Алисылар (ғәр. العلويون; рус. Али́ды) - Али ибн Әбү Талип вариҫтары. Алисылар хәрәкәте имам хакимлығының илаһилығын раҫлаусы шиғый мистик тәғлимәтен тыуҙыра. Ҡораллы көрәш барышында Алисыларҙың төрлө тармаҡтары ислам донъяһының төрлө төбәктәрендә власҡа килә ала: Марокко, Төньяҡ Африка, Яҡын Көнсығыш, Йәмән һәм Иран шундайҙарҙан.
Риүәйәт буйынса, Али ибн Әбү Талиптың балалары күп — 8 йәки 9 ҡатындан 14 (йәки 18) улы һәм 19 (йәки 17) ҡыҙы була. Алиҙың иң билдәле улдары Хәсән һәм Хөсәйен Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең ҡыҙы Фатиманан, һәм бәнү хәнифә ҡәбиләһенән Хәүлә бинт Жәғәфәрҙән тыуған улы Мөхәммәт ибн әл-Хәнәфиә була. Тап ошо өс тармаҡ Хәлифәлектә юғары власҡа дәғүә итә. Шиғый-имамсылар таныған ун ике имамдың туғыҙын Хөсәйен тармағын биргән[1].
Ислам тарихының бөтә дауамында тиерлек Алисылар йәки улар яҡлылар Хәлифәлек һәм башҡа мосолман дәүләттәре властарына ҡаршы ҡораллы һәм идеологик көрәш алып бара. Али тарафдарҙары уның тоҡомоноң имаматҡа айырым хоҡуҡтарын яҡлай, улар власҡа килеү менән ерҙә тыныслыҡ һәм ғәҙеллек батшалығы хакимлыҡ итәсәгенә ышана[2]. Алисылар хәрәкәте имам хакимлығының илаһилығын раҫлаусы шиғый мистик тәғлимәтен тыуҙыра [1]. Шиғыйҙар «йәшерен» имам миссияһына- Алиҙың вафат булмаған вариҫының ҡайтып, шиғыйҙарҙы етәкләргә тейешлегенә айырыуса ҙур әһәмиәт бирә. Һәр шиғый сектаһы үҙенең лидерын «йәшерен» имам итеп күрә[2]
Хәҙерге ваҡытта Алисыларҙың күп һанлы вариҫтары бөтә ислам илдәрендә йәшәй. Уларҙы сәйеттәр йәки шәрифтәр тип атайҙар. Иң билдәле Алисыларҙың ҡәберҙәре бөтә донъя шиғыйҙары өсөн хаж ҡылыу объекты булып тора[2].
Ҡораллы көрәш барышында Алисыларҙың төрлө тармаҡтары ислам донъяһының төрлө төбәктәрендә власҡа килә ала. Алисылар етәкселегендәге имаматтар Мароккола (Иҙрисиҙар), Төньяҡ Африкала һәм Яҡын Көнсығышта (Фатимиҙар), Йәмән (Рассисылар, Зәйдиҙәр һәм Тәбәристанда (Зәйдиҙәр)[1].
Династия | Ил | Хакимлыҡ йылдары | Династияны башлаусы |
---|---|---|---|
Сөләймәниҙәр | Тлемсен һәм Тенес (әмирҙәр) | 786—953/4 | Сөләймән ибн Ғабуллаһ (Хәсән ибн Алиҙың бүләһе) |
Идрисиҙәр | Марокко (хәлифәләр) | 789—974 (с перерывами) | Идрис ибн Ғабдуллаһ ( Хәсән ибн Алиҙың бүләһе) |
Алавиды | Тәбәристан (әмирҙәр) | 864—928 (с перерывами) | Хәсән ибн Зәйед (Хәсән ибн Алиҙың 6-сы быуындағы тоҡомо) Хәсән ибн Али (Хөсәйен ибн Алиҙың 6-сы быуындағы тоҡомо) |
Бәнү Үхәйдир | Ғәрәбстан ярымутрауы (әмирҙәр, Йәмәмә) | 867—1051 | Мөхәммәт ибн Йософ (Хәсән ибн Алиҙың 5-се быуындағы тоҡомо) |
Рассиды (Зәйдиҙәр) | Йемен (имамдар) | 897—1281 | Яхья ибн Хөсәйен (Хәсән ибн Алиҙың 7-ом быуындағы тоҡомо) |
Фатимиҙар | Ифрикия (хәлифәләр) Мысыр (хәлифәләр) |
909—1048 969—1171 |
Ғөбәйҙуллаһ ибн Мөхәммәт (Хөсәйен ибн Алиҙың 9-сы быуындағы тоҡомо) |
Мусабиҙар | Мәккә (әмирҙәр һәм шәрифтәр) | 967—1063 | Жәғәфәр ибн Ғабдуллаһ ибн Мөхәммәт ибн Муса ибн Ғабдуллаһ ибн Муса ибн Ғабдуллаһ ибн Хәсән ибн Хәсән |
Хәммүдиҙәр | Альхесирас (әмирҙәр) Кордова (хәлифәләр) Малага (әмирҙәр) |
1013—1058 1016—1023, 1025—1027 1026—1057 |
Али ибн Хәммүд (Мөхәммәт I ибн Идрис, Идрисиҙәр династияһының 7-ом быуыны тоҡомо) |
Һашимиҙар | Мәккә (әмирҙәр һәм шәрифтәр) Хижәз (королдәр) Ираҡ (королдәр) Сүриә (королдәр) Иордания (королдәр) |
1201—1916 1906—1934 1920—1958 1920—1920 1920—… |
Әбү-л-Ғәзиз Ҡәтәдә ибн Идрис ибн Мүтәйн ибн Абдул-Кәрим ибн Иса ибн Хөсәйен ибн Али ибн Ғабдуллаһ ибн Мөхәммәт Әбү Жәғәфәр Мәккә әмире (967-980), Мусабиҙәр династияһынан Хөсәйен ибн Али ( Хәсән ибн Алиҙың 37-се быуындағы тоҡомо) Ғабдуллаһ ибн Хөсәйен ( Хөсәйен ибн Алиҙың улы) Фейсал ибн Хөсәйен ( Хөсәйен ибн Алиҙың улы) Ғабдуллаһ ибн Хөсәйен (Хөсәйен ибн Алиҙың улы) |
Сөләймәниҙәр | Йемен (әмирҙәр, Тихәмә һәм Асир) | 1063/9—XVI быуат аҙағы | Хәмзә ибн Ваххас (Сөлймән ибн Ғабдуллаһ, Хәсән ибн Али быуыны тоҡомо) |
Мәхдиселәр | Йемен (әмирҙәр, Зәбид) | 1137—1174 | Али ибн әл-Маәхди аәр-Руайни әл-Химйари (үҙен Али һәм Пәйғәмбәрҙәр тоҡомо тип иғлан иткән ) |
Исхаҡ клан | Сомали (шәйехтәр) | ок. 1200—… | Исхаҡ ибн Әхмәт |
Муса кланы | Сомали (шәйехтәр) | ок. 1200—… | Муса ибн Мөхәммәт |
Джути | Марокко (султан) | 1465—1472 | Мөхәммәт ибн Али ( Идрис II тоҡомо) |
Сәғәҙиҙәр | Марокко (солтандар) | 1509—1659 | Әбү Ғабдуллаһ әл-Ҡәим (Хәсән ибн Али ейәне Мөхәммәт ән-Нәфс әз-Зәкий тоҡомо) |
Ҡасимиҙар (Зәйдиҙәр) | Йемен (имамдар и королдәр) | 1597—1962 | Ҡасим ибн Мөхәммәт ( Йософ ибн Яхья тоҡомо, Рассиҙәрҙән) |
Ғәләүиҙәр | Марокко (солтандар и королдәр) | 1631—… | Мөхәммәт I ибн Али ( Хәсән ибн Алиҙың 29-сы быуындағы тоҡомо) |
Ҡасимиҙар | әл-Кавасим (шәйехтәр) Шәржә (әмирҙәр) Рас-әл-Хайм (әмирҙәр) Кальба (әмирҙәр) Дибба (әмирҙәр) |
до 1700—1866 1866—… 1866—… 1871—1951 1871—1951 |
Рахман I әл-Ҡасими Хәлит I бин Солтан ( Рахман I тоҡомо) Ибраһим I бин Солтан ( Рахман I тоҡомо) Мәжид I бин Солтан (Рахман I тоҡомо) Әхмәт I бин Солтан ( Рахман I тоҡомо) |
Хөсәйениҙәр | Тунис (бейҙәр һәм король) | 1705—1957 | Хөсәйен ибн Али |
Идрисиҙәр | Асир (әмирҙәр) | 1906—1934 | Мөхәммәт ибн Али |
Сенусси | Киренаика (әмир) Триполитания (эмир) Ливия (король) |
1916—1923, 1949—1951 1922—1923, 1947—1951 1951—1969 |
Идрис ибн Мөхәммәт ( Али I ибн Ғүмәр тоҡомо, Идрисиҙәр династияһының 35-се быуыны) |