Али Баба һәм ҡырҡ юлбаҫар | |
Атамаһы | Histoire d’Ali Baba et de quarante voleurs exterminés par une esclave |
---|---|
Барлыҡҡа килгән | Ғәрәптәр |
Әҫәрҙең теле | Француз теле |
Персонаждар | Али-Баба[d] |
Вики-проект | WikiProject Narration[d] |
Иң тәүге яҙма ваҡыты | 1708 |
Указатель сюжетов фольклорной сказки | 954[1] |
Али Баба һәм ҡырҡ юлбаҫар Викимилектә |
«Али Баба һәм ҡырҡ юлбаҫар» — ғәрәп әкиәте, ғәрәп ҡулъяҙмаларынан Европа телдәренә тәүләп тәржемә иткән Антуан Галлан (1646—1715) заманынан башлап «Мең дә бер кисә» йыйынтығы баҫмаларына индерелә. Галландың француз теленә тәржемәһе «Али Баба һәм ҡырҡ юлбаҫар» әкиәтенең иң боронғо версияһы тип иҫәптләнә, XX быуат башында әкиәттең ғәрәпсә төп нөсхәһе табылғанған тиклем тикшеренеүселәр Галланды ялғанда ғәйепләй. Хәҙерге баҫмаларҙа йышыраҡ ҡыҫҡартып бирелә.
Аарне-Томпсондың әкиәт типтары белешмәлегенә ярашлы, әкиәттәрҙең 676-сы тибына ҡарай. Ғәрәп илдәрендә сюжеттың эҙҙәре һаҡланмаған. Фараз ителеүенсә, Галлан хикәйәтте Яҡын Көнсығышҡа сәйәхәте ваҡытында яҙып алған.
Әкиәттең ХХ быуат башында Оксфорд университетының Бодли китапханаһында табылған ғәрәп телендәге ҡулъяҙмаһы мистификация булып сыға.
Сауҙагәрҙең вафатынан һуң уның өлкән улы Ҡасим атаһының эшен мираҫ итеп ала, шунан, бай ҡатынға өйләнеп, тағы ла нығыраҡ байый. Ә кинйә ул Али Баба фәҡир ҡыҙҙы ала, ярлы ғына ағас ҡырҡыусы булып ғүмер һөрә башлай.
Бер заман урманда сыбыҡ-сабыҡ йыйып йөрөгәндә, Али Баба яңылыш ҡына ҡырҡ юлбаҫарҙың һөйләшкәнен тыңлап тора. Баҡһаң, улар талап йыйған байлыҡтар ятҡан мәмерйәгә инеү өсөн «Симсим, асыл» тиергә генә кәрәк икән. Был серҙе белеп ҡалған Али Баба юлбаҫарҙар киткәс тә мәмерйәгә инә һәм тоҡсай тултырып алтын тәңкә алып сыға.
Тәңкәләренең күпме тартҡанын белер өсөн Али Баба Ҡасимдың ҡатынынан үлсәү алып тора. Әммә хәйләкәр ҡатын, фәҡир ҡәрҙәштәренең нимә үлсәгәнен белер өсөн, үлсәү табағына балауыҙ буяп ебәрә. Табаҡҡа йәбешеп ҡалған алтын тәңкәне күреп, ул бик ныҡ ғәжәпләнә.
Ҡасим ай-вайына ҡуймай таптырғас, Али Баба мәмерйәнең серен асырға мәжбүр була. Теге нисек тә күберәк байлыҡ алып ҡайтыр өсөн ишәккә атланып мәмерйәгә китә. Эстә күргәндәренән һушы алынып, ул сыҡҡанда нимә әйтергә икәнен («Симсим, асыл») онота. Мәмерйәгә ҡайтҡан юлбаҫарҙар ҡомһоҙ Ҡасимды үлтерә.
Юғалған ағаһын эҙләп киткән Али Баба уның дүрт киҫәккә бүлеп һалынған кәүҙәһен күрә һәм бының киҫәтеү икәнен аңлай. Ҡалаға кәүҙәне алып ҡайтҡас, Ҡасимдың Мәржәнә тигән бик отҡор ҡолиәһенә мәйетте тауыш-тынһыҙ ғына ерләргә ҡуша. Ҡолиә иң элек дарыуханаға дарыуҙар алырға бара, быны Ҡасимдың үлемесле ауырыуға тарығаны менән аңлата. Шунан Али Бабаның йортона тегенсе килтертә, килерҙән элек тегенсенең күҙен бәйләтә. Унан бүлгеләнгән кәүҙәне ҡушып тектергәс, Ҡасимды бер кемдә лә шик-шөбһә уятмай ғына ерләргә мөмкин була.
