, Флеминг хәстәханаға беркетелгән тикшеренеү лабораторияһына барып эләгә һәм 50 йыл буйы, йәғни вафатына тиклем шунда эшләй.

Беренсе донъя һуғышы барышында Флеминг Король медицина армияһында капитан булып хеҙмәт итә. Ул һәм уның коллегалары Францияла көнбайыш фронтында һуғыш яланындағы госпиталдәрҙә эшләй. 1918 йылда Флеминг Изге Мария госпиталенә ҡайта, 1928 йылда ул бактериология профессоры итеп һайлана.

Пеницилинға тиклемге тикшеренеүҙәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Флеминг медицина тикшеренеүҙәре менән шөғөлләнгән осорҙа медицинаның үҫешенә тос өлөш индерә, сөнки начальнигы Райт кеүек, ул да даими рәүештә ниндәйҙер яңылыҡты өйәнергә, аңларға тырыша. Райт микроүлсәүҙәрҙең төрлө ысулдарын тәҡдим итә: терегөмөш буйлап капиляр трубкалар, быяла, эрзинкә һурҙырғыс һәм калибровка ярҙамында ғәҙәти булмаған ысул менән үлсәү. Флеминг тиҙ арала был ысулдар сифилис сиренә диагноз ҡуйыуҙа ярҙам итәсәген тоя.

Флеминг химик түгел, шуға күрә әүҙем матдәне айырып алып, таҙарта алмай. Шуға күрә ул пеницилинды терапевтик дауалауҙа ҡуллана алмай. Әммә был уй уның башынан сыҡмай.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында шартлатҡыс матдәләр эләккән тәрән яраларҙа бактериаль инфекция күп кешенең ғүмерен өҙөүе асыҡлана. Профессор Райтҡа Францияла был инфекцияларҙы өйрәнеү буйынса лаборатория асырға тәҡдим итәләр. Ул үҙе менән капитан Флемингты ла алып китә. Шулай итеп, Булон ҡалаһының казино бинаһында тәүге медицина тикшеренеүе лабораторияһы асыла.

1915 йылдың башында Флеминг яраларҙа һәр төрлө микробтарҙың күп булыуы һәм уларҙың күбеһенең күпселек бактериологтарға таныш булмауы тураһында белдерә, шулай уҡ ул яраларҙа стрептококктарҙың ифрат күп булыуын билдәләй..

Яраларҙы күҙәтеү һөҙөмтәһендә тағы ла бер һығымта яһала: күп һандағы күҙәтеүҙәрҙән һуң, бер нисә сәғәт дауамында антисептиктарҙы ҡулланыу бактериаль инфекцияны тулыһынса юҡ итмәй, тигән һығымта яһала, ә күп кенә хирургтар тап киреһенсә иҫәпләгән була. Был фекергә тәүге мәлдә Райт та аптырап ҡала, әммә Флеминг менән бергә бер нисә ай буйы тикшеренеүҙәр үткәреү йәш ғалимдың һығымтаһын ҡеүәтләй.

1928 йылда Флеминг стафилококктарҙың үҙенсәлектәрен тикшерә. Ул үҙенең элекке эштәре менән иҫ киткес абруйлы тикшеренеүсе булараҡ таныла, ләкин уның лабораторияһының йыш ҡына әллә ни таҙа булмауы тураһында беләләр. Флеминг, августы ғаиләһе менән үткәреп, 1928 йылдың 3 сентябрендә лабораторияһына ҡайтып инә. Ял итергә китергә йыйған мәлдә ул стафилококк культураларының бөтәһен дә лабораторияһының бер мөйөшөнә йыйып ҡуйған була. Ҡайтҡас, Флеминг, культуралар һалынған пластиналарҙың береһендә үңәҙ бәшмәктәренең үҫеп сығыуын һәм ундағы стафилококктарҙың юҡҡа сығыуын, ә бына башҡа пластиналарҙағы культураларҙың элеккесә булыуын күрә. Флеминг үҙендә элек ярҙамсы булып эшләгән Прайсҡа үңәҙ бәшмәктәре ҡаплап алған платинаны күрһәтә. Прайс яуап итеп: «Һеҙ лизоцимды асҡанһығыҙ бит», ти[7]. Флеминг пластинала хасил булған бәшмәктәрҙе пенициллиндар төркөмөнә индерә һәм, бер нисә ай үткәс, 1929 йылдың 7 мартында бүлеп сығарылған матдәне пеницилин тип атай[8].

Дөйөм алғанда, лизоцимды асыу, бәлки, әллә ни ҙур интеллектуаль батырлыҡ та булмаҫ ине. Сөнки бөтә донъяла йөҙләгән бактериолог, танауҙан сыҡҡан бүлендектәрҙе тикшереү менән шөғөлләнеп, һыуыҡ тейеүҙең сәбәптәрен асыҡларға тырыша, әммә уларҙың береһе ла лизосим ферментын асыуға өлгәшмәй. Флеминг һыуыҡ тейеү сәбәбен асыҡлай алмай, ләкин лизоцимды асыу иммунологияны үҫтереүгә табан мөһим этап була.

