Алиев Гейдар Алирза улы (Алиев Гейдар Алирза оглы, әзерб. Heydər Əlirza oğlu Əliyev; 10 май 1923 йыл — 12 декабрь 2003 йыл) — СССР һәм Әзербайжандың дәүләт һәм партия эшмәкәре, сәйәсмән. 1993 — 2003 йылдарҙа Әзербайжан Президенты. Ике тапҡыр Социалистик Хеҙмәт Геройы (1979, 1983).
1966—1969 йылдарҙа Әзербайжан ССР-ы Министрҙар Советы ҡарамағындағы Дәүләт именлеге комитеты (КГБ) рәйесе, 1969—1982 йылдарҙа Әзербайжан ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары, 1982 йылдан КПСС Үҙәк Комитетының Политбюро ағзаһы, СССР Министрҙар Советы рәйесенең беренсе урынбаҫары, генерал-майор[7]. 1987 йылда биләгән вазифаһынан отставкаға китә. 1990 йылдың июлендә Әзербайжанға ҡайтҡас, башта Әзербайжан ССР-ы Юғары Советы депутаты, Нахичеван Автономиялы Республикаһының Юғары Милли Мәжлесе рәйесе (1991—1993), артабан Әзербайжан Президенты итеп һайлана (1993—2003).
1993 йылда Гейдар Алиев власҡа килгәндән һуң илдә сәйәси тотороҡлоҡ урынлаша[8]. Әзербайжанда Гейдар Алиев урынлаштырған режим диктатор[9][10][11][12][13] йәки авторитар]][14][15] һәм репрессив тип характерлана.[16]
Гейдар Алиев 1923 йылдың 10 майында Нахчиван ҡалаһында тыуған. Уларҙың йорто Пушкин урамында урынлашҡан була, был тирәне халыҡта «Пушкин шишмәһе» тип йөрөткәндәр[17]. Уның атаһы тимер юлда эшләйГейдар ғаиләләге һигеҙ бала араһында дүртенсеһе була. Алиевтар сығышы менән Әрмәнстанда йәшәгән әзербайжандар,[18] Зангезур өйәҙенә (һуңыраҡ Сисиан районы) ҡараған Джомартли ауылынан (хәҙер ул Әрмәнстандың Сюник өлкәһе Танаат ауылы). Гейдар тыуған ваҡытта Алиевтар Нахчиванға күсенгән була[19][20]. Атаһы яғынан оләсәһе сығышы менән Уруд ауылынан була (хәҙер Әрмәнстандағы Воротан ауылы)[20]. Үҙенең бер интервьюһында Гейдар Алиев үҙ тамырҙары хаҡында шулай тип әйтә: «тамырҙарым буйынса мин мосолман диненә ҡарайым. Милләтем менән мин әзербайжан, һәм бының менән ғорурланам»[21]. Ғаиләлә уның ике ағаһы (Гасан менән Гусейн) һәм ике ҡустыһы (Агиль менән Джалал), өс һеңлеһе (Сура, Шафиға, Рәфиға) була.
1939 йылда Гейдар Алиев Нахичеван педагогия техникумын тамамлай һәм Баҡы ҡалаһындағы Әзербайжан индустриаль институтының (хәҙер Әзербайжан нефть һәм сәнәғәт дәүләт университеты) архитектура факультетына уҡырға инә. Бөйөк Ватан һуғышы башланыуы уға юғары белем нигеҙендә һөнәр алыуға ҡамасаулай. 1941 йылдан Гейдар Алиев Нахичеван АССР-ы Эске эштәр Халыҡ Комиссариатында (Народный комиссариат внутренних дел — НКВД) һәм Нахичеван АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советында бүлек мөдире булып эшләй. 1944 йылдан — дәүләт именлеге органдарында хеҙмәттә. 1945 йылда СССР Дәүләт именлеге министрлығының етәксе оператив составты яңынан әҙерләү мәктәбенең квалификация күтәреү буйынса курсын тамамлай[22] һәм шул уҡ йылда ВКП(б) сафына инә[23]. 1948 йылдан — Әзербайжан буйынса Дәүләт именлеге министрлығының 5-се идаралығы начальнигы[24]. 1949 йылдан 1950 йылғаса СССР Дәүләт именлеге министрлығының Ленинградтағы Етәксе оператив составты яңынан әҙерләү мәктәбендә уҡый[25].