Ҡасимдың кәүҙәһе юғалғанын күргән юлбаҫарҙар мәмерйәнең серен тағы ла кемдер белгәнен төшөнә. Тегенсенән улар элгәрге көн берәүҙең кәүҙәһен ҡуша теккәнен һорашып белә. Күҙен бәйләп, ҡайһы йортта булғанын эҙләргә ебәрәләр. Шулай итеп, ул Али Баба йортонда булғанын самалап килеп таба. Уны оҙатып йөрөгән Әхмәт юлбаҫар йорттоң ишегенә аҡбур менән тамға һала, төнөн килеп, йорттағыларҙы һуйып сығырға ниәтләнә.
Мәржәнә тегенсенең килеп йөрөгәнен күреп ҡала. Юлбаҫарҙарҙы эҙҙән яҙҙырыу өсөн ул шул тирәләге бөтә йорттарҙың ишегенә тамға һалып сыға. Төндә килгән юлбаҫарҙар алданғандарын аңлап ҡала һәм бер ҡатлы иптәштәре Әхмәтте үлтерә. Икенсе көндө тегенсене икенсе юлбаҫар күҙен бәйләтеп алып йөрөй. Был юлы юлбаҫар ишек алдындағы таш баҫҡыстың бәләкәй генә бер киҫәген китеп ала. Әммә Мәржәнә быны ла күреп ҡала һәм яҡын-тирәләге бөтә йорттарҙың баҫҡысы менән шуны уҡ эшләй. Юлбаҫарҙарҙың һаны 38-гә ҡала. Ниһайәт, юлбаҫарҙарҙың башлығы Али Бабаның йортона үҙе килә һәм, йортто иҫендә ҡалдырып, ҡайтып китә.
Май һатып йөрөгән сауҙагәр ҡиәфәтендә баш юлбаҫар Али Бабаның йортона инә һәм үҙен ҡуна ҡалдырыуҙарын үтенә. Мулдарға тейәлгән 38 көршәге лә була; уларҙың береһендә ысынлап та май, ҡалған 37-һенә юлбаҫарҙар йәшерелгән була. Төнөн бөтәһе лә йоҡлағас, улар көршәктәрҙән сығырға ла йорт хужаһын үлтерергә йыйына. Зирәк Мәржәнә был юлы ла уларҙың хәйләһен аса. Төн еткәс, ул көршәктәргә ҡайнап торған май ҡойоп сыға. Иртән баш юлбаҫар әшнәләрен уятырға сыҡһа, барыһының да үле булыуын күрә. Ниәте боҙолоп, ҡайтып китә.
Баш юлбаҫар Али Бабаның йортона тағы килә, әммә Мәржәнә кинжал тотоп бейергә төшә һәм уның йөрәгенә сәнсә. Шаңҡыған Али Баба асыулана, әммә үлтерелгән кешенең кем булыуын аңлағас, бик ныҡ шатлана. Хәҙер инде мәмерйәнең серенә ул ғына хужа. Ҡолиәгә тоғро хеҙмәте өсөн ирек бүләк итә, улына килен итеп ала, ә улы Ҡасимдың эшен дауам итеүсе булып китә.
Ғәрәп теленән рус теленә «Мең дә бер кисә» әкиәттәрен 1929—1938 йылдарҙа М. А. Салье тәржемә итә. Йыйынтыҡ 8 томда була. Рус телендәге версиянан айырым әкиәттәр башҡортсаға тәржемә ителә. Ғ. Ғ. Байбурин менән Ә. М. Сөләймәнов башҡортсаға тәржемә иткән бер нисә әкиәт “Мең дә бер кисә” тигән атама менән айырым китап булып 1984 йылда сыға[2], унда Али Баба тураһындағы әкиәт тә ингән. Ф. Ә. Иҫәнғолов тәржемәһендә “Сәйәхәтсе Синдбад тураһында әкиәт” китабы 1983 йылда нәшер ителә[3]. Башҡорттар ғәрәп әкиәттәре менән XIX быуатта уҡ таныша башлай: 1897—99 йылдарҙа Ҡазанда 6 томда баҫылып сыҡҡан “Мең дә бер кисә” китабы башҡорттар араһында киң тарала.