Флеминг пенициллин менән эшләүҙән туҡтағандан һуң Флори һәм Чейн был йүнәлештә тикшеренеүҙәрҙе дауам итә һәм АҠШ һәм Англия хөкүмәттәре финанстары иҫәбенә пенициллинды күпләп сығарыуҙы юлға һала. Күпмелер ваҡыт үткәс, бөтә яралыларҙы ла дауалауға етерлек пенициллин эшләп сығарыла башлай.

Флеминг үҙенең асышы хаҡында 1929 йылда Британияның «Эксперименталь патология» журналында баҫып сығара[9], әммә мәҡәләгә иғтибар бик аҙ бүленә. Флеминг тикшеренеүҙәрен дауам итә, әммә пеницилл менән эшләү бик ауыр булыуын тоя.

Флемингтың яралар инфекцияһы буйынса тикшеренеүҙәре 1919 йылда Король хирургия колледжында уның «Хантерий лекциялары» тип аталған ғилми хеҙмәтендә тасуирлана. Ә «Бактерияларға һәм лейкоциттарға антисептиктар йоғонтоһон сағыштырыу» тип аталған хеҙмәте 1924 йылда Король йәмғиәтендә уҡып ишеттерелә.

Флеминг менән Райттың инфекция эләккәндә яраларҙы һаҡлауҙа ҡатнашҡан физиологик механизмдар темаһына уйланыуҙары 1922 йылда кешенең танауынан сыҡҡан матдәлә булған микробтарҙы иретеүсе ферментты асыуға килтерә, Флеминг уны «лизоцим» тип атай. Баҡһаң күп кенә микробтар уның йоғонтоһо аҫтында юҡҡа сыға икән.

Флеминг пенициллиндың күп кенә организмдарға антибактериаль ыңғай тәьҫир итеүен өйрәнә, һәм уның стафилококк бактерияларға һәм башҡа скарлатина, пневмония, мениннгит һәм дифтерия, кеүек сирҙәрҙе тыуҙырған бик күп грамм-ыңғай ҡуҙғытҡыстарға йоғонто яһай алыуын күрә, тик ҡуҙғытҡыстары грам-кире бактериялар булған ҡорһаҡ тифы йәки паратифты дауалауҙа ғына ярҙам итмәй. Әммә гонорея сиренең ҡуҙғытҡыстары грам-кире бактериялар булһа ла пенициллин Neisseria gonorrhoeae бактерияларын юҡҡа сығара.

«1928 йылдың 28 сентябрендә таң менән уянғас мин, донъялағы иң тәүге антибиотикты йәки үлтереүсе-бактерияларҙы асып, әлбиттә, медицинала революция яһарға йыйынмағайным», шунан Флеминг түбәндәге һүҙҙәрҙе әйтә: «Тик барыбер, был асыш минеке»[10]

1928 йылда Флеминг стафилококктарҙың үҙенсәлектәрен өйрәнә. Тәүге эштәре менән үк ул үҙен күренекле тикшеренеүсе итеп таныта, ләкин йыш ҡына уның лабораторияһы йыйыштырылмаған була. 1928 йылдың 3 сентябрендә ул, август айын ғаиләһе менән бергә үткәреп, лабораторияһының ишеген асып инә. Ялға китер алдынан лабораторияның бер мөйөшөндәге өҫтәлгә стафилококклы пластииналарын йыйып һалған була. Ҡайтҡас Флеминг пластиналарҙың береһендә үңәҙ бәшмәгенең үҫеп сығыу күрә, ә бына башҡа пластиналарҙағы бактериялар үҙгәрешһеҙ ҡалған була. Флеминг был Үңәҙ башмактәрен элек унда ярҙамсы булып эшләп киткән Морган Прайсҡа күрһәтә һәм: «Бына бит Һеҙ лизоцимды асҡанһығыҙ», тигән һүҙҙәрҙе ишетә.[11]. Флеминг пластинала үҫкән башмәктәрҙе пенициллиндар төрөкөмөнә ҡарай тип ҡуя, бер нисә ай үткәс, 1929 йылдың 7 мартында үңәҙ бәшмәгенән айырып алған матдән пеницилин тип атай[12].

Флеминг химик булмай, шуға күрә әүҙем матдәне айыра һәм таҙарта алмай. Шуға күрә лә ул пеницилинды терапевтик маҡсатта ҡуллана алмай. Әммә был уй уның башынан китмәй. Был тема буйынса ул түбәндәгеләрҙе яҙа:

«Пенициллин һиҙгер микробтарҙы юҡҡа сығарыуҙа хатта билдәле химик антисептиктарға ҡарағанда ла көслөрәк тәьҫир итә. Уның яҡшы өлгөләре стафилококк, стрептококк пиогенесын һәм пневмококктарҙы 800: 1 микдарында ҡушҡанда ла тулыһынса юҡҡа сығара. Ул карбол кислотаһына ҡарағанда ла ҡеүәтлерәк ингибитор агенты булып тора, һәм уны шул көйө зыян күргән урынға һөртөргә мөмкин, һәм ул бер ниндәй интоксикация ла барлыҡҡа килтермәйәсәк. Эренле инфекцияларҙы дауалау менән бәйле тәжрибәләр был асыштың, ысынлап та, медицинала ҙур прогресҡа килтереүен раҫлай.»

Флеминг үҙенең асышын Британияның «Эксперименталь патологияһы» тигән журналында баҫып сығара[13], әммә уның мәҡәлә иғтибарҙан ситтә ҡала. Флеминг тикшеренеүҙәр дауам итә, әммә пенициллин менән эшләүе бик ауыр булыуын тоя. Күп кенә клиник һынауҙары һөҙөмтә бирмәй, сөнки пенициллин яра өҫтөнә һөртөлә торған антисептик булараҡ ҡына ҡулланыла. Флеминг пенициллинды киң масштабта ҡулланыуҙы ғәмәлгә ашырыу өсөн 1940 йылға тиклем һынауҙарын дауам итә[14].

Бер аҙҙан Флеминг пенициллин менән тәжрибәләр үткәреүҙе туҡтата. Ул һынауҙарын туҡтатыу менән Флори менән Чейн АҠШ һәм Англия хөкүмәттәре аҡсаһына пенициллин буйынса тикшеренеүҙәрҙе дауам итә Һәм яраланған бөтә кешеләрҙе лә дауалауға етерлек пенициллин етештереүгә өлгәшә.

Флемингтың 1928 йылдың сентябрендә пенициллинды асыуы хәҙерге антибиотиктарҙы етештереү юлын аса. Флеминг сиргә диагноз ҡуймай тороп, пенициллинды ҡулланырға ярамай, әгәр ҙә инде уны ҡулланыу талап ителһә, дарыуҙы ҡыҫҡа ваҡытта һәм бәләкәй дозалар менән ҡулланырға ярамай, сөнки бактерияларҙа антибиотикҡа ҡаршы тороу һәләте уяна.

Флемингтың беренсе ҡатыны, Сара, 1949 йылда вафат була. Уның берҙән-бер улы, Роберт Флеминг, артабан табип булып эшләй. Александр Флеминг, ҡатыны үлгәндән һуң дүрт йыл үткәс, 1953 йылдың 9 апрелендә, Изге Мария госпитале буйынса коллегаһы гречанка Амалия Куцури-Вурекасҡа өйләнә, икенсе ҡатыны 1986 йылда вафат була.

Флеминг масонлыҡта

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Флеминг 1955 йылда үҙенең Лондондағы йортонда йөрәк өйәнәгенән вафат була. Уның кәүҙәһе кремациялана, һәм көлө Изге Павел соборында ерләнә.

  1. 1,0 1,1 Alexander Fleming — 2009.
  2. 2,0 2,1 Alexander Fleming // SNAC (ингл.) — 2010.
  3. 3,0 3,1 Alexander Fleming // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  4. Karl Grandin, ed. (1945). «Alexander Fleming Biography». Les Prix Nobel. The Nobel Foundation. Retrieved 2008-07-24.
  5. «Alexander Fleming Biography». Retrieved 2010-04-11.
  6. L. Colebrook. Alexander Fleming(1881—1955), Biogr. Mems Fell. R. Soc.1956 2, 117—127.
  7. Hare, R. The Birth of Penicillin, Allen & Unwin, London, 1970
  8. Diggins, F. The true history of the discovery of penicillin by Alexander Fleming Biomedical Scientist, March 2003, Insititute of Biomedical Sciences, London. (Originally published in the Imperial College School of Medicine Gazette)
  9. Fleming A (1980). «Classics in infectious diseases: on the antibacterial action of cultures of a penicillium, with special reference to their use in the isolation of B. influenzae by Alexander Fleming, Reprinted from the British Journal of Experimental Pathology 10:226-236, 1929». Rev. Infect. Dis. 2 (1): 129-39.
  10. Kendall F. Haven, Marvels of Science (Libraries Unlimited, 1994) p182
  11. Hare, R. The Birth of Penicillin, Allen & Unwin, London, 1970
  12. Diggins, F. The true history of the discovery of penicillin by Alexander Fleming Biomedical Scientist, March 2003, Insititute of Biomedical Sciences, London. (Originally published in the Imperial College School of Medicine Gazette)
  13. Fleming A (1980). «Classics in infectious diseases: on the antibacterial action of cultures of a penicillium, with special reference to their use in the isolation of B. influenzae by Alexander Fleming, Reprinted from the British Journal of Experimental Pathology 10:226-236, 1929». Rev. Infect. Dis. 2 (1): 129-39.
  14. Keith Bernard Ros, who worked with Fleming, was treated with penicillin during their research.

Ҡалып:Нобелевская премия по физиологии и медицине Лауреаты 1926-1950