Александра Пивец | |
слов. Aleksandra Pivec | |
Зат | ҡатын-ҡыҙ[1] |
---|---|
Гражданлыҡ |
Словения Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d] |
Тыуған ваҡыттағы исеме | слов. Aleksandra Kukec |
Тыуған көнө | 26 март 1972 (52 йәш) |
Тыуған урыны | Птуй, Словения |
Һөнәр төрө | сәйәсмән |
Биләгән вазифаһы | Minister of Agriculture, Forestry and Food[d] һәм Вице-премьер Словении[d] |
Уҡыу йорто | Любляна университеты |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Демократическая партия пенсионеров Словении[d] һәм Наша страна[d] |
Александра Пивец Викимилектә |
Александра Пивец (слов. Aleksandra Pivec, 26 март 1972 йыл[2], Птуй, Югославия) — словен сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре. 2021 йылдың 20 мартынан Беҙҙең ил партияһы рәйесе. Химия инженерияһы буйынса философия докторы[3]. Элек — Словения пенсионерҙарының демократик партияһы (DeSUS, 2020) рәйесе ине[4][5], ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры (2018—2020)[6][7][8]
Александра Пивец 1972 йылдың 26 мартында Птуй ҡалаһында тыуған.
1999 йылда Любляна университетының химия һәм химик технология факультетын тамамлай. 2005 йылда шунда шарап әсеүе процесын оптимәлләштереү буйынса химия инженереияһының докторлыҡ дәрәжәһен ала. Птуй ҡалаһында Бистрица ғилми-тикшеренеү үҙәгендә 17 йыл эксперт-тикшеренеүсе булып эшләй. Урындағы, төбәк дәүләт һәм стратегик документтар әҙерләүҙә, дәүләт һәм халыҡ-ара үҫеш проекттарын координациялау һәм идаралығында, шулай уҡ фәнни-ғәмәли проекттар әҙерләүҙә ҡатнаша, ғилми-тикшеренеү институттарынан иҡтисадҡа белемдәрҙе тапшырыуҙа һәм синэнергетик эффект төҙөргә ынтыла. Алты йыл дауамында Бистрица ғилми-тикшеренеү үҙәген етәкләй. Ул ҡатнашҡан планлаштырылған һәм тормошҡа ашырылған проекттарҙың күп булыуы сәбәпле, ул Европа һәм дәүләт институттарының эш алымдары һәм Европа Союзы аҡсаларын үҙләштереү менән яҡшы таныш була[9].
2016 йылдың сентябренән 2018 йылдың сентябренә тиклем сит илдәрҙә словендар өсөн хөкүмәт учреждениеһында күп эшләй, унда 2017 йылдың июлендә статс-секретарь итеп тәғәйенләнә. Ул сит илдә словендарҙың мәнфәғәте һәм эшмәкәрлеге һәм уларҙың тыуған иле һәм ватандаштары араһында мәҙәниәт, мәғариф, иҡтисад, йәштәр эшмәкәрлеге һәм Европа союзы менән хеҙмәттәшлек өлкәһендә синенергияны үҫтереү һәм ярҙам итеү буйынса яуаплы була[10].
2018 йылдың 13 сентябрендә Шарец кабинетында ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры портфелен ала[11][12]. Ауыл хужалығы, урман хужалығы һәм аҙыҡ-түлек министры вазифаһын премьер-министр Янез Янши башлығында 2020 йылдың 13 мартында ойошторолған Янши кабинетында ла һаҡлап ҡала.[13][14][15]
Словения демократик пенсионерҙар партияһы съезында 2020 йылдың 18 ғинуарында рәйесе итеп һайлана[16].
2020 йылдың йәйе уртаһында Карст яйлаһына һәм Адриатик диңгеҙ яры буйында урынлашҡан Изолаға визиты ваҡытында эше һәм шәхси бурыстарын бәйләүе арҡаһында тәнҡиткә дусар була. Пивец был ғәйепләүҙәрҙе кире ҡаға, әммә парламент DeSUS фракцияһы уны партия рәйесе вазифаһынан китеүен талап итә. Рәйеслек йөкләмәләрен 9 сентябрҙә һаулыҡ һаҡлау министры томаж Гантар башҡара башлай. 21 сентябрҙә оппозицион премьер Янез Яншины Пивецты ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатыуҙы талап итә. 26 сентябрҙә DeSUS советы ситтән тороп был талапты хуплай[17]. Пивец Александра 29 сентябрҙә хөкүмәт ултырышында премьер-министр Янша Янезға отставкаға китеүе тураһында ниәтләнмәүен хәбәр итә[18]. 2020 йылдың 5 октябрендә, Дәүләт йыйылышының сираттан тыш сессияһында премьер Янез Янши тәҡдиме буйынса Алесандра Пивецты ауыл хужалығы министры вазифаһынан бушатыу тураһында тауышҡа ҡуйыу алдынан, ул отставкаға китә. Шулай уҡ Пивец DeSUS сығыуы тураһында иғлан итә[19]. Элегерәк Пивец ноябрҙә партия йыйылышында DeSUS рәйесе вазифаһына кандидатураһын ҡуясағын иғлан иткәйне[20]. 16 октябрҙә ауыл хужалығы министры вазифаһына Йоже Подгоршек инә[21].
2021 йылдың 20 мартында Мариборҙа «Беҙҙең ил» (dežela Naša) партияһының ойоштороу съезы үтә. COVID-19 пандемияһы менән бәйле съезд видеоконференция режимында үтә. Александра Пивец рәйес итеп һайлана.