СССР Дәүләт именлеге комитеты рәйесенең ярҙамсыһы Игорь Синицин билдәләгәнсә, Алиев КГБ-ның Иран, Төркиә, Пакистан һәм Афғанстандағы резидентураларында эшләй. Тышҡы разведка хеҙмәтендә был илдәрҙең береһендә резидент вазифаһына тиклем үрләй.[26] 1956 йылда уны СССР Дәүләт именлеге комитетының Баҡылағы бүлегенә начальник урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр[27]. Был осорҙа уның етәкселегендә һәм туранан-тура ҡатнашлығында «Дуэль», «Алагёз», «Натуралист» һәм башҡа шартлы исемле оператив саралар уңышлы үткәрелә.
Heydar Aliyev personified stability in Azerbaijan, and no one wanted instability.
Azerbaijani politician who, was one of the most powerful men in Azerbaijan for more than 30 years, as deputy chairman (1964-67) and chairman (1967-69) of the regional KGB, as secretary (1969-87) of the Communist Party of Azerbaijan, and from 1993 as the repressive and autocratic president of independent Azerbaijan.
Оригинал текст (рус.)В Нахчыване, - я знаю это с детских лет, - еще в то время, в 1899 году одну из самых протяженных улиц, то есть широкий проспект, который проходит, можно сказать, через весь Нахчыван, назвали именем Пушкина. Судьбе было угодно, чтобы я родился в Нахчыване именно на этой улице. В детстве мы называли её улицей Пушкина, однако почему-то, - возможно, наши ученые знают это лучше, - её называли не улицей, а Пушкинским ручьем. На Пушкинском ручье прошло мое детство. Но в детстве я не знал, кто такой Пушкин. Просто, было известно, что он жил в сердце всего населения Нахчывана, в ряде случаев стихийно. Однако во время учебы в школе, ознакомившись с произведениями, стихами Пушкина, я понял, почему один из самых широких проспектов такого небольшого города, как Нахчыван, назвали именем Пушкина.
Some maintain that Heidar Aliev was actually born in Armenia in 1921, not in Nakhichevan in 1923. His younger brother, Jalal Aliev, interviewed on 4 November 2000, said that the Aliev family came from the village of Jomartly in Zangezur but had moved to Nakhichevan by the time Heidar was born.
Алдан килеүсе: Семён Кузьмич Цвигун |
Әзербайжан ССР-ы Дәүләт именлеге комитетының 5-се рәйесе июнь 1966 — июль 1969 |
Һуңынан килеүсе: Виталий Сергеевич Красильников |
Алдан килеүсе: Ахундов Вели Юсуф оглы |
Әзербайжан ССР-ы Коммунистар партияһы Үҙәк Комитетының 1-се секретары 14 июль 1969 — 3 декабрь 1982 |
Һуңынан килеүсе: Багиров Кямран Мамед оглы |
Алдан килеүсе: — |
Нахичеван Автономиялы Республикаһының Юғары Милли Мәжлесе 1-се рәйесе 3 сентябрь 1991 — 1993 |
Һуңынан килеүсе: Васиф Талыбов |
Алдан килеүсе: Иса Гамбар |
Әзербайжан Милли Мәжлесенең 3-сө рәйесе 15 июнь 1993 — 5 ноябрь 1993 |
Һуңынан килеүсе: Расул Гулиев |
Алдан килеүсе: Абульфаз Эльчибей |
Әзербайжандың 3-сө Президенты 31 октябрь 1993 — 31 октябрь 2003 |
Һуңынан килеүсе: Ильхам Гейдар оглы Алиев |