Аллергия

Аллергик реакция
Аллергия ваҡытында дегрануляция процессы: 1 — Антиген; 2 — Антитәнсек (IgE); 3 — FcεRI-рецептор; 4 — циркуляциялаусы медиаторҙар (гистамин, протеазы, хемокинез, гепарин); 5 — секретор гранулалар; 6 —һимеҙ күҙәнәк; 7 — бүленеүсе медиаторҙар (простагландин, лейкотриены, тромбоксаны, PAF).
Аллергия ваҡытында дегрануляция процессы: 1 — Антиген; 2 — Антитәнсек (IgE); 3 — FcεRI-рецептор; 4 — циркуляциялаусы медиаторҙар (гистамин, протеазы, хемокинез, гепарин); 5 — секретор гранулалар; 6 —һимеҙ күҙәнәк; 7 — бүленеүсе медиаторҙар (простагландин, лейкотриены, тромбоксаны, PAF).
МКБ-10

T78.478.4

МКБ-9

995.3995.3

DiseasesDB

33481

MedlinePlus

000812

eMedicine

med/1101 

MeSH

D006967

 Аллергия Викимилектә

Аллерги́я (бор. грек. ἄλλος — башҡа, сит, ят + ἔργον — тәьҫир итеү) — аллергик ауырыуҙар, организмдың һиҙеүсәнлеге үҙгәреүе һәм аллергендарҙың иммунологик механизмдарына ҡабата тәьҫир итеүе һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән ауырыуҙар; организмдың ниндәйҙер ярһытҡыс матдәгә юғары һиҙгерлеге, яуабы[1]; организмдың теге йәки был матдәгә ҡарата тәбиғи булмаған һиҙеүсәнлеге, реактивлығы[2].

Экзоаллергендар организмға ситтән керә, йыш ҡына һулыш юлдарының лайлалы тышсаһы, аш ҡайнатыу ағзалары, тире аша эләгә. Организмға аллерген үтеп кергәндән һуң, аллергик реакция башлана (үҙенсәлекле һәм үҙенсәлекһеҙ). Үҙенсәлекле реакциялар өс стадияға бүлеп ҡарала. Беренсеһендә — организмға беренсе тапҡыр эләккән аллергенға ҡарата юғары дәрәжәлә һиҙеүсәнлек күҙәтелә (яңы аллергенға яуап рәүешендә антитәнсектәр йә иһә уның менән тәьҫир итешә алыусан лимфоциттар барлыҡҡа килә). Икенсе стадияла — аллерген ҡабат организмға үтеп кергәс, антитәнсектәр йә иһә лимфоциттар менән ҡушыла (медиаторҙар барлыҡҡа килеү стадияһы), гистамин, серотинин һ.б. биологик актив матдәләр бүленеп сыға торған биохимик процесстар башлана. Улар ағзаларҙың күҙәнәктәрен һәм туҡымаларын зарарлай. Өсөнсө (патофизиологик) стадияла зарарланыуҙың клиник билдәләре беленә. Ундый осраҡта организмдың юғары һиҙеүсәнлеге үҙенсәлекле, ул элегерәк сенсибилизация халәтен килтереп сығарған аллергенға бәйле рәүештә барлыҡҡа килә.

Аллергик реакция төрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Үҫемлек һеркәләре тирә-яҡ киң мөхиттә таралған аллерген булып тора
Йорт туҙаны талпаны. Талпандың хитин ҡатламы — йорт туҙанының төп аллергены

Аллергик реакциялар үҫеше механизмы 4 типка бүленә.

  • 1-се тип аллергия — анафилаксия, һеркә (бесән) биҙгәге, кесерткән биҙгәгенең ҡайһы бер төрҙәре, Квинке шешенүе һ.б.
  • 2-се тип (цитотоксик) реакциялар — ҡан боҙолоу (аллергик анемия, агронулоцитоз).
  • 3-сө тип реакцияләр — туҡымаларҙың иммункомплекстар менән зарарланыуы, сүл ауырыуы, тышҡы аллергик үпкә альвеолалары ялҡынһыныуы һ.б. аутоаллергик сирҙәрҙе арттыра (системалы ҡыҙыл ауырыуы, ревматоид артрит һ.б.).
  • 4-се тип реакциялар — контактлы дерматиттар, күсереп утырткан ағзаны организмдың ҡабул итмәүе.

1, 2, 3-сө типтарҙагы аллергия патогенезында антитәнсектәр, 4-се типта лимфоциттар мөһим урын тота. Аллергияға бирешеүсәнлек факторҙары: тирә-яҡ мөхиттең бысраныуы, түбән сифатлы туҡланыу, ашамлыҡтарҙа консерванттар булыу, дарыу препараттарын тикшермәйенсә ҡулланыу.

Дауаланыуҙың төп ысулдары: аллерген менән контакт булдырмау, аҙыҡҡа аллергия булғанда ҡәтғи диета һаҡлау, аллергия килтереп сығара торған дарыуҙарҙан тыйылыу; үҙенсәлекле иммунотерапия (гипосенсибилизация) — А. М. Безредка алымын ҡулланып, аллерген миҡдарын аҡрынлап арттыра барып, организмға күп тапҡыр керетеү. Был организмға «кәртә» булырлыҡ антитәнсектәр эшләргә мөмкинлек бирә һәм аллергенға ҡарата һиҙеүсәнлекте бөтөрөүгә килтерә. Симптоматик дауалауҙа глюкокортикоид, бронхолитик, оло күҙәнәктәрҙең мембраналарын стабильләштерә торған матдәләр ҡулланыла. Аллергия тыуҙырыусы матдәләрҙән һаҡланыу сараларын үтәү, уҙ ваҡытында профилактик дарыуҙар ҡулланыу, сәнәғәт предприятиеларындә аллерген менән контакт булдырмай торған технологияларҙы ғәмәлгә керетеү, организмда сенсибилизация сығанағы булған һәр төрле инфекцияларҙы бөтөрөү, ашҡазан-эсәк ағзалары функцияһын нормалләштерү һәм башҡаларҙан ғибәрәт.

  1. Русско-башкирский толковый словарь медицинских терминов (М. Т. Азнабаев, 2007)
  2. Русско-башкирский словарь медицинских терминов (В. З. Гумеров, 1